Нуруғосмания | |
Нигеҙләү датаһы | 1755 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Осман III[d] |
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Истанбул |
Әҫәр заказсыһы | Махмуд I[d] һәм Осман III[d] |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iii)[d] һәм (iv)[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Nuruosmaniye Mosque[d] |
Нуруғосмания Викимилектә |
Нуруғосмания мәсете (тур. Nuruosmaniye Camii) — XVIII быуат мәсете, Истамбулдың иҫке өлөшөндә Сөмбөрлөташ майҙанында урынлашҡан.
1748 йылда мәсет төҙөлә башлай (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1749 йылда) солтан Мәхмүт I (1730—1754) идара иткән осорҙа һәм 1755 йылда солтан Ғосман III идара иткән ваҡытта тамамлана. Мәсет барокко стиле менән төҙөлә. Мәсет комплексын икенсе янғында янған мәсет (Фатима мәсете) урынына төҙөлә. Йола буйынса мәсеткә нигеҙ һалыусының исеме бирелә, әммә солтан Мәхмүт I төҙөлөштө тамамлай алмай вафат булып ҡуя. Уның вариҫы, Ғосман III, мәсеткә Нуруғосмания исеме бирә(төр. Nur-Osmani u — Ғосмандың изге яҡтылығы). Шулай уҡ исем көмбәҙгә яҙылған Ән-Нур сүрәһе аятының тәүге һөйләменән алынғандыр тип тә фараз ителә [1]
Аллаһ — Күктәр менән Ерҙең нуры.Уның нуры мейес соҡалтаһындағы кеүек. Унда шәм яна, шәме быяла эсендә, быялаһы ынйы йондоҙо һымаҡ. Ул (шәм) мөбәрәк зәйтүн ағасынан тоҡана, ә ағасы көнсығыштыҡы ла, көнбайыштыҡы ла түгел. Уның майы ут теймәҫ борон тоҡанырға тора. Нур өҫтөнә нур! Аллаһ Үҙ нурына теләгән кешеһенә юл күрһәтә. Кешеләргә Алла миҫалдар килтерә. Аллаһ бөтә нәмәне белә! |
Икенсе йоланан сигенеү булып бинаның тышҡы стеналарын биҙәү тора: манараларҙың түбәләре декоративланған һәм үҙәк нефта ҙур уйым (ниша), өс инә торған ишектәр менән. Мәсет көмбәҙенең иң ҙурыһы 32 тәҙрә[2]менән дүрт аркала урынлаштырыла . Мәсет 5 рәт урынлашҡан 174 тәҙрә менән яҡтыртыла. Тәҙрәләр шулай уҡ барокко[3] стилендә биҙәлгән. Михраб шулай уҡ классиканан айырмалы ярты көмбәҙ менән ябылған. Боронғо йоланы сағылдырған берҙән-бер элемент — бина эсендәге киң семәрле фриз, матур каллиграфик һүрәтләнеш менән Ҡөрьәндең беренсе сүрәһе[4].
Комплекс мәсет, мәҙрәсә, имарет (ашхана), Ғосман III әсәһенең төрбәһе - вәлидә Шәхсувар Солтан, ҡулъяҙмалар китапханаһы ғосман, ғәрәп һәм фарсы телдәрендәге һәм туранан-тура Капал Чаршаға[4] инә торған ерҙә фонтандан тора.