Нәджд

Нәджд
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Административ-территориаль берәмек Сәғүд Ғәрәбстаны
Урынлашыу картаһы
Карта
 Нәджд Викимилектә

Нәджд (һүҙмә-һүҙ «таусы», ғәр. نجد‎) — Ғәрәбстан ярымутрауының үҙәгендәге территория, Сәғүд Ғәрәбстанының бер өлөшө. Бында Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Әр-Рияд урынлашҡан. Нәдждтә классик ғәрәп шиғриәте, ә һуңыраҡ Сәғүд Ғәрәбстанын булдырыуға килтергән дини һәм сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Король ғаиләһе Әс-Сәғүд Нәдждән сыҡҡан.

Ғәрәп һүҙе нәджд һүҙмә-һүҙ тәржемәлә «ҡалҡыулыҡты» аңлата, элек был һүҙ Ғәрәбстан ярымутрауы эсендә күп кенә төбәктәргә ҡарата ҡулланылған. Шуға ҡарамаҫтан, ярымутрауҙың көнбайышта — Хижәз тауҙары һәм Йәмән, ә көнсығышта тарихи Бәхрәйн провинцияһы менән сикләнгән үҙәк төбәге киңерәк билдәлелек алған була.

Урта быуаттағы ислам географтары Хижәз менән Нәджд араһындағы сиктәрҙе аныҡ ҡына билдәләү өсөн байтаҡ ваҡыттарын сарыф итә, уларҙың дөйөм фекере шундай: Нәдждең көнбайыш сиге көнбайыштағы тау һырттары һәм ултырма ҡатламдары көнсығышҡа табан һөҙәкләнә барған урындан, ә көнсығыш сиге хәҙерге Әр-Рияд ҡалаһынан яҡынса 100 км көнсығышҡа табан Дәхнә сүллеге тип танылған тар ҡыҙыл ҡом дюналары һыҙаты буйлап үтә. Руб-әл-Хәлиҙең бихисап эре ҡом дюналары диңгеҙе һәр ваҡыт Нәдждең көньяҡ сиге тип иҫәпләнә, көньяҡ сигендә ҡороған Ранье, Татлит һәм Биша йылғаларының улаҡтары урынлашҡан.

Нәдждең төньяҡ сиге һәр ваҡыт үҙгәртеп торған, шуға ла урта быуат географтары уға иғтибарҙы бик аҙ бүлә. Иртә Ислам быуатында Нәджд, Ғәрәбстан һәм Месопотамия араһындағы сиктә, Евфратҡа тиклем йәйрәп ята, тип иҫәпләнелә. Шуға ҡарамаҫтан, Сүриә һәм Ираҡ сүллектәренә яҡын ятҡан төбәктәр Нәдждең ҡалған өлөшөнән Нефуд оло сүллеге менән айырылып ята һәм эске Ғәрәбстанға ҡарағанда тулыһынса тиерлек Ираҡ һәм Сүриә менән тығыҙыраҡ бәйләнештә булған бәҙәүи ҡәбиләләре тарафынан биләп алына. Шуның өсөн аҙағыраҡ «Нәджд» термины Нефуд сүллеге тәбиғи сиге булған Нәджд яйлаһына ҡарата ғына ҡулланыла башлай.

Тувайк һырты күренеше. Әр-Рияд горизонт артында.

Нәджд — 762 метрҙан 1525 метрға тиклем бейеклектәре булған яйла, ул көнбайыштан көнсығышҡа тәпәшәйә бара. Көнсығыш өлөшөндәге оазистарында тораҡ пункттары урынлашҡан, ә ҡалған өлөшөндә күсмә бәҙәүиҙәр үҙ йолалары буйынса йәшәй. Хаилдән әллә ни алыҫ булмаған игеҙәк тауҙар Аджа менән Сальма һәм үҙәктә төньяҡтан көньяҡҡа табан һуҙылып ятҡан Тувайк һырты топографик йәһәттән иҫтәлекле урын булып тора. Күп һанлы ҡороған йылға улаҡтары (вади) ята: Әр-Рияд янында Хәнифә, көньяҡта Наам, төньяҡта Әл-Ҡасим провинцияһында Әр-Румма, Нәдждең көньяғында Әд-Давасир һәм башҡалар. Күпселек ауылдар һәм тораҡ пункттары ҡоро сүллек климаты шарттарында үтә ҡиммәтле ямғыр һыуҙарын йыйырға һәләтле ҡороған йылға улаҡтары тирәләй ултырған. Башҡа ауылдар оазистарҙа урынлашҡан. Нәджд бер нисә районға бүленә, уларҙың һәр береһендә йәшәгән халыҡтың телдәре лә, йолалары ла бер ни тиклем айырыла — һәр береһенең үҙ диалекты һәм йолалары бар. Әр-Рияд урынлашҡан Әл-Арид иң ҙур райондарҙың береһе. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстанында Нәджд өс административ районға бүленгән: Хаил, Әл-Ҡасим һәм Әр-Рияд, уларҙың дөйөм майҙаны 554 000 км².