Нәждәттәр | |
Нигеҙләүсе | Наджда ибн Амир[d] |
---|---|
Эра | Вторая фитна[d] |
Нәждәттәр (ғәр. نجدات — нәдждәт; рус. надждиты) — исламдағы хәрижиҙәрҙең сикке фирҡә ағымы вәкилдәре.
VII быуатта Көнсығыш Ғәрәбстанда, Бахрейн һәм Йәмәмәнең тарихи төбәктәрендә идара иткәндәр. Фирҡәгә нигеҙ һалыусы — хәнифә ҡәбиләһенән Нәжд ибн Әмир әл-Хәнәфи.
Артабан Нәжд яҡлыларҙың бер өлөшө уның ҡайһы бер фекерҙәренә ҡаршы сыға һәм уға ҡаршы фетнә күтәрә, һәм ахыр сиктә ул үлтерелә.
Нәждәттәрҙең яңы башлығы Әбү Фүдәйк була, ләкин улар оҙаҡламай өмәүиҙәр хәлифәһе Әбд әл-Мәликтең ғәскәре тарафынан ҡыйратыла. Нәжд яҡлыларҙың бер өлөшө уның тәғлимәтенә һаман тоғро ҡалып, күпмелер ваҡыт нәждәттәр үҙенең йәшәүен дауам итә. Хәҙерге көнгә был фирҡә яҡлылар юҡ.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |