Нәжес (ғәр. نجاسة — бысраҡлыҡ, хәшәрәт, шаҡшы[1]) — ислам хоҡуҡиәтендә (фикһ) зарурлығы булмай тороп ҡағылырға ярамай торған нәмәләр.
Ислам хоҡуҡиәтендә (фикһ) нәжес ауыр һәм еңел төргә бүленә. Ауыр нәжестәргә кешенең тәбиғи бүленделәре — бәүел, кал, мәни (сперма) инә[ком 1]; эякулятҡа тиклемге бүленде (мазий); ҡоҫоҡ; баланан бушанғандан һуңғы бүленделәр (нифас); күрем һәм ҡатын-ҡыҙҙың башҡа бүленделәре (истихада); ҡан һәм башҡалар. Ауыр нәжестәргә шулай уҡ үле мал ите, сусҡа ите[2], иҫерткестәр инә[3]; мал-тыуарҙың тиҙәге, бәүеле һәм ҡаны[ком 2]. Еңел нәжестәргә мал-тыуарҙың бәүеле, тиҙәге, йыртҡыс ҡоштар бүленделәре һәм башҡалар инә [4].
Нәжестәр ҡаты (үлгән мал ите һәм башҡалар) һәм шыйыҡ (ҡан һәм башҡалар) була. Күренгән (тиҙәк һәм башҡалар) һәм күренмәгән (кипкән бәүел һәм башҡалар) бар[4].
Һәр мосолман тәнен һәм кейемен нәжестәр тейеүҙән һаҡларға тейеш. Әгәр кейемгә йә намаҙлыҡҡа, намаҙ уҡыған ергә нәжес тейгән булһа, намаҙ дөрөҫ һаналмай. Нәжес әҙ тейгән булһа, һаналмай: шыйыҡтары өсөн — ус аяһындай, ә ҡатылары өсөн — 3 г самаһы. Тәндең йәки кейемдең сирек өлөшө еңел нәжес менән бысранған булһа, намаҙ ҡабул ителмәй[4].