Обуда университеты

Обуда университеты
мадьярса  Óbudai Egyetem
Герб
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 2010
Рәсем
Рәсми атамаһы Universitas Budensis, Óbudai Egyetem һәм Óbuda University
Ҡыҫҡаса атамаһы ÓE[1] һәм ÓU
Ректор Левенте Ковач[d]
Дәүләт  Венгрия
Административ-территориаль берәмек Будапешт
Ойошма ағзаһы Европа университеттары ассоциацияһы[d][2]
Уҡыусылар һаны 12 888
Бойһонған ойошма (филиал) Alba Regia Technical Faculty, Óbuda Uni[d], Rejtő Sándor Faculty[d], Bánki Donát Faculty[d], Kandó Kálmán Electrical Engineering Faculty[d], Óbuda University Ybl Miklós Faculty of Architecture[d], Library of Óbuda University[d], Keleti Károly Faculty of Business and Management[d] һәм Óbuda University John von Neumann Faculty of Informatics[d]
Алыштырған Budapest Polytechnic Hungary[d]
Рәсми сайт uni-obuda.hu
Эндпоинт API idp.uni-obuda.hu/saml2/s…[3]
Карта
 Обуда университеты Викимилектә

Обуда университеты[4] (мадьярса  Óbudai Egyetem, лат. Universitas Budensis) — Венгрияның баш ҡалаһы Будапешттың юғары техник уҡыу йорто. 2000 йылда Будапешт техникумы (мадьярса  Budapesti Műszaki Főiskola) булараҡ нигеҙләнгән. 2010 йылда университет боронғо ҡала хөрмәтенә — бөгөнгө баш ҡаланың Обуда районы хөрмәтенә аталған. Уҡыу үҙәге өс политехник институтты берләштереүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән: Донат Банки техник колледжы, Кальман Кандо техник колледжы, Еңел сәнәғәт колледжы. Обуда университеты илдә иң ҙур техник университеттарының береһе булып тора, бында 13 меңгә яҡын студент белам ала[5].

Юғары уҡыу йортон уңыщлы тамамлаған инженер һөнәрҙәре студенттары халыҡ-ара кимәлдә танылған диплом алалар. Университет уҡытыусылары араһында 40 % фән кандидаты дәрәжәһенә эйә. Университет киң халыҡ-ара бәйләнештәргә эйә: Европаның башҡа илдәренә стажировкаға йыл һайын йөҙҙән ашыу студент ебәрелә.

1370 йылдың аҙағында Венгрия короле Бөйөк Людовик I буласаҡ университет бинаһының ҙур масштаблы төҙөлөшөн башлай, ә 1408 йылда уға суд һәм Буданың бер нисә һарай (хөкүмәт) учреждениелары күсә. 1395 йылдың 6 октябрендә уҡ урындағы властарҙың үтенесе буйынса Рим папаһы Бонифаций IX Обуда университетын нигеҙләү тураһында указ сығарған: дүрт факультетлы университет асырға рөхсәт ителгән. Яңы юғары уҡыу йортона артабанғы факультеттар кергән: динде өйрәнеү, ҡануни хоҡуҡ, медицина һәм гуманитар фәндәр. Үҙенең нигеҙләнеүенән алып Обуда университеты Вена университетының яңы кафедралары менән тығыҙ бәйләнгән.

1402 йылда Будала ҡала идаралығы демократлаштырыу буйыса ижтимағи хәрәкәт барлыҡҡа килгән. «Бола» етәкселәре университет менән бәйле булғандар, һөҙөмтәлә Изге Рим империяһы императоры Сигизмунд 1403 йылда университетты япҡан, ул тик ете йылдан һуң ғына яңынан асылған: 1410 йылдың 1 авгусында антипапа Иоанн XXIII Обудала университетты тергеҙеү тураһында указға ҡул ҡуйған. Уҡыу йортоноң классик дүрт факультеты шул ваҡыттағы башҡа эре Европа университеттары ҡулланған тулы привилегиялар алғандар.

Факультеттар һәм һөнәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Машиналарҙы өйрәнеү һәм хәүефһеҙлек факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Машиналарҙы өйрәнеү һәм хәүефһеҙлек факультеты 1879 йылда Будапештта — Дәүләт үҙәк сәнәғәт училищеһында нигеҙләнгән. Шул ваҡыт сәнәғәтенең яңы талаптары «урта звеноһы» белгестәренә — белемле оҫталарға һәм кәсепселәргә һорау тыуҙырған. Факультет студенттары араһында үҙ тармағында донъя кимәлендә билдәлелек алғандар бар: айырым әйткәндә Йожеф Галамб билдәле Ford Model T автомобиленең дизайнеры булған. Беренсе донъя һуғышы осоронда 1914 һәм 1916 йылдар араһында факультеттың механика оҫтаханалары хәрби припастар етештереү өсөн ҡулланылған. 1929 йылғы Бөйөк депрессия факультетҡа финанс өлкәһендә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Әкрен барған тергеҙелеү процессы Икенсе донъя һуғышы башланыу менән туҡтатылған. Икенсе донъя һуғышынан һуң Венгрия мәғарифын реформалау һөҙөмтәһендә хәҙерге факультеттың инженер мәктәбе итеп үҙгәртеү була.

Электротехника факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электротехника факультеты хәҙерге ваҡытта мадьяр йәки инглиз телендә электроника һәм электротехника өлкәһендә бакалавр дәрәжәһен алырға мөмкин. Бынан башҡа факультетта «электротехникала медиа-технологиялар» һөнәре уйынса өҫтәмә уҡыу курстары үтергә мөмкин. Буласаҡ инженерҙар факультетта уҡытылған бер йәки бер нисә һөнәрҙәрҙе һайлай ала.

Информацион технологиялар факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Информацион технологиялар факультеты урындағы һәм сит ил студенттарына информацион технологиялар өлкәһендә Европа киңлегендә конкурентлы юғары белем бирә. Факультетта хәҙерге баҙар мәнфәғәттәренә тап килгән бакалавр, магистр һәм доктор программалары эшләй.

Иҡтисади факультет

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнәғәт етештереү өлкәһендә бизнес-менеджмент, маркетинг һәм һатыу буйынса факультеттың кампустары Будапештта һәм Секешфехерварҙа урынлашҡан, ул менеджмент өлкәһендә юғары белем алырға мөмкинлек бирә.

Инженер экологияһы факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инженер экологияһы факультетының персоналы 120 кешенән тора, улар 1200-гә яҡын студенттарға изделиеларҙы сәнәғәти проектлау, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге һөнәрҙәр буйынса уҡыта.

Инженер факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инженер факультетының кампусы Секешфехервар ҡалаһында урынлашҡан. Был уҡыу бүлексәһе 2014 йылда элекке Arek университеты һәм Көнбайыш Венгрия университетының геоинформатика факультетының ҡушлыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта инженер факультетында меңгә яҡын студент белем ала.