Обухова Надежда Андреевна | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 6 март 1886 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 14 август 1961 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Феодосия, Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | меццо-сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Надежда Андреевна Обухова (22 февраль (6 март) 1886, Мәскәү, Рәсәй империяһы — 14 август 1961, Феодосия, Ҡырым өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (меццо-сопрано). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).[3]
Надежда Андреевна Обухова 1886 йылдың 22 февралендә (6 мартта) Мәскәүҙә тыуған[3] . Дворян ғаиләһенән килеп сыҡҡан, уның ата-бабаларының береһе Е. А. Баратынский булған[4] (уға туған ейәнсәр, оләсәһе Елизавета Ильинична һәм Е.А. Баратынский – ике туғандар). Ике туған ағаһы Н.Б.Обухов— композитор.
Бала сағы Тамбов губернаһының Хворостянка ауылында, А.С.Мазараки йәмғиәтенең Воронежда Рус музыкаль бүлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған олатаһының имениеһында үтә
1912 йылда П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы тамамлай (У.А.Мазетти класы) һәм концерт йырсыһы булараҡ сығыш яһай башлай. 1916 йылда опера сәхнәһендә Полина («Пиковая дама», П. И. Чайковский) партияһында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Опера сәхнәһендә нығынып, Ҙур театр йырсыһы булараҡ 1943 йылға тиклем эшләй.
Рус вокал мәктәбе вәкиле. Йырсының матур һәм бай тембрлы тауышы ғәйәт киң диапазон менән айырыла: контральт партияларҙан алып юғары меццо-сопраноға тиклем башҡара.
Төрлө йылдарҙа йырсының партнерҙары булып П. И. Словцов, Л. В. Собинов, В Р. Петров, Ан. А. Иванов, И. С. Козловский һәм башҡалар тора.
Йырсының тормошонда концерт эшмәкәрлеге ҙур урын биләй. Репертуары төрлө һәм күп ҡырлы була, унда 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар, Л.ван Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһынан, А.Скрябиндың Беренсе симфонияһынан, В.А. Моцарттың Реквиемынан меццо-сопрано партиялары иҫәпләнә.
Ҡазан, Харьков, Минск, Һарытау, Горький, Иваново, Ярославль ҡалаларына гастролдәргә сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙә ҡала һәм сығыштарын, шул иҫәптән Бөтә Союз радиоһында ла дауам итә.
«Пиковая дама» (дирижер С. Самосуд, 1937), «Кенәз Игорь» (дирижеры - А. Мелик-Пашаев, 1941) һәм «Ҡарһылыу» (дирижеры Алексей Кондрашин, 1946) операларын яҙҙырыуҙа ҡатнаша.
Надежда Обухова Андреевна 1961 йылдың 14 авгусында Феодосияла вафат була (башҡа сығанаҡтар буйынса - 15[5])[3]. Мәскәүҙә [6] Новодевичье зыяратында ерләнә (участка № 3)[7].