Океан биологияһы | |
Өйрәнеү объекты | морская жизнь[d] |
---|---|
Океан биологияһы Викимилектә |
Океан биологияһы (диңгеҙ биологияһы, биологик океанология, биологик океанография ) — биология һәм океанология фәндәре бүлеге. Диңгеҙ организмдары (биота) йәшәйешен (тормошон) һәм уларҙың үҙ-ара экологик бәйләнештәрен, мөнәсәбәттәрен, тәьҫирен өйрәнә.
Океан биологияһы — гидробиологияның да бер бүлеге.
Океан биологияһы тип, шулай уҡ, донъя океанында барған барлыҡ биологик күренештәр һәм процестарҙың йыйылмаһын атайҙар.
Тереклек океандың өҫкө йөҙөнән алып иң тәрән төпкөлдәренә тиклем урынлашҡан.
Йәшәү урындары буйынса һыу ҡатламында йәшәүсе (планктон һәм нектон) пелагиаль организмдарҙы һәм, океан төбөндә йәшәгән (бентос) организмдарҙы бүлеп йөрөтәләр.
Океанда хайуандарҙың бөтә класс вәкилдәре тиерлек осрай. Ә күп кенәләре тик океанда ғына тереклек итә.
Умыртҡалы хайуандарҙың төп өлөшөн балыҡтар, ташбаҡалар, йыландар һәм һөтимәрҙәр (дөйөм алғанда ишкәк тәпәйлеләр һәм киттар) тәшкил итә.
Океан биологияһын тикшереүҙә ҙур өлөш индереүсе ғалимдар:
Моисеев П. А. Биологические ресурсы Мирового океана. — М., 1969.