Оксенхаузен аббатлығы | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1093[1] |
---|---|
![]() | |
Монашеский орден | бенедиктинцы[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Q132817715? |
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Охзенхаузен[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1803 һәм 1802[1] |
![]() |
Оксенхаузенда Изге Георгийҙың империя аббатлығы (нем. Reichsabtei St. Georg Ochsenhausen) — элекке бенедикт монастыры Баден-Вюртемберг ҡалаһы Оксенхаузенда урынлашҡан; 1093 йылда Изге Власий монастыры филиалы булараҡ барлыҡҡа килә. Ике йөҙ илле биш квадрат километр майҙанды биләгән һәм туғыҙ меңгә яҡын объектты үҙ эсенә алған; 1803 йылда тарҡатылған.
Тикшеренеүселәр Оксенхаузенда монастырҙың барлыҡҡа килеүен XI быуатта Швабия герцоглығында франкия йоғонтоһоноң артыуы менән аңлата. 1090 йылдар тирәһендә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1093 йыл[2]) Вольфертшвендендың франк-вельф хакимдары Конрад,Хавин һәм Адельберт Изге Георгий хөрмәтенә монастырға нигеҙ һалыу өсөн ер бирәләр.1157 йылда нигеҙ һалыу Рим Папаһы Адриан IV тарафынан раҫлана. 1343 йылда монахтар император Людовик Баварскийға мөрәжәғәт итәләр, император монастырҙы Ульм ҡалаһы яҡлауы аҫтына тапшыра.
Аббат Георг Гайзенх хакимлығына тиклем монастырь ябай ҡоролма була. Монастырҙа алты бүлмә, аш бүлмәһе — уны ҡышын монахтар эш кабинеты сифатында ҡулланған, Изге Рух сиркәүе менән ҙур булмаған дауахана бинаһы, ҡунаҡтар һәм ҡарауылсы бүлмәһе булған. Был ваҡытта монахтар һаны егерменән ҡырҡ араһында иҫәпләнгән. 1391 йылда Бөйөк Көнбайыш раскол менән бәйле Оксенхаузен үҙаллы аббатлыҡ була: раскол осоронда Оксенхаузен монастыры монахтары папа Урбан VI яғында булһа,«әсә» монастырь анти-папа Климент VII яҡлы була. Һөҙөмтәлә, 1388 йылда Изге Власий аббатлығынан тәғәйенләнгән аббат Оксенхаузенды ҡалдыра, ә өс йылдан һуң Бонифаций IX Океснхаузда монахтарҙың бойондороҡһоҙлоғон рәсми рәүештә нығыта; 1392 йылдың 19 апрелендә ете монахтан Николаус Фабер беренсе башлыҡ итеп һайлана.
1397 йылдың 13 октябрендәге документында король IV Вацлав аббатлыҡҡа башлыҡты ирекле һайлау хоҡуғын раҫлай, бының менән Ульм ҡалаһы ла ризалаша. Шулай итеп, монастырь императорға ғына буйһона, йәғни империя аббатлығы була. 1434 йылдан алып 1468 йылға тиклем аббатлыҡ вазифаһын биләгән Михаэль Ризель ваҡытында ҙур ҡыңғырауҙар алған монастырь манараһы ҙурайтыла. Бенедикт Нурсийский орденына бағышланған готик сиркәү төҙөлә, сиркәү зыяраты тергеҙелә. 1495 йылда монастырь ирекле империя аббатлығы була, ә 29 майҙа титуллы епископ Даниэль Зехендер яңы готик монастырҙы изгеләндерә.
1502 йылда Германиялағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында урындағы аббатҡа тирә-яҡтағы крәҫтиәндәр менән «шарттарҙы яҡшыртыу тураһында» килешеү төҙөргә тура килә: бәлки, шуға күрә һуғыш монастырға емереклектәр килтермәй; баш күтәреүселәр баҫтырылғандан һуң 1525 йылда килешеү шарттары ғәмәлдән сыға. Реформация монастырь тормошонда ныҡ сағыла: Ульм Оксенхаузен яғына ике ротаһын ҡуйғандан һуң, рим йолалары буйынса месса тыйыла, ә 1547 йылда Оксенхаузен аббаты Аугсбургҡа ҡаса. Аббат Урбан Майер аббатлығы вәкәләттәре ваҡытында «сихырсы тип танылған өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға үлем хөкөмөнә ҡул ҡуя». 1615 йылдан алып 1618 йылға тиклем монастырҙың яңы бинаһы төҙөлә.
Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1632 йылдың 22 июнендә, швед һалдаттары монастырҙы талай, әммә тиҙҙән ул тергеҙелә, ә быуат аҙағында — барокко стилендә үҙгәртеп ҡорола. 1725 йылда аббатлыҡтың төп ҡаҙнаһында 100 000 гульден һаҡлана: аббатлыҡ 255 квадрат километр ерҙе биләй, унда 8665 кеше йәшәй — Үрге Швабияла Вайнгартен аббатлығынан ҡала байлығы һәм йоғонтоһо буйынса икенсе урында тора. 1796 йылда француз революцияһы ғәскәрҙәре монастырь биләмәләрен, шарап һәм аҡса запастарын тартып ала. 1803 йылда империя монастыры өс йылға донъяуи кенәзлек була, 1806 йылда элекке империя монастыры Вюртемберг короллеге өлөшөнә әйләнә. Был аббатлыҡ тулыһынса 1807 йылда тарҡатылып, бөлгөнлөккә төшә.
Икенсе донъя һуғышынан һуң 1964 йылдан алып 1992 йылға тиклем осорҙа монастырь комплексы реконструкция үтә; реконструкциялауға 800 белгес йәлеп ителә. Элекке монастырь бинаһында бөгөн Баден-Вюртембергтың музыкаль йәштәр академияһы урынлашҡан; бина шулай уҡ Оксенхаузен гимназияһы өсөн ҡулланыла.