Олимп | |
---|---|
грек Όλυμπος | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 19 139,59 гектар[1] |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Митикас |
Бейек нөктәһе | 2917[2] м |
Урынлашыуы | |
40°05′08″ с. ш. 22°21′31″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Периферия | Фессалия |
Олимп Викимилектә |
Олимп[3][4] (грек. Όλυμπος, МФА: [ˈɔlimbɔs], О́лимбос[4][5])(грек. Όλυμπος, МФА: [ˈɔlimbɔs], Олимбос) —Грецияла иң бейек тау массивы[6]. (2917 м). Милли парк. Тау Фессалияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Борон Фессалия менән Македонияның тәбиғи сиге булған. Олимп тауының иң юғары өс түбәһе Митикас (2917 м), Сколио (2912 м) һәм Стефани (2905. м.) тип атала[7].
Боронғо грек мифологияһында Олимп — изге тау, Зевс етәкселегендә илаһтар йәшәү урыны. Ошоноң менән бәйле, грек илаһтарын йыш ҡына «Олимп илаһтары» тип йөрөтәләр. Төньяҡ битләүендә македондарҙың Дион ҡала- ғибәҙәтханаһы, йәғни Зевс ҡалаһы урынлашҡан.
Олимп мифологик һәм тарихи символ ғына түгел, тәбиғәт ҡомартҡыһы булып та һанала. Пиерия номы һәм өлөшләтә Лариса-Фессалия сиктәрендә урынлашҡан Олимптың Милли ҡурсаулығына биологик төрлөлөк хас. Бында 1700 төр үҫемлек осрай, был Грецияла осраған бөтә төрҙөң 25 проценты. Уларҙың 23 — эндемик төрҙәр, йәғни тик бында ғына осрай. Фауна: 8 төр— амфибиялар, 22 төр— һөйрәлеүселәр, 32 төр— имеҙеүселәр, 136 төр— ҡоштар.
Күпселек күтәрелеү Литохорон ҡалаһынан башлана, унда Олимпҡа күтәрелергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан. Унан 1100 метрлыҡ бейеклектә урынлашҡан «Приония» пунктына тиклем таксиҙа барып етергә мөмкин («Πριόνια»), шулай уҡ йәйәүле маршруттар ҙа бар. Прионияла бәҙрәф, ресторан һәм машиналар ҡуйыу урыны бар, эргәлә урынлашҡан Изге Дионис монастырында ҡунып сығырға мөмкин.
Приониянан йәйәүле маршрут ҡунаҡхана һәм кемпинг өсөн зонанан торған «Спилиос-Агапитос» (Σπήλιος Αγαπητός, 2100 м) приютына тиклем бара[8], унан уның Скала түбәһенә һәм башҡа таулы приюттарға күтәрелергә мөмкин. Скала түбәһенән Сколио һәм Митикасҡа эләгергә була. Митикасҡа төндә һәм насар һауа торошо ваҡытында күтәрелеү хәүефле, шулай уҡ унда күтәрелеү өсөн физик әҙерлек талап ителә[9].
Тәүге тапҡыр 1913 йылда Христос Какалас тарафынан яулана[10].
Олимп формаһы ямғыр һәм ел тәьҫирендә формалашҡан, һөҙөмтәлә, диңгеҙ кимәленән 3000 метр бейеклектә (9800 фут) айырым башня барлыҡҡа килә, ул Литохородан 18 километр (11 миля) алыҫлыҡта урынлашҡан. Олимпта түбәләр күп, улар түңәрәк тиерлек формалы. Тауҙың әйләнә-тирәһе 150 километр (93 миля), урта өлөшөндә диаметры 26 километр (16 миля) һәм майҙаны 500 квадрат километр (190 квадрат миля). Төньяк-көнбайышҡа табан Влах Кокиноплоу ауылы урынлашҡан. Олимп менән Вулгара араһында Макрырема шишмәһе аға. Петра, Фронту һәм Дион ауылдары төньяк-көнбайышта, ә көнсығыш яғында Литохоро ҡалаһые урынлашҡан- унда Олимп тауҙарын икегә бүлеп Энипей йылғаһы аға. Көньяҡ-көнсығышта Зилиана тарлауығы Олимп тауын Като Олимпостан (Түбән Олимп) айырып тора, ә уның көньяҡ-көнбайыш яғында Сикаминея һәм Кария , Агиа Триада Sparmou монастыре һәм Pythion ауылы ята.[11]
Касирокампи кеүек танылған ҡоро тауҙары чапараль ҡыуаҡтары менән ҡапланған һәм ҡырағай ҡабан кеүек хайуандар өсөн йәшәү мөхите булып тора. Көнсығышҡа табан Дион тигеҙлеге уңдырышлы һәм уны Олимпта башланған шишмәләр һуғара.
Олимп таүы 200 миллион йыл элек һай диңгеҙ төбөндә ултырған тоҡомдарҙан барлыҡҡа килгән. Шуннан һуң төрлө геологик ваҡиғалар бер ҡоро төбәк һәм диңгеҙ барлыҡҡа килтерә. Бер миллион йыл элек боҙлоҡтар Олимпты ҡаплап торған, уның тигеҙ һәм уйһыу урындарын барлыҡҡа килтергән. Унан һуң ерҙә температура күтәрелә башлау менән боҙ иреп, барлыҡҡа килгән ағымдар түбәнерәк урындарҙа ваҡ таштарҙы йыуып төшөрә, осло башлы өйөмдәр хасил итә, улар бөтә төбәк буйынса тауҙарҙан диңгеҙгә тиклем тарала. Лептокария ҡалаһында урынлашҡан Олимп геология музейы тауҙың геологик төҙөлөшө тураһында тулы мәғлүмәт бирә.
Төбәктең ҡатмарлы геологик үткәне Олимп морфологияһында һәм уның милли паркында күренә. Бында тәрән тарлауыҡтар һәм тиҫтәләгән шыма түбәләр бар, уларҙың күбеһе 2000 метрҙан (6600 фут) бейегерәк, шул иҫәптән Агиос Антониос (2815 метр (9236 фут), Калогерос (2700 метр (8900 фут), Тумпа (2801 метр (9190 фут).), Профитис Илиас- Пророк Илия (2803 метр (9196 фут). Әммә туристарҙы бигерәк тә үҙәк, вертикаль тиерлек ҡаялар таң ҡалдыра. Литохоро ҡалаһы янында горизонтта, ике бер тигеҙ түбә араһында V хәрефе күренә. Һул яҡтағы түбә — Митикас (йәки Пантеон). Был Грецияның иң юғары нөктәһе. Уның уң яғында Стефани (йәки Зевс тәхете — 2902 метр (9521 фут), ул тауҙың иң текә урыны. Бигерәк тә уның һуңғы иң текә 200 метры альпинистлар өсөн етди проблема булып тора. Сколионан көньяҡтараҡ (40,0829 ° с. ш., 22,3571 ° в. д.), бейеклеге буйынса икенсе — 2911 метр булған «Мегала Казания». Бейек түбәләрҙең көнсығыш яғында текә биттәр параллель һырҙарға оҡшаш зонаны — "Зонарияны " хасил итә. Тағы ла тарыраҡ һәм текәрәк «Лукиа» тау һырҙары юғарыға, тау түбәһенә илтә.
Төньяҡта, Стефани менән Профитис Илиас араһында, 2550 метр бейеклектә (8370 фут) Музалар платоһы, ә көньякта, тауҙарҙың уратаһында тиерлек, 2350 метр бейеклектә — Бар альп тундра зонаһы (7710 фут) ята. Олимпта йырындар күп. Маврологос-Энипеас (14 км) һәм Маврацас-Спармос (13 км) йырындары айырылып тора һәм тауҙарҙы ике өлөшкә "бүлә ". Көньяҡ тауҙарҙа 13 км оҙонлоҡтағы Зилиана тарлауығы тауҙы Түбәнге Олимптан айырып тороусы тәбиғи сик булып тора. Бында шулай уҡ текә ярҙар бар һәм мәмерйәләр күп. Тауҙарҙа, башлыса, 2000 м тәрәнлектә, ҙур булмаған, ҡыҫҡа ваҡытҡа күренеп ҡалған күлдәр һәм шишмәләр барлыҡҡа килә. Бында Приония районында Энипей йылғаһы ағып сығып, Эгей диңгеҙенә барып ҡоя.
Όλυμπος Olumpos атамаһы грек атамаһы түгел тип иҫәпләйҙәр. Гомерҙың әҫәрҙәрендә (Odyssey 6.42) Οὔλυμπος Oulumpos илаһтар резиденцияһы тип атала (бер ниндәй түбәгә лә бәйләнмәгән атама). Гомер (Илиада 5.754, Одиссея 20.103) οὔλυμπος һүҙен οὐρανός ouranos «күк, һауа» мәғәнәһендә ҡуллана. Олимп тауы тарихта Белус тауы тип иҫкә алына (Илиада 1.591, илаһтар тәхете βηλ [ός] θεσπεσίο [ς] «небесный порог» тип атала).
Боронғо грек инаныуҙарында һәм мифологияһында «Олимп» ун ике Олимп илаһы йорто тигәнде аңлата. Тимәк был гректар йәшәгән ерҙәрҙәге иң бейек түбә, шуға күрә борон Олумпос тигән атамалы урындар Мизия, Лакония, Ликия, Кипр, Аттика , Эвбея, Ионияла һәм Лесбос утрауында Һ.б. ерҙәрҙә була. Фессалиялағы Олимп был тауҙарҙың иң бейеге, шуға ул барыһынан да илаһтар йәшәгән урынға нығыраҡ оҡшаған тип тапҡандармы, б.э.т. 5 быуатта Геродот (1.56) Олимпты Фессалиялағы түбә тип атай.
Пиериила, Олимптың төньяҡ итәгендә, грек мифологияһы буйынса туғыҙ муза- нәфис сәнғәт илаһтары, гректарҙың баш илаһы Зевс менән хәтер илаһы Мнемозина ҡыҙҙары йәшәй.[12][13]
Боронғо замандарҙа Олимп тауҙары Фессалия һәм Македония араһындағы тәбиғи сик булған. Бынан сығып, был тирәләрҙең тарихы Македонияның көсәйеүе, Хремонид һуғышы (Македонияның грек полистарына ҡаршы) һәм Македонияның б.э.т. IV—II быуаттарҙағы һуғыштарына бәйле тип һис ши кһеҙ әйтергә була. Ғосман империяһы осоронда был тауҙарҙа клефттар (партизандар) йәшеренеп ятҡан һәм үҙ операцияларын үткәргән . Төрөктәр уны үҙ хакимлыҡтары осоронда 400 йыл буйы Семаватеви тип йөрөткән.
1489 йылда бында Кар Михалис партизан отряды ойоштора. Олимптағы Ливади Олимп һәм Көнбайыш Македония арматолдарының (төбәктәрҙә тәртип һаҡлаусы ҡораллы көстәр, милиция) резиденцияһына әйләнә (етәкселәре-Панос Зидрос). XVIII быуатта арматолдарҙы (улар йыш ҡына клефттарға ҡушыла) мосолман албан арматолдарына алмаштырырға тура килә, албандар Македония ауылдарын талап тора. Клефттар ерҙә лә, диңгеҙҙә лә үҙ көрәшен туҡтатмай. Улар араһында Никоцарас, Гиоргакис Олимпиос тигән геройҙар һәм Лазаиой тигән легендар ғаилә була. Хатта XX (1912 йыл) бында юлбаҫарҙар йәшәгән, 1941 йылда грек армияһы отрядтары немецтарға ҡаршы һуғышҡан. Немец оккупацияһы ваҡытында (1941—1944) Грек Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте үҙәге була, һуңыраҡ Литохорола Грециялағы Граждандар һуғышы башлана (1946—1949).[14]
Пиерия Олимпының территорияһы археологик һәм тарихи урын тип иғлан ителгән. Диңгеҙҙән биш саҡрым йыраҡлыҡта Дион— Зевс һәм ун ике Олимп илаһына арналған боронғо Македония ҡалаһы урынлашҡан. Уның сәскә атыуы б.з.т.5 быуаттан б.э.5 быуатҡа тиклем дауам итә. 1928 йылдан алып ҡаҙыныу эштәре барышында Македония, эллинистик һәм Рим осорҙарына ҡараған күп һанлы әйберҙәр табылған. Хәҙерге ваҡытта бында 200 га майҙанлы уникаль археология паркы урынлашҡан, уның диуарҙары артында— боронғо ҡала һәм изге табыныу урындары. Күп кенә ҡомартҡылар һәм башҡа ҡыйбатлы әйберҙәр Диондың археология музейында һаҡлана.
Пимблия һәм Лейвитра, Олимп регионындағы тағы ике ҡала — Орфей һәм «орфик» мистериялар менән бәйле. Илаһ Аполлон һәм муза Каллиопаның улы Орфей бында Дионисҡа (Вакх) табыныу ғәмәлдәренә өйрәткән. Диңгеҙ буйында, стратегик урында, Македония ҡапҡаһы янында, беҙҙең эраның 7 һәм 10 быуаттары араһында Боронғо Гераклея ҡалаһында Платамон замогы, көньяҡтараҡ боронғо Пидна урынлашҡан. Бында б.э.т.168 йылдМакедония һәм Рим ғәскәре араһында хәл иткес алыш була. Пидна менән Олимп тауы араһында Византия осоро епискобының Лоулуди исемле нығытылған резиденцияһы һәм македон осоро кәшәнәләре (гробница) Катерини һәм Коринос урынлашҡан.[15]
Олимп районында шулай уҡ бер нисә христиан ҡомартҡыһы бар, шул иҫәптән православие христиандары табынған пророк (нәби) Илияға бағышланған бәләкәй храмы бар (Προφήτης ΗλΗας Profitis Ilias) Ул шул уҡ исемле тауҙа 2,803 м бейеклектә урынлашҡан. Ул XVI быуатта Олимптағы Изге Дионисий тарафынан төҙөлгән. Ул шулай уҡ төбәктәге иң ҙур монастыргә нигеҙ һалған. Боронғо Дионисий монастыре (бейеклеге 820 м) Энипей тарлауғында урынлашҡан, уға Литохоронан машинала барып етәргә була. Ғосман төрөктәре уны талайҙар һәм яндыралар, ә 1943 йыда немец илбаҫарҙары емерә, улар монастырҙы партизандарға ярҙам итеүҙә ғәйепләйҙәр.
Хәҙерге ваҡытта ул реставрацияланған һәм Литохоранан ситтә урынлашҡан Яңы Дионисий монастырының бер өлөшө булып тора. Олимптың көньяҡ итәгендә, Зилиана тарлауғындағы тауҙа (820 м), Карьянан 8 км йыраҡлыҡта, Каналон монастыры урынлашҡан. Уға 1055 йылда монахтар Дамиан һәм Иоаким тарафынан нигеҙ һалына, ә 2001 йылда ул реставрациялана һәм монастырь булараҡ эшләүен дауам итә. Унан көнбайышҡа табан, 1020 м бейеклектә Мавраца йылғаһы ярында, XVIII быуат башында бай һәм көслө булған, яңы грек мәғрифәтенә ҙур өлөшө индергән, билдәле Царицани мәктәбенә нигеҙ һалған Агиа-Триада Спарма монастыры урынлашҡан. Ул 1932 йылда ташланған, тик 2000 йылда тулыһынса ремонтлана һәм яңынан Элассона епархияһына ҡараған ир-ат монастыре булараҡ асыла.
Олимптағы бейеклеге буйынса өсөнсө урында торған Агиос Антониос (Άγιος Αντώνιος «Святой Антоний», 40,0677 ° N 22,3511 ° E , 2817 м) боронғо замандарҙа Зевсҡа табыныу урыны булған, был турала 1961 йылда археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында табылған әйберҙәр һөйләй. Хәҙерге заманда ҡайһы бер тикшеренүселәр тауҙы өйрәнергә һәм уның түбәһенә менеп етергә ынтылды. Мәҫәлән, француз археологы Леон Хезей (1855), немец тикшеренүсеһе Генрих Барт (1862) һәм немец инженеры Эдвард Рихтер. Рихтер 1911 йылда тау түбәһенә барып етергә тырыша, ләкин уны клефттар урлай һәм уны оҙатып йөрөгән төрөк жандармдарын үлтерә.
1913 йылдың 2 авгусында, Төньяҡ Греция Ғосман империяһы хакимлығынан азат ителгәндән һуң, альпинистар Олимптың түбәһенә барып етә. Швейцариянан Фредерик Буассоннас һәм Даниэль Бод-Бови Литохор ҡырағай кәзәләргә һунар итеүсе Христос Каккалос ярҙамында беренсе булып Грецияның иң юғары нөктәһенә барып еттеләр. Олимпҡа күтәрелеү буйынса ҙур тәжрибә туплаған Калос Митикас түбәһенә бырып еткән өс кешенең береһе була. Шунан һуң ул, 1976 йылда вафат булғансы, Олимпта рәсми гид була. 1921 йылда ул һәм Марсель Курц Олимптағы бейеклеге буйынса икенсе урында торған Стефаниға менә. Был тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп, Курц 1923 йылда бындағы түбәләр картаһы индерелгән «Le Mont Olympe» китабының редакторы була. 1928 йылда Каскалос менән бергә рәссам Василис Итакисиос та Олимпҡа күтәрелә, унда тапҡан мәмерйәне Музалар йорто тип атай һәм күп йылдлар дауамында тауҙарҙы һүрәткә төшөрә. Һуңыраҡ Олимптың фотоһүрәттәре эшләнә һәм ул картаға ентекләп төшөрөлә. Тау түбәһенә ҡайһы бер альпинистар ҡатмарлы һауа шарттарында, хатта ҡыш көнө лә, бер нисә тапҡыр менеп етә алған.
Йыл һайын Олимп тауына 10 000 кеше күтәрелә, үларҙың күбеһе бары тик Сколо түбәһенә генә етә. Олимп тауына менеү күп осраҡта Литохоро ҡалаһынан башлана, уны тау итәгендә ултырғанлыҡтан Илаһтар ҡалаһы тип тә йәрәтәләр. Ҡаланан юл Прионияға илтә, шул ерҙә альпинистар тауға күтәлерлә башлай.
Олимп климатын континенталь йоғонтоло Урта диңгеҙ тибындағы климат тиергә була. Бындағы төбәктәр диңгеҙ һәм тау араһына хас үҙенсәлектәргә лә эйә. Түбәнерәк урындарҙа (Литохоро һәм тау алдында) Урта диңгеҙ буйына хас, йәки эҫе һәм ҡоро йә, ә ҡышын дымлы һәм һалҡын климат. Юғарыраҡ ул дымлыраҡ һәм ҡырыҫыраҡ; был урындарҙа ҡышын ҡар, ә ямғырҙар һәм ҡар йәй көнө лә йыш яуа. Ҡышын Температура −10 ° C дан 10 ° C тиклем, ә йәйен- 0 ° C− 20 °C , ә ел көн дә тиерлек иҫә. Ғәҙәттә, температура 1 ° C тиклем 200 м бейеклектә төшә. Юғарыла дымлылыҡ та арта бара.
Олимп төньяҡ-көнсығыш битләүендә яуым-төшөм күберәк була, шуға күрә, үҫемлектәр донъяһында айырма күҙәтелә. Иң эҫе ай — август, иң һалҡын ай-февраль.
Иң бейек 2000 метрҙан артыҡ тау зонаһында туғыҙ айға яҡын ҡар ята (сентябрҙән майға тиклем). Ҡайһы бер урындарҙа ел 8-10 метр ҡалынлыҡтағы ҡар өйөмдәрен өйә (грекса анемозурия), ә ҡайһы бер тәрән соҡорҙарҙа ҡар йыл әйләнәһенә һаҡлана (мәңгелек ҡар). Олимптың альп төбәге өсөн 1960 йылдарҙа Грецияның иң бейектә урынлашҡан метеостанцияһы төҙөлгән, ул Агиос Антониос бейеклегендә (2815 м) урынлаштырылған . Уртаса һауа температураһы ҡышын −5 ° C һәм йәйен 10 ° C тәшкил итә. Яуым-төшөмдөң уртаса кимәле Агиос Антониола 149 см −170 см булғанда (1100 м), уның яртыһы йәйен ямғыр, ҡалғаны ҡышын ҡар булып яуа. Һауа торошо бер көн эсендә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе мөмкин. Йәй көндәрендә ямғырҙар кисен була, улар ғәҙәттә көслө ел һәм йәшенле була. Әммә 2000 метрҙан бейегерәк урындар тураһында мәғлүмәт аҙ, альпинистарға һәр вакыт үҙҙәре менән һыу, төрлө һауа шарттары өсөн кейем йөрөтөргә кәрәк.
Олимпта үҫемлектәр донъяһын 1836 йылда француз ботанигы Ошер-Элой өйрәнә башлай. Уның тикшеренеүҙәре һәм унан һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Олимп милли паркы Грецияның иң флоралы төбәктәренең береһе тип иҫәпләнә. Бында 1700 төр үҫемлек бар, был Греция флораһының 25 % тәшкил итә. 187бик мөһим, 56 — Грецияла эндемик, 23 — был төбәктә эндемик, йәки уларҙы тик Олимпта осратып була, 16 Грецияла һирәк осрай һәм тик Төньяҡ Грецияла ғына осрай .
Эгей диңгеҙенән Олимп тауы үрҙәренә тиклем үҫемлектәр һәм сәскәләр тураһында бик мөһим китапты 1980 йылда швед ботанигы Арне Стрид ом . яҙған.
Тауҙың түбәнерәк өлөшөндә осраған үҫемлектәрҙең күбеһе- ғәҙәти Урта диңгеҙ һәм Үҙәк Европа төрҙәре. Ramonda heldreichii (син. Jankaea heldreichii), Боҙлок осоро реликты, ботаниктар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы. Ландшафттың күп төрлөлөгө, тау битләүҙәренең төрлө яҡҡа ҡарап тороуы, уларҙың диңгеҙ яғына, йәки башҡа яҡҡа ориентирлашыуы Олимптың климатына тәьҫир итә. Шуға күрә бында төбәк микроклиматы хас, ул геологик фон һәм тупраҡ менән бергә айырым төр үҫемлектәр һәм биотоптар үҫеүенә булышлыҡ итә. Олимптың төньяғында ҡуйы ағаслыҡтар үҫә, сөнки был яуым-төшөм иң күп яуған яҡ, ә тауҙың көньяҡ- көнбайыш яғында үҫемлектәр әҙерәк.
Олимп дүрт флора зонаһына бүленә, ләкин ҡатмарлы топография һәм микроклиматтың төрлөлөгө арҡаһында улар асыҡтан-асыҡ бейеклеккә бәйләнмәгән.
-Урта диңгеҙ үҫемлектәре зонаһы
-Бук, ҡара шыршы һәм тау энәле ағас төрҙәре урман зонаһы
-Бореаль энәле ағастар зонаһы
-Урманһыҙ бейек тау зонаһы
300—500 м бейеклектә киң япраҡлы мәңгелек урман зонаһы (маки). Бында имән (Quercus ilex), кермес имән, еләк ағасы, киң япраҡлы филлирея, лавр, кедр һ.б. үҫә. Япраҡлы ағастарҙан: Fraxinus , Ulmus , Montpellier maple , Judas tree, terebinth , Cotinus coggygria һ.б.
Көнсығыш һәм төньяҡта ҡара шыршы үҫә (500—1700 м). Бында Науми (көнбайыш), Сталаматия һәv Поликастрола (көнсығыш) шулай уҡ гибрид ҡара шыршы , ҡара ҡарағай һәм Босния ҡарағайы үҫә. Төбәктә дымлыраҡ, уңдырышлыраҡ ерҙәрҙә урында айырым утрау хасил иткән бук ағасы ла осрай. Энипеас тарлауығы ағастар һәм ҡыуаҡтарға бигерәк тә бай. Унда тирәк, алыча, Европа тисы, сәтләүек ҡыуағы, падуб, мүшмел (кизил), дардар манна, саған һәм төрлө үҫемлектәр үҫә. Тарлауыҡтан көнсығыш яҡтағы тигеҙлекте тал, ҡара ерек һәм диңгеҙ ярындағы үҫемлектәр үҙ иткән.
Был зонала Босния ҡарағайы хакимлыҡ итә. Был ҡарағайҙың һирәк осрай торған төрө 1000 м күренә башлай һәм ҡара ҡарағайҙы алмаштыра барып, 1400 м тотош урманды хасил итә. 2000 м бейеклектән һуң урман һирәгәйә бара, 2500 м бейеклектән ағастар шыуышып менгән кеүек күренә . Босния ҡарағайы үҫкән ерҙәр башлыса ҡоро, ташлы, бында шишмәләр юҡ. Үҫемлектәр бындағы шарттарға яраҡлашҡан һәм төрлө ҡыуаҡтар һәм башааҡлыларҙан, chasmophytes һ.б.тора. Бындай бейеклектә Балҡан өсөн эндемик үҫемлек төрҙәре үҫә.
Босния ҡарағайы зонаһынан һуң ағасһыҙ альп болондары башлана. Улар ерҙең уңдырышлығы, дымлылығына һ.б. ҡарап, төрлө көтөүлек экосистемаларынан тора. Тотош алғанда альп системаһында 150 төр үҫемлек бар, улар ҡарлы болондарҙа, үләнле һаҙлыҡтарҙа, альп ишелмәләре һәм ҡая ярыҡтарында үҫә. Болондарҙа, ҡаяларҙа һәм текә яярҙарҙа бик күп эндемик үҫемлектәр, шулай уҡ Грецияның иң матур ялан сәскәләре үҫә.Уларҙың яртыһы тик Балҡанда, 23 — тик Олимпта үҫә һәм башҡа бер ерҙә лә осрамай.
Олимптағы 23 төбәктәге эндемик үҫемлекн (Олимп милли паркы менән идара итеү агенствоһы мәғлүмәте): Меңяпраҡ ambrosiaca , Alyssum handelii , Asprerula muscosa , Обриета thessala , Ҡыңғырау сәскәһе oreadum , Carum adamovicii , Centaurea incompleta , Centaurea litochorea , Centaurea transiens , Cerastrium theophrasti , Coincla шуаНз , Erysimum olympicum , Festuca Olympica, Дрок sakellariadis , Рамонда heldreichii , Ligusticum olympicum , Melampyrus ciliatum , Ophrys helenae (Ophrys sphegodessubsp. helenae), Poa thessala , Potentilla deorum , Rynchosinapis nivalis , Silene dionysii , Silene oligantha , Veronica thessalica , Viola striis-notata , Viola pseudograeca .
Олимптың (Οlympus) фаунаһы быға тиклем яҡшылап өйрәнелмәгән. Бында бик мөһим, хатта юҡҡа сығып барыусы төрҙәр бар. Төбәктә элек йәшәгән боландар юҡҡа сыҡҡан. Борон бында арыҫландар (Павсаний) йәшәгән, 16 быуатҡа тиклем айыуҙар булған (Житие святого Дионисия Позднего). 32 төр һөтимәр, шул иҫәптән Балҡан тау кәзәһе (серна) (Rυρicapra rupicapra balcanica), ҡоралай (Capreolus capreolus), ҡырағай ҡабан, ҡырағай бесәй (Felis sylvestris), бук һыуһары (Martes foina), ерән төлкө һәм ҡыҙыл тейен бар. Олимпты 108 төр ҡош (бытбылдыҡ, ҡарағош, ағуна, аҡ ҡауҙы, күк күгәрсен,ҡарсыға-ланнер, ҡарсыға-сапсан), ағас ҡарсығаһы, бөркөт (бер нисә төр) һәм һөҙһөт һ.б.) төйәк иткән.
Уларҙың һаны, бигерәк тә кейек ҡоштар һаны, күп түгел. Шишмә һәм ваҡытлыса быуылған быуаларҙа грек фаунаһына хас һөйрлеүселәр (22 төр, мәҫәлән йыландар, гөбөргәйелдәр, кеҫәрткеләр һ.б.) һәм ҡайһы бер-ер-һыу йәнлектәре (8 төр) бар. Бында бөжәктәр, бигерәк тә күбәләктәр күп.