Озеро | |
Оло Айыу күле | |
---|---|
ингл. Great Bear Lake, фр. Grand lac de l'Ours | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 156 м |
Үлсәме | 320 × 175 км |
Майҙаны | 31 153 км² |
Күләме | 2236 км³ |
Яр һыҙаты | 2719 км |
Иң тәрән урыны | 413 м |
Уртаса тәрәнләк | 72 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 11 717 км² |
Урынлашыуы | |
66° с. ш. 121° з. д.HGЯO | |
Ил | |
Провинция | Төньяҡ-Көнбайыш территориялар |
Оло Айыу күле Викимилектә |
Оло Айыу күле (ингл. Great Bear Lake, франц. Grand lac de l'Ours, слейви Sahtú) — Канаданың иң ҙур эске күле. Ҙурлығы буйынса Төньяҡ Америкала 4-се һәм донъяла 8-се урынды биләй.
Күл төньяҡ поляр түңәрәгендә, төньяҡ киңлектең 65 һәм 67 градустары араһында һәм көнбайыш оҙонлоҡтоң 118 һәм 123 градустары араһында, иңгеҙ кимәленән 156 метр юғарыраҡ урынлашҡан[1][2].
Күлдән Оло Айыу йылғаһы (Сахту-Де) ағып сыға, ул Маккензи йылғаһына ҡоя. Күл буйындағы тораҡ пункттар — Делайн (Deline, элекке Форт-Франклин) һәм Эко-Бей (Echo Bay, шулай уҡ Порт-Радий (Port Radium) тип атала). 1930 йылда Жильбер Лабин (Gilbert LaBine) күл тирәһендә уран ятҡылығын аса, уның нигеҙендә рудник төҙөлә. Бында табылған уран Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауҙа ҡулланнылған атом бомбаһы составында булған. Һуңыраҡ, сығарыу сығымдары юғары булғанлыҡтан, рудник ябыла[3]. Күл сунолар йөрөшлө. Төп порттары: Порт-Радий һәм Делайн[4]. Навигация осоро бик ҡыҫҡа. Июль айынан иртәрәк бик һирәк боҙҙан азат ителә. Сахту индеецтарының үҙ атамаһы күлдең атамаһына бәйле.
1950—1974 йй. күҙәтеү мәғлүмәттәре:
Ай | Температура (°C) |
Яуым-төшөм (мм) |
Яҡты көн (сәғ.) |
---|---|---|---|
Ғинуар | −27,0 | 11 | 0,19 |
Февраль | −27,0 | 8 | 1,82 |
Март | −19,1 | 14 | 7,57 |
Апрель | −10,7 | 6 | 16,03 |
Май | +1,2 | 14 | 21,76 |
Июнь | +9,0 | 14 | 23,16 |
Июль | +12,0 | 35 | 18,54 |
Август | +10,6 | 43 | 11,97 |
Сентябрь | +5,3 | 25 | 6,20 |
Октябрь | −3,2 | 27 | 2,85 |
Ноябрь | −14,8 | 25 | 0,39 |
Декабрь | −23,0 | 14 | 0,00 |
Уртаса | −7,2 | 10 | |
Барлығы | 236 |