Ольборг

Ольборг
дан. Aalborg
Герб
Нигеҙләү датаһы 16 июнь 1342
Рәсем
Рәсми атамаһы Aalborg
Этнохороним alborghesi
Дәүләт  Дания[1][2]
Административ үҙәге Северная Ютландия[d], Ольборг (коммуна), Ольборг[d], Ольборг[d] һәм Ольборг[d]
Административ-территориаль берәмек Ольборг (коммуна)
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығы Thomas Kastrup-Larsen[d]
Халыҡ һаны 113 417 кеше (1 ғинуар 2017)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 5 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Эдинбург[4][5][6] һәм Гдыня[d][7][8][9][…]
Майҙан 139 ± 0 км²
Почта индексы 9000, 9200, 9210, 9220, 9008, 9020, 9100 һәм 9400
Рәсми сайт aalborg.dk
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Вики-проект Q59079020?
Урындағы телефон коды 9
Карта
 Ольборг Викимилектә

Ольборг (дат. Aalborg [ˈʌlb̥ɒːˀ]) — Данияла, Төньяҡ Ютландияның үҙәгендә ҡала. Халҡы 104 885 кеше тәшкил итә (2012). Уның Лим-фьордтағы географик урыны Урта быуатта ҡаланың мөһим гавань, ә һуңыраҡ — сәнәғәт үҙәге булыуына булышлыҡ итә. Бөгөн Ольборг сәнәғәт ҡалаһынан фәнни үҙәккә күсеү осорон кисерә. Быға 1974 йылда барлыҡҡа килгән Ольборг университеты булышлыҡ итә. Ольборгта хәрби-һауа базаһы урынлашҡан. Ҡала лютеран епархияһы үҙәге.

Ольборгтың тарихы мең йылдан ашыу элек башлана. Башта был Лим-фьюрдта сауҙа урыны була. Ольборг Алабу исеме аҫтында 1040 йылғы тәңкәлә телгә алына. Ҡаланың исемен икенсе төрлө Алебу тип уҡырға була, яҡынса тәржемәһе «шишмә янында күп халыҡлы урын» тигәнде аңлата.

Урта быуаттарҙа Ольборг ныҡ үҫешә, ул Данияның иң эре ҡалаларының береһе була. Ҡаланың мул тормошо 1516 йылда сельдь һатыуға монополия алғас тағы ла нығына.

Ҡала хоҡуҡтарын Ольборг 1342 йылда ала, 1554 йылда епархия ойошторола.

Лим- фьорд менән йәнәш Нюторв майҙаны

1940 йылда Данияның немец оккупацияһы ваҡытында, Ольборгтағы аэропортты немец десантсылары баҫып ала. Ольборг тарихта десант ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған беренсе ҡала була.

Ольборг климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 3,1 3,1 6,8 12,3 16,2 19,1 21,8 21,5 17,7 12,4 7,9 3,8 12,1
Уртаса температура, °C 1,3 0,9 3,5 8,0 11,9 15,0 17,8 17,6 14,1 9,4 5,8 2,0 8,9
Уртаса минимум, °C −0,6 −1,3 0,2 3,8 7,7 10,9 13,8 13,7 10,5 6,5 3,7 0,1 5,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 32 28 21 22 27 33 45 36 34 40 35 32 385
Сығанаҡ: weatheronline.uk

Ольборг Данияның иген, цемент һәм балыҡ экспортлаусы сәнәғәт һәм коммерция үҙәге булып ҡала, әммә күп предприятиелар ҡалала йә банкротлыҡ сәбәбе менән, йә икенсе илгә күсеү арҡаһында һуңғы йылдарҙа ябылған.

Ольборгта De Danske Spritfabrikker’s («Дат спирт эшкәртеүсе завод») эшләй — донъяла иң ҙур предприятие, ул көслө алкоголь — аквавит етештерә, 140-тан ашыу илдәргә сығара.

Йомфру Ане урамы (Ane Gade Jomfru) тулыһынса ресторандарҙан һәм йәйәүлеләр зонаһына сыҡҡан бәләкәй террасаларҙан тора.
Линдхольмда автобус туҡталышы.

Aalborg industries компанияһы Ольборгта судно пар ҡаҙандары етештерә.

Ольборгта ел энергетик ҡоролмалары өсөн изделиелар етештерелә.

Ольборг шулай уҡ телекоммуникациялар сәнәғәтенең үҙәге булып тора. Күптән түгел Ольборгта Siemens Mobile (хәҙер — BenQ) бүлексәләренең береһе урынлашҡан була. Ольбола үҙәк (программасылар) Motorola тарафынан һатып алына.

1943 йылдан Ольборгта симфоник оркестр (Symfoniorkester Aalborg) эшләй. 2014 йылдан оркестрҙың төп майҙансығы — урындағы Музыка йорто (Musikkens Hus, 2014 йылда асыла, төп концерт залы 1300 самаһы тамашасыны һыйҙыра). Оркестр шулай уҡ Ольборг опера фестивален ойоштороусыларының береһе булып тора (2001 йылдан йыл һайын үткәрелә).

Йыл Халыҡ һаны
1672 4181
1769 4425
1787 4866
1801 5579
1834 7048
1845 7477
1860 10 069
1870 11 721
Йыл Халыҡ һаны
1880 14 152
1890 19 503
1901 31 457
1911 38 415
1921 48 239
1930 59 091
1940 74 681
1950 87 883
Йыл Халыҡ һаны
1960 96 436
1970 100 587
1976 94 994
1981 114 302
1986 113 650
1990 113 599
1994 119 157
1998 119 157
Йыл Халыҡ һаны
2002 120 359
2006 121 540
2010 123 432
2012 128 644
2017 113 417 [3]
  • Эске Брун (1904—1987) — дат сәйәси эшмәкәре, Икенсе донъя һуғышы йылдарында Гренландияның фактик хакимы

 Ҡалып:Wikidata/SisterCities