Ориноко

Ориноко
Ориноко дельтаһы
Ориноко дельтаһы
Характеристика
Оҙонлоғо 2736 км
Бассейн 880 000 км²
Һыу сығымы 30 000 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Дельгадо-Чальбауд тауы янында (Гвиана таулығы)
 · Бейеклеге 1047 м
 · Координаталар 2°19′05″ с. ш. 63°21′42″ з. д.HGЯO
Тамағы Атлантик океан
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 8°34′ с. ш. 60°30′ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Илдәр Колумбия Колумбия, Венесуэла Венесуэла
Ориноко (Венесуэла)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ориноко Викимилектә

Орино́ко (исп. Río Orinoco) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы йылға, башлыса Венесуэла территорияһы буйлап аға һәм Атлантик океанға ҡоя.

Оҙонлоғо — 2736 км, бассейн майҙаны — 880 000 км².

Ориноко Гвиана таулығының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Дельгадо-Чальбауд тауы эргәһендә, Венесуэланың Бразилия менән дәүләт сигенән алыҫ булмаған урында башлана. Йылға киң дуға барлыҡҡа килтереп башта көньяҡ-көнбайышҡа, һуңынан көнбайышҡа, артабан төньяҡҡа һәм аҙаҡ төньяҡ-көнсығышҡа табан аға. 41000 км² майҙанлы дельта барлыҡҡа килтереп Атлантик океанға ҡоя.

Ташҡындар осоронда йылғаның киңлеге 22 километрға, ә тәрәнлеге — 100 метрға барып етә. Ориноко суднолар йөрөшлө, океан караптары йылға тамағынан 435 километрға юғарыраҡ күтәрелә ала. Һыу сығымы 33000 м³/с.

Бассейн реки Ориноко

Венесуэла йылғаларының күбеһе Ориноко ҡушылдыҡтары булып тора. Ориноконың бер тармағы булған Касикьяре ҡылымығы үҙ һыуҙарын Амазонканың уң ҡушылдығы Риу-Негруға ҡоя һәм Ориноко менән Амазонка араһында тәбиғи канал барлыҡҡа килтерә — был бифурикацияның классик миҫалы булып тора.

Йылғала амазония дельфины һәм ориноко крокодилы тереклек итә.


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ