Орхан Вәли Ҡаныҡ | |
төр. Orhan Veli Kanık | |
![]() | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Псевдоним | Mehmet Ali Sel. |
Тыуған көнө | 13 апрель 1914[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Ыҫтамбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 1950[2][1][5][…] (36 йәш) |
Вафат булған урыны | Ыҫтамбул, Төркиә[2] |
Үлем сәбәбе | аневризмы сосудов головного мозга[d] |
Ерләнгән урыны | Ашиян[d] |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Уҡыу йорто |
Галатасарайский лицей[d] Истанбул университеты[d] Ататөрк исемендәге урта мәктәп (Анкара) |
Сәнғәт йүнәлеше | Garip[d] |
![]() |
Орхан Вәли Ҡаныҡ (13.04.1914-1950) — күренекле төрөк шағиры.Мәлих Андай, Октай Рифат менән Орхан Вәли Ҡаныҡ 20 быуатта Төркиә шәғриәтенә иң көслө йоғонто яһаусылар иҫәбенә инә.
Орхан Вәли 1950 йылдың 13 апрелендә Меһмед Вәли менән Фатима Нигәр ханым ғаиләһендә Истанбул провинцияһы Бейкоз ҡалаһында тыуған, уларҙың тағы Айше, Аднан, Фирузан исемле балалары була. Улы Орхан тыуғанда Меһмед Вәли хәрби оркестрҙа кларнетист булып хеҙмәт итә, һуңыраҡ оркестрҙың дирижеры, Анкара радиоһы директоры, һуңыраҡ Истанбул консерваторияһының ғилми советында, бер үк ваҡытта Истанбул радиоһында эшләй.
Анкарала лицей тамамлағандан һуң, 1932—1935 йылдарҙа Орхан Вәли университетының философия факультетында уҡый, тик уҡыуын ташлай. Төркиә Телеграф һәм почта милли хеҙмәтендә эшләй. Бында ул үҙенең элекке дуҫтарын Мәлих Андай менән Рифат Октайҙы осрата. Улар «Өс таған» исемле шиғри төркөм булып, бер стилдәге шиғырҙар яҙа башлай. Орхан Вәлиҙең тәүге шиғырҙары 1936 йылда «Верлик» исемле журналда баҫылып сыға. Орхан Вәлиҙең шиғырҙары Мәһмәт Али Сел исеме аҫтында донья күрә башлай.1936- 1942 йылдарҙа уның шиғырҙары «Инсан», «Сес»,"Күллүк", «Инҡилапчи Джерчлик», «Варлик» журналдарында баҫтырыла. Ул лирик шағир булараҡ таныла.
Ләкин 1937 йылдан ул дуҫтары кеүек яңы стилдә шиғырҙар яҙа башлай. 1942—1945 йылдарҙа ул хәрби хеҙмәттә була, унан лейтенант дәрәжәһендә ҡайта. Бер аҙ ваҡыт Төркиә мәғариф министрлығының тәржемә бүлегендә эшләй, француз теленән тәржемәләр менән шөғөлләнә. Был осорҙа ул «Ғарип» тигән шиғырҙар йыйынтығының икенсе китабын сығара. Гәзиттәр өсөн мәҡәләләр яҙа башлай.Мәғариф министрлығында етәкселек алмашыныу менән тәржемә бүлеге лә ябыла.
1948 йылдың аҙағында дуҫтары менән бергә «Япраҡ» тигән журнал сығара башлай, уның баш редакторы, нәшер итеүсеһе була. Журналда Октай Рифат менән Мәлих Жәүдәт Андайҙың социаль йүнәлештәге шиғырҙары баҫылып сыға. Өс шағир: Орхан Вәли, Октай Рифат һәм Мәлих Жәүдәт Андай революционер- яҙыусы Назим Хикмәтте төрмәнән азат итеүҙе талап итеп, өс көнлөк ас тороу ойоштора. Бер аҙҙан башҡа тотҡондар менән Назим Хикмәт тә амнистия буйынса төрмәнән сыға һәм Төркиәнән Советтар Союзына китә.
1949 йылда журналда Хужа Насретдин тураһында әкиәттәрҙе шиғри юлдар менән бирә. Уның һуңғы «Карси» исемле йыйынтығы сыға, шулай уҡ Шекспирҙың ҡайһы бер әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә итә.
«Япраҡ» журналы ябылғандан һуң Орхан Вәли Истанбулға ҡайта. Анкараға барған сағында урамда эшселәр асыҡ ҡалдырған соҡорға йығылып төшә. Бер аҙҙан уның хәле насарая башлай. Орхан Вәлиҙе алкоголизмдан дауалай башлайҙар, ә ысынында ул баш мейеһе аневризмаһынан вафат була.
Güneş/Sol, Leonardo da Fonseca (trad.), (n.t.) Revista Literária em Tradução, nº 2 (mar/2011), Fpolis/Brasil, ISSN 2177-5141
article in the Turkish Wikipedia
![]() |
Орхан Вәли Ҡаныҡ Викиөҙөмтәлә |
---|---|
![]() |
Орхан Вәли Ҡаныҡ Викикитапханала |
![]() |
Орхан Вәли Ҡаныҡ Викимилектә |