Оскар Авилес | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Перу |
Вторая фамилия в испанском имени | Arcos[d] |
Тыуған көнө | 24 март 1924[1][2] |
Тыуған урыны | Кальяо[d], Перу |
Вафат булған көнө | 5 апрель 2014[2] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Лима[d], Перу |
Балалары | Люси Авилес[d] |
Һөнәр төрө | автор-исполнитель, гитарасы, музыкальный продюсер, йырсы, композитор |
Музыка ҡоралы | гитара һәм вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Оскар Авилес (исп. Óscar Guillermo Avilés; (24 март 1924 йыл —4 май 2014 йыл) — Перу йырсыһы, музыкант, билдәле гитарасы, аранжировщик һәм композитор. Música criolla — перуан музыкаһы жанрының иң яратҡан һәм билдәле музыканттарының береһе[3].
«La Primera Guitarra del Perú» Почетлы титулына лайыҡ булыуы менән билдәле (Перуның Беренсе гитарасыһы).
Оскар Авилес илдә билдәле фотограф ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан креол музыкаһы менән мауыға. Гитарала уйнарға ҡартәсәһенән өйрәнә. Һуңғараҡ, 1936—1938 йылдарҙа, Милли консерваторияла гитараны ныҡлап үҙләштерә.
Музыкаль карьераһы 1939 йылда, 15 йәшендә, башлана — La Limeñita y Ascoy ағалы-ҡустылы дуэт менән. 1942 йылда Núñez, Arteaga & Avilés төркөмөндә сығыш яһай, улар менән бергә радиоконкурста еңеү яулай, конкурсты «La Noche» гәзите ойоштора. Әлеге конкурстан һуң уны La Primera Guitarra del Perú тип атай торған булалар. Был титулды йырсы ғүмеренең аҙағынаса һаҡлай. Артабан ул билдәле ансамблдәр һәм музыкаль төркөмдәр менән сығыш яһай, күренекле перуан йырсыларына аккомпаниаторлыҡ итә. Ҡала властары уның исемен музыкант тыуған урамға бирергә ҡарар итә һәм тыуған йорто фасадына мемориаль таҡтаташ урынлаштыра[4]
Бер нисә наградаға (шул иҫәптән, Сан-Маркос Университетының Почетлы докторы исеме) һәм күп алтын пластинкаларға эйә .