Остаҙ |
Остаҙ (рус. Устад, остад) - Көнбайыш Азия, Төньяҡ Африка, Көньяҡ Азия һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ҡулланылған маҡтаулы титул [1].
Фарсы һүҙе استاد (остаҙ) урта фарсы телендәге awestād ("оҫта», «оҫтаның оҫтаһы») килеп сыҡҡан.
Титул исем алдынан килә, ғәҙәттә хөрмәтле уҡытыусылар һәм рәссамдар өсөн ҡулланыла. Уны теләһә ниндәй сәнғәт йәки шөғөл оҫтаһы өсөн ҡулланырға мөмкин; мәҫәлән, танылған мотомеханикка остаҙ тип мөрәжәғәт итәләр [2]. Был терминды уҡыусы ла (шәкерт) үҙ уҡытыусыһына ҡарата ҡуллана ала.
Фарсы телендә, ғәрәп телле донъяла был исем университет профессорына ҡарата ҡулланыла. Бруней, Индонезия, Малайзия, Филиппин, Сингапур, Көньяҡ Таиланд дәүләттәрендә Остаҙ термины тик квалификациялы ислам ғалимдары өсөн генә ҡулланыла, ул ғәрәп донъяһында "шәйех" һәм Һинд субконтинентында "мәүләнә" кеүек терминдарҙың туранан-тура эквиваленты. Мальдивтарҙа был һүҙ юридик практика менән шөғөлләнергә лицензияланған кешеләр өсөн ҡулланыла.