Остеомиелит

Остеомиелит
Һөйәктеү кимегенең остеомиелиты
Һөйәктеү кимегенең остеомиелиты
МКБ-10

M8686.

МКБ-9

730730

MedlinePlus

000437

eMedicine

ped/1677 

 Остеомиелит Викимилектә

Остеомиелит (гр. osteon — һөйәк, myeloјs — мейе)— електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе менән бер юлы шешеүе[1]; һөйәктеү кимеге, эргәләге компакт матдәһе һәм һөйәк ярыһының бер юлы шешеүе[2].

Остеомиелит специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ. б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ. б. һөҙөмтәһендә); киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр.

Һөйәктәр ауыртыу, температура күтәрелеү һ. б.

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сепсис, эренле артрит, һөйәктәрҙең патологик һыныуы һ. б.

Диагностика өсөн тикшеренеүҙең инструменталь (рентгенография, радиоизотоп сканерлау, һөйәктең эске баҫымын үлсәү менән елеккә пункция эшләү) һәм лаборотор (пунктатты бактериологик тикшереү) ысулдары файҙаланыла.

Дауалау медикаментоз (антибактериаль, иммунитетты көсәйтеүсе һ. б. препараттар) һәм хирургик (некрэктомия, һөйәк ҡыуышлығын пластик материал менән тултырыу).

Ауырыу буйынса Башҡортостандағы тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда ауырыу проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр 20 быуаттың 40‑сы йылдары уртаһынан медицина университетында үткәрелә: А. А. Полянцев етәкселегендәге пуля менән яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән остеомиелитҡа дауалау ысулдары эшләнә, 70‑се йылдарҙан алып ололарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау (Е. Н. Кель, Р. Х. Мадьяров, В. Ғ. Сәхәүетдинов, Ш. И. Хөсәйенов), шул иҫәптән аутотрансплантаттар ҡулланып дауалау (В. О. Кузнецов), балаларҙа гематоген остеомиелитын дауалау алымдары камиллаштырыла (Ф. Х. Ғәйнанов, А. Г. Лютов һ. б.).

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
  • С. Ф. Усик. ОСТЕОМИЕЛИТ: КЛИНИКА, ДИАГНОСТИКА, ЛЕЧЕНИЕ :учебное пособие для врачей-интернов по специальности "Общая врачебная практика", для системы послевузовского профессионального образования. — Саратов: Наука, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-91272-114-4.