Панчо Владигеров | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тулы исеме |
Панчо Хараланов Владигеров | ||
Тыуған | |||
Тыуған урыны |
Цюрих | ||
Үлгән |
8 сентябрь 1978 (79 йәш) | ||
Үлгән урыны | |||
Һөнәрҙәре |
композитор, пианист , дирижёр, музыка педагогы | ||
Наградалар |
| ||
Аудио, фото, видео Викимилектә | |||
Панчо Хараланов Владигеров (13 март 1899 йыл — 8 сентябрь 1978 йыл) — болгар композиторы, пианист, дирижёр һәм музыка педагогы.
Панчо Хараланов Владигеров 1899 йылдың 13 мартында Швейцарияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Цюрих ҡалаһында болгар адвокаты Харалан Владигеров (?—1908) һәм табип Элиза Пастернак (Елизавета Леонтьевна Пастернак, 1869—1952) ғаиләһендә тыуған. Малай бала сағында ҡартатаһы, Одессанан күсеп килгән йәһүд-эмигрант Леон Пастернак ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ул Цюрихтағы Швейцария юғары техник мәктәбенең (аҙаҡтан Цюрих политтехникумы) математика профессоры[1], шахматсы[2] һәм һәүәҫкәр-музыкант була[3]. Әсәһенең бер туған ҡустыһы — Пётр Леонтьевич Пастернак (1885—1963), тимер-бетон конструкциялар һәм ҡоролмалар теорияһы өлкәһендә эшләгән совет ғалимы, Цюрих политтехникумын тамамлаған, 1934 йылдан Мәскәү инженер-төҙөлөш институты (хәҙер Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты) профессоры.
Панчо Владигеровтың бала саҡ йылдары Болгарияның төньяҡ-көнсығышындағы Шумен ҡалаһында үтә. 1912 йылда атаһы үлеп киткәс, әсәһе балалары менән Берлинға күсенә. 1912—1921 йылдарҙа Берлин юғары музыка мәктәбендә (русса Берлинская высшая школа музыки) һәм Нимес сәнғәт академияһында (артабан Берлин сәнғәт академияһы) үҫмер Павел Фёдорович Юон, Георг Шуман, Леонид Давидович Крейцер, Фридрих Гернсхайм кластарында пианинола уйнарға өйрәнә һәм композицияға уҡый. Саҡырыу буйынса 1918—1920 йылдарҙа Болгария армияһында хеҙмәт иткәндә концерт эшмәкәрлеге менән мәшғүл була.
1920 йылдан билдәле режиссёр Макс Райнхардт етәкселендә пианист һәм композитор булып эшләй. 1932 йылда Владигеров Болгарияға әйләнеп ҡайта һәм баш ҡалалағы София милли музыка академияһында (аҙаҡтан консерватория) уҡыта башлай, 1940 йылдан был уҡыу йортонда профессор. Музыкант үлгәндән һуң консерваторияға уның исеме бирелә.
Пианист булараҡ, Владигеров 1920-се йылдарҙа уҡ бөтөн Европала танылыу ала, быға уның интенсив гастролдәре һәм грампластинкаларға әүҙем яҙылыуы булышлыҡ итә. Концерттарҙа Владигеров үҙенең әҫәрҙәрен дә башҡара, шуға ла улар ҙа музыка һөйөүселәр араһында киң тарала. Опера, балет, симфония, фортепьяно өсөн биш концерт менән бергә композиторҙың ижад һандығында музыкаль яҡтан ул эшкәрткән һәм ноталарға һалған халыҡ йырҙары ла бик күп.
Улы — композитор һәм пианист Александр Владигеров (1933—1993).Могила Панчо Владигеров в Центральном кладбище Софии