![]() Пауль Эльвстрём выступает в классе Финн в Неаполитанском заливе на Олимпийских играх 1960 года | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Пауль Берт Эльвстрём |
Ысын исеме |
дан. Paul Bert Elvstrøm |
Гражданлығы | |
Специализация | |
Клуб |
Hellerup Sejlklub, Gentofte (DEN) |
Тыуған датаһы | |
Тыуған ере | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Буйы |
182 см |
Ауырлығы |
85 кг |
![]() ![]() |
Пауль Берт Эльвстрём (дан. Paul Bert Elvstrøm), 25 февраль 1928 йыл— 7 декабрь 2016 йыл) — Дания яхтсмены, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы (1948, 1952, 1956, 1960), күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы. 8 тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
1928 йылдың 25 февралендә Копенгаген эргәһендәге Хеллерупта тыуған. Олимпия уйындары тарихында тәүгеләрҙән булып дүрт тапҡыр индивидуаль төрҙәрҙә еңеүсе була.
Һуңғараҡ был ҡаҙаныштарҙы еңел атлеттар — Эл Ортер һәм Карл Льюис, яхтсмен Бен Эйнсли,, йөҙөүсе Майкл Фелпс, көрәшсе Каори Итё ҡабатлай.
1948—1988 йылдарҙа — һигеҙ Йәйге Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.
1972 йылда Килдә олимпия регатаһында [en] Эльвстрем, уҙыштар серияһында һәм бизнесында булған уңышһыҙлыҡтары арҡаһында нервылар өйәнәген кисерә. Һөҙөмтәлә регатаның һуңғы ике ярышында ҡатнашмай[4][5].
1980 йылдарҙа Трине (дан. Trine Inge Elvstrøm-Myralf) исемле ҡыҙы менән «Торнадо» класында сығыш яһай. 1983 һәм 1984 йылдарҙа уның менән Европа чемпионатында еңеү яулай.
12 йыл ярыштарҙа ҡатнашмағандан һуң, 1984 йылда Лос-Анджелес уйындарында 56 йәшлек Пауль «Торнадо» класында олимпияда миҙалы яулауға яҡын була.
Ул бронза яулаусы Австралия экипажынан 0,7 балға ғына еңелә (һуңғы уҙышта ғына артта ҡалдырғандары өсөн генә австралиялылар даттарҙы еңә, ә Эльвстрём атаһы һәм ҡыҙы 5-се урынды яулай).
4 йылдан һуң Сеулда үткән Олимпия уйындарыда 60 йәшлек Пауль карьераһында һуңғы тапҡыр сығыш яһай, ҡыҙы менән «Торнадо» класында 15-се урын биләй.
Эльвстрём — тарихта беренсе һәм һуңғы Олимпия уйындары араһы — 40 йыл булған 4 спортсының береһе. Әгәр Пауль Олимпия уйындарын (1964, 1976, 1980) ҡалдырмаған булһа, ул Олимпия уйындарында ҡатнашыу һаны буйынса берҙән-бер рекордсмен булыр ине.
Данияның йыйылма командаһында тренер булып эшләй. Билдәле парустар һәм спорт яхталары өсөн ҡорамалдар конструкторы. Бер нисә ярыш үткәреү ҡағиҙәләрен камиллаштырыуҙың авторы.
«Финн» швертбот кокпитендә ҡайыш беркетеп, яхтсмендарҙың ҡулланышына яңы ҡырынайыу технологияһын индерә. Был технология аяҡтарҙы һәм кәүҙәне борт тышына ышаныслы сығарырға мөмкинлек бирә[6].
1996 йылда Данияла «быуат спортсыһы» итеп танылған.
2007 йылдың ноябрь айында Португалияла йыл һайын үткәрелгән Елкәнле спорт халыҡ-ара федерацияһы (Sailing World) конференцияһында, Пауль Эльвстрем ИСАФ дан Залына индерелә[7].
2016 йылдың 7 декабрендә вафат була. Һуңғы йылдарҙа Альцгеймер ауырыуы менән көрәшә[8].
Дат, инглиз, немец, швед телендә сыҡҡан бер нисә китап авторы; бер китабы рус теленә тәржемә ителгән.