Пек

Тамыусы пек менән тәжрибә

Пек — (голландса pek — ыҫмала), ыҫмала (һәүерташлы, пиролиз, кокслаштырыу, ярым кокслаштырыу) һәм дегет (ағас, торф) ҡыуыу ҡалдыҡтары. Ҡара төҫтәге ҡаты (ҡайһы берҙә ҡуйы йәбешкәк) масса; һуғылғанда ҡабырсаҡҡа оҡшаш урын барлыҡҡа килтереп һына, туҡтауһыҙ ҡулланғанда һығылмалы була.

Сеймалға бәйле ташкүмер, торф, ағас, нефть пектары айырыла. Ташкүмер пегы йәбешкәк, термототороҡло, йөҙлөк тартылышына, еүешләнеүсәнлеккә, үртәлеүсәнлеккә эйә; ағыулы, осоусан ҡушылмалар өсөн ПДК 0,5 мг/м³; составына 500‑гә яҡын, шул иҫәптән, күп ядролы конденсирланған ароматик һәм гетероцикллы, ҡушылма, уларҙың полимерлашыу, поликонденсация продукттары инә. Алюмин электродтар һәм электрод күсәре, графит изделиелар, күмер‑графит блоктар һ.б. производствоһында анод массаһын алғанда пек коксын һәм пек‑бәйләүес барлыҡҡа килһен өсөн; брикетланған күмер яғыулығы, пеклы пластик массалар һәм лактар, йомшаҡ түбә әҙерләү һ.б. өсөн ҡулланыла. Ағас пек һыуҙа эремәй, күп кенә органик эретмәләрҙә эрей; һелте эретмәләрендә эмульсиялар барлыҡҡа килтерә; төп компоненты — юғары молекуляр Фенолкислоталар (55—85 %), ҡалғандары — цикллы альдегидтар, кетон һәм спирттар, фенолдың тулы эфирҙары, углеводородтар (6—25 %) һәм фенолдың альдегид менән конденсация продукттары. Ағас пеклы ҡойолған беркеткестәр, активлаштырылған күмер производствоһында бәйләүестәр, бетондарға өҫтәмәләр, простилка өсөн ыуар алғанда ҡулланыла. Ағас пегы нигеҙендә ағас‑ыҫмала эреткестәр менән берлектә ағас һәм металл изделиеларҙы буяу өсөн пеклы лак әҙерләнә. Нефть пегы шыйыҡ углеводород сеймалын (пиролиз ыҫмалаһы, дистиллятлы крекинг‑ҡалдыҡ) термополиконденсациялап алалар; составында бер нисә меңгә тиклем индивидуаль берләшмә, шул иҫәптән ароматик һәм нафтен рәтенән. Металлургияла, электроэнергетикала һ.б. төрлө углерод материалдар әҙерләгәндә ҡулланыла.

Пек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.