Герб | |
Үҙәк | Пермь |
Нигеҙе | 1781 |
Майҙаны | 332 052 км² |
Халыҡ | 2 994 302 (1897) |
Күсәгилешлелек: | |
← Пермь берәмек Урал өлкә (РСФСР) → | |
Пермь губернаһы Викиһаҡлағыста |
Пермь губернаһы — 1781—1923 йылдарҙа Рәсәй империяһының административ-терриориаль берәмеге.
Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы.
1796 йылда Пермь наместниклығы 12 өйәҙенән ойошторола. Губерна Верхотур, Екатеринбург өйәҙҙәренән, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск өйәҙҙәренән, Көңгөр, Уҫы өйәҙҙәренән, Оханск, Пермь өйәҙҙәренән, Соликамск, Чердынь, Шадринск өйәҙҙәренән торған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Екатеринбург, Красноуфимск, Уҫы, Пермь, Шадринск өйәҙҙәренең бер өлөшө 1—3‑сө башҡорт кантондары составынва инә. 1919 йылдың мартында Екатеринбург, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәре Арғаяш кантонына һәм Ҡошсо кантонына (Бәләкәй Башҡортостан) бирелә, июлдә Верхотур, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәренән Екатеринбург губернаһы ойошторола. 1921 йылдың мартында Пермь губернаһы составына Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе күсерелә. Пермь губернаһы 1923 йылда нояб. бөтөрөлә, территорияһы Урал өлкәһенең Үрге Кама, Көңгөр, Пермь, Сарапул округтары составына инә, 1938 йылдан Пермь өлкәһе ойошторола.
Майҙаны — 332 052 км² (1897). XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Вологда губернаһы, көнсығышта — Тубыл губернаһы, көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы менән сиктәш була. Ҡалалары: Пермь, Алапаевск, Верхотурье, Далматов, Дедюхин, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Көңгөр, Уҫы, Оханск, Соликамск, Чердынь, Шадринск (1869).
Тау сәнәғәте (мәғдән сығарыу, металлургия һәм химия тармаҡтары) һәм ауыл хужалығы киң үҫеш алған. Эре пр‑тиеларҙың төп өлөшө Верхотур, Екатеринбург, Красноуфимск, Пермь, Соликамск өйәҙҙәрендә урынлашҡан. Йәрминкәләр (иң билдәлеләре — Эрбет һәм Крестовский-Иваново) үткәрелгән, сауҙа һәм баҙар ойошторолған. XIX быуат уртаһында Сулман йылға буйлап пароход йөрөй башлай. Пермь тимер юлы участкалары төҙөлә: Пермь—Екатеринбург (1878), Екатеринбург—Силәбе (1896), Пермь—Котлас (1899), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) һәм башҡалар 783 сиркәү, 181 мәсет иҫәпләнгән (1870).
Халҡы: 1795 йылда — 900589 кеше, 1897 йылда — 2 994 302 (башҡорттар — 85 395, коми-пермяктар — 92 641, мариҙар — 15 687, мишәрҙәр — 21 163, татарҙар — 46 711, типтәрҙәр — 5 295, удмурттар — 6 505, урыҫтар — 2 705 327 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында губернала 2 849 166 крәҫтиән, 97 241 мещан, 17 482 дворян, 5 118 сауҙагәр һәм башҡалар иҫәпләнә; мосолмандар — 151495, православие динендәгеләр — 2815573 (шул иҫәптән 218 396 старообрядсы), католиктар — 2441, йәһүдтәр — 2119, протестанттар — 1184 һәм башҡалар.
Пермь губернаһы составында 12 улус иҫәпләнә
Көнбайышта Пермь губернаһы 7 өйәҙҙәре:
Исем | Өйәҙ ҡалаһы | Майҙаны (км2) | Халыҡ (1896—1897 йй) |
---|---|---|---|
Пермь өйәҙе | Пермь | 27 270,9 | 240 428 |
Красноуфимск өйәҙе | Красноуфимск | 24 485 | 244 310 |
Көңгөр өйәҙе | Көңгөр | 11 373 | 126 258 |
Уҫы өйәҙе | Уҫы | 19 246 | 284 547 |
Оханск өйәҙе | Оханск | 14 280,17 | 276 986 |
Соликамск өйәҙе | Соликамск | 29 334,3 | 237 268 |
Чердынь өйәҙе | Чердынь | 70 790 | 101 265 |
Көнсығышта Пермь губернаһы 5 өйәҙҙәре:
Исем | Өйәҙ ҡалаһы | Майҙаны (км2) | Халыҡ (1896—1897 йй) |
---|---|---|---|
Верхотур өйәҙе | Верхотур | 60 117 | 208 237 |
Екатеринбург өйәҙе | Екатеринбург | 28 291 | 347 133 |
Ирбит өйәҙе | Ирбит | 10 119 | 147 786 |
Ҡамышлы өйәҙе | Ҡамышлы | 15 411 | 248 860 |
Шадринск өйәҙе | Шадринск | 18 035,6 | 319 286 |