Перхули |
Перхули - (груз. ფერხული)- Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.
Грузин халҡының башлыса ир-ат башҡара торған бейеүе, әйлән-бәйләне. Кәмендә 20 вариант араһынан "ҡатлы" перхули иң популяр формаларының береһе булып тора, уны бер төркөм бейеүселәр икенсе төркөмдөң яурынына баҫып бейей. Музыка ритмы 3/4.
Перхулиҙың йәнә бер төрө 4/4 күләмендәге көйгә әкрен тиҙлекте етеҙе менән сиратлаштырып бейейҙәр. Сванетияның төньяҡ-көнбайыш төбәгендә перхули варианттары бигерәк бай [1]
Бейеү 2013 йылда Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән [2][3]