Песто

Песто

Тыуған иле

 Италия

Уйлап сығарылған йылы

1865

Компоненттар
Төп

һарымһаҡ[d], базилик[d], кедр сәтләүеге[d], зәйтүн майы, пармезан[d] һәм Пекорино Сардо[d]

Викимилектә медиафайлдар Песто
Феттучине песто менән

Пе́сто (итал. pesto — тапайым, ваҡлайым) — зәйтүн майы, базилик һәм сыр ҡушып эшләнгән популяр итальян соусы. Песто үҙенсәлекле йәшел төҫтә була. Ғәҙәттә пестоны бәләкәй генә һауыттарҙы бирәләр. Ҡыҙыл төҫлө песто ла була, быларына ҡояшта киптерелгән помидор ҡушылған була.

Пестоны пастаға ҡушып ашайҙар, һурпа һәм лазаньи әҙерләгәндә ҡушалар, шулай уҡ икмәккә һәм крекер печеньегә һылап ашайҙар.

Килеп сығышын төньяҡ Италиянан, Лагурия регионындағы Геруниянан (pesto alla genovese) тип иҫәпләйҙәр. Песто Рим империяһы осоронан уҡ билдәле булған тип иҫәпләйҙәр, әммә соус әҙерләүҙең яҙма рецебы 1865 йылдан ғына билдәле[1].

Классик Pesto alla Genovese мәрмәр килелә ағас төйгәс менән эшләнә. Бының өсөн Генуяла ғына үҫкән базилик, пиния оролоғо, һарымһаҡ, «экстра» сортлы зәйтүн майы һәм юғары сортлы пекорино сыры алына. Осһоҙораҡ соустарҙы пиния орлоғо урынына грек сәтләүеге, йәки башҡа осһоҙ тәмләткестәр ҡулланыла. Зәйтүн майы һәм сыр ҙа түбәнерәк сортлылары алына.

Францияның Прованс өлкәһендә шуға оҡшаған, сәтләүек ҡушылмаған, писту (франц. pistou) соусын әҙерләйҙәр.

Австрияла ваҡланған ҡабаҡ емештәре ҡушылған песто әҙерләйҙәр. Германияла базилик урынына айыу йыуаһы ҡушылған соус яһайҙар.

  1. Наталья Агафонова. Как приготовить настоящий соус песто? Рецепты Италии. Аргументы и факты (20 ғинуар 2012). Дата обращения: 12 ноябрь 2016.