Пестряев Андрей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 декабрь 1969 (55 йәш) |
Тыуған урыны |
Фәрғәнә, Үзбәк ССР-ы[d], СССР Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | боксёр |
Спорт төрө | Бокс |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1992[d] |
Пестряев Андрей Михайлович (5 декабрь 1969 йыл, Фирғәнә ҡалаһы, Үзбәк ССР-ы) — Рәсәй боксеры. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы, профессионалдар араһында ике тапҡыр Европа чемпионы, Донъя чемпионы титулына дәғүәсе. Бокс буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991).
Андрей Михайлович Пестряев 1969 йылдың 5 декабрендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә ҡалаһында тыуған. 42-се профессиональ техник училищеһының бокс секцияһы (Стәрлетамаҡ; тренеры М. М. Ғәлләмов), «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең (Өфө; тренеры Р. М. Ғибадуллин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР (1991) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 2005 йылдан балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Санкт-Петербург)[1], 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе тренер-уҡытыусыһы[2].
д/ф. Андрей Пестряев. Без страха и упрека. 2006, Черно-белый квадрат. Программа о боксе.