Петар Кочич

Петар Кочич
сер. Петар Кочић
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Ғосман империяһы
Тыуған көнө 29 июнь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Стричичи[d], Босния виләйәте[d], Ғосман империяһы[4]
Вафат булған көнө 27 август 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][3] (39 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Австро-венгерская оккупация Сербии[d], Австро-Венгрия[5][4]
Ерләнгән урыны Яңы зыярат[d]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле Серб теле
Һөнәр төрө шағир, журналист, романист, сәйәсмән
Уҡыу йорто Вена университеты
 Петар Кочич Викимилектә

Петар Кочич (сер. Петар Кочић; 29 июнь 1877 йыл, Стричич, Босния һәм Герцеговина, Австро-Венгрия (хәҙерге Баня-Лука, Серб Республикаһы Босния һәм Герцеговина составында) — 27 август 1916 йыл, Белград) — Босния һәм серб яҙыусыһы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре, новелла яҙыусыһы һәм сатирик. ХХ быуат башы серб әҙәбиәтенең иң күренекле эшмәкәрҙәренең береһе.

Славистиканы Вена университетында өйрәнә. Скопье гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Сараевола йәшәй, тормошоноң аҙағында — Белградта көн итә.

Радикаль ҡарашлы әүҙем сәйәсмән, тыуған ерен Австрия-Венгрия ғәскәрҙәре баҫып алыуына ризаһыҙлыҡ белдерә, ә һуңынан Босния һәм Герцеговина аннексияһы менән ризалашмай. Радикаль ҡараштары өсөн — 1907 һәм 1909 йылдарҙа — Австрия-венгрия властарынан эҙәрлекләнә һәм ҡулға алына. 1910 йылда Босния парламентына һайланды.

Белградта Яңы зыяратта ерләнгән.

Белгородтағы Петар Кочичтың һәйкәле
Марк Югославия. 1977 й.

П.Кочичтың ижады феодал эксплуатацияһынан, австро-венгр властарының террорынан йонсоған босния крәҫтиәндәренең трагик яҙмышына арналған.

Үҙенең проза һәм драма әҫәрҙәрендә персонаждарҙың тормошон һәм яҙмыштарын күрһәткән, шулай уҡ халыҡ теленең нәфис өлгөләрен оҫта файҙаланған. Австрия-Венгрия властарының идара итеүенең кире социаль эҙемтәләрен реаль һәм сатира аша һүрәтләй.

Уның иң мөһим әҫәре иҫәпләнгән сатирик пьесаһы «Бурһыҡ суд алдында» (1904) («Sudom pred jazavac») оҙаҡ ваҡыт сәхнәлә күрһәтелә һәм ҙур уңыш менән файҙалана.

Танылыуы һәм хәтер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петар Кочичтың тормошо һәм ижадына тыуған ерендә оло хөрмәт күрһәтелә.

  • Сербияның бер нисә ҡалаһында, Босния һәм Герцеговина ҡалаларында уның хөрмәтенә һәйкәлдәр ҡуйылған.
  • Яҙыусы һүрәттәре Серб Республикаһының 1993 йылда сығарылған барлыҡ динар банкноталарында урынлаштырылған, 1998 йылда 100 маркаға конверсияланған Босния һәм Герцеговинаның милли валютаһында сығарылған.
  • 1977 йылда Югославия почтаһы яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейына арнап марка сығара.
  • «Кочићево ҡәләме» һәм «Кочићева књига» исемле әҙәби премиялар булдырылған.
  • 1980—1999 йыл осоронда Серб Республикаһы халыҡ һәм университет китапханаһы Петар Кочич исемен йөрөтә.

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сабирать дјела, 3 томда, 1967.
  1. Record #64065718 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Petar Kočić // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 Кочич Петар // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #118936115 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.