Петрич (ҡала)

Петрич
болг. Петрич
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Петрич[1] һәм Petrich[1]
Дәүләт  Болгария
Административ үҙәге Петрич[d]
Административ-территориаль берәмек Петрич[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 29 479 кеше (15 март 2024)[2],
40 346 кеше (15 март 2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 168 ± 1 метр
Майҙан 80,421 км²
Почта индексы 2850
Рәсми сайт petrich.egov.bg
Яуаплы Проект:Болгария[d][1]
Урындағы телефон коды 0745
Номер тамғаһы коды E
Категория для почётных граждан субъекта Q32823115?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Petrich[d]
Карта
 Петрич Викимилектә

Петрич (болг. Петрич) — Болгарияның Благоевград өлкәһендәге ҡала. Петрич общинаһының административ үҙәге. Благоевград ҡалаһының үҙәгенән яҡынса 70 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡалала 28 902 кеше йәшәгән[3]. Петрич — халыҡ һаны буйынса Благоевградтан һуң өлкәлә икенсе ҡала. Болгарияның көньяҡ-көнбайышында Петрич һөҙәгендә, Греция һәм Македония сигенән алыҫ түгел, Беласица тауҙарының төньяҡ битләүҙәрендә ята. Ҡала эргәһендә Струмешницы йылғаһының ҡушылдығы Луда Мара йылғаһы аға.

Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 130-305 метр, урта диңгеҙ буйы климаты хас. Уртаса йыллыҡ температура +13,9 °C, уртаса ғинуар температураһы +2,6 °C, июлдә уртаса температура +25,6 °C. Уртаса яуым — төшөм күләме - 670 мм, ҡышын максимум — 204 мм, ә йәйен — 103 мм. Ҡышын ҡар юҡ тиерлек, ә йәй шаҡтай эҫе.

Археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәләре буйынса яҡын тирә биләмәләрендә бер нисә боронғо фракия ултыраҡтары асыҡланған. Петрич урынында беренсе ултыраҡтар X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән, ә әһәмиәтле тораҡ пункты һәм төбәк үҙәге булараҡ ул XII—XIV быуаттарҙа була[4].

Беренсе Болгар батшалығы составына Петрич крайы 837 йылда Персиан хандың Византия менән һуғышы һөҙөмтәһендә инә.

Петрич ҡалаһының халыҡ һаны динамикаһы[3]
Йыл 1934 1946 1956 1965 1975 1985 1992 2001 2011
Кеше 10120 13493 16401 20639 24379 26482 27659 29606 28902
Халыҡтың милли составы (2011 йылға)[5]:
Милләте Кеше Процент
болгарҙар 23967 90,25%
төрөктәр 86 0,32%
сиғандар 2309 8,69%
башҡалар 78 0,29%
билдәләнмәгән. 116 0,44%
Бөтә яуаптар 26556
  • Александр Унев — болгар уҡытыусыһы һәм Эске- македон-одрин революцион ойошмаһы эшмәкәре. 1907—1908 уҡыу йылында Петрич училищеһында француз теле уҡытыусыһы булған. Бында ойошманың етәкселек органы префектураһын етәкләй[6]
  • Ванга (31.01.1911—11.08.1996) — күрәҙәсе.
  • Кирил Терзиев (1993 р-ны) — көрәшсе, Олимпиада-2008 бронза призеры
  • Эвелина Николова (1993) — ҡатын-ҡыҙҙар ирекле көрәше буйынса болгар спортсыһы