Петрушка үләне (рус. Петру́шка кудря́вая, Петрушка курчавая, лат. Petroselinum crispum) — сатырлылар (Apiaceae) ғаиләһенән ике йыллыҡ үҫемлек. Бейеклеге 20-100 см. Июнь-июль айҙарында һарғылт йәшел йәки аҡ сәскә ата, августа орлоғо өлгөрә.
Петрушка япрағы кулинарияла тәмләткес итеп ҡулланыла.
Петрушка үләненең тыуған яғы — Урта диңгеҙ буйындағы илдәр. Төрлө илдәрҙә йәшелсә булараҡ сәсеп үҫтерелә.
- удченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0. (рус.)
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1