Пиленай | |
Дәүләт | Литва |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 25 февраль 1336 |
Пиленай — урта быуат Литва һарайы, Литва тарихында героик оборонаһы менән бәйле яҡшы билдәле.
Кенәз Маргирис етәкселегендәге тарихи оборона, 1336 йылдың 25 февралендә үтә, был көндө һарайҙы Тевтон ордены армияһы ҡамауға ала. Тәре походында ҡатнашыусылар менән бөйөк магистр Дитрих фон Альтенбург етәкселек итә. Ул Пруссия менән сиктәш булған Жемайтия терәк пунктын юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Пиленай һәм уның эргә-тирәһендә йәшәүсе халыҡ үҙҙәренән көслөрәк дошмандан һаҡланып булмауын аңлап, күмәк ҡул һалыу башҡарырға ниәт ҡыла, дошманға бер нәмә лә эләкмәһен өсөн бөтә мөлкәтте юҡҡа сығарып, һарайҙы үртәргә ҡарар ителә. Улар ҡоллоҡҡа ҡалыуға ҡарағанда үлеүҙе артығыраҡ күрә. Башта халыҡ үҙ мөлкәтен яндыра, һарайға ут төртә, һуңынан ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың балалары үҙ-үҙенә ҡул һала. Ливон хроникаларында яҙылыуынса, башта ҡанбаба-ҡарсыҡ балта менән йөҙҙән ашыу ҡәлғә һаҡлаусыны сабып үлтерә. Аҙаҡ, һарайҙың дошманға ҡаршы тора алмауы билдәләнгәс, Маргирис кенәз ҡылыс менән үҙенең ҡатынын урталайға сапҡылай, ә һуңынан башҡаларҙы ла үлтерә[1].
Орден хроникасыһы Виганд Мамбургскийҙың мәғлүмәттәре буйынса, һарайҙа барыһы 4000 кеше булған.
Пиленайҙың урынлашҡан ере бик оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. Төрлө тарихсылар һәм археологтар легендар һарайҙың урынлашҡан еренә ҡағылышлы күп төрлө гипотезалар тәҡдим итә. 2016 йылда археологтар төркөмө һарайҙың Жемайтиялағы Шигаль районы Билёнай ҡурғанында урынлашыу ихтималлығын аныҡлай[2].
Ҡәлғә героик оборонаһы үҙенә күрә ҡаршы тороу символы булып тора. Композитор Витаутас Клова был ваҡиға тураһында Пиленай операһын ижад итә, уның премьераһы 1956 йылда үтә.