Пиротехника, иҫкесә пиротехния (һ. б.бор. грек. πῦρ. Сигнал биреү йәки визуаль эффект булдырыу өсөн янар составтар әҙерләү һәм уларҙы яндырыу технологиялары менән бәйле техника тармағы.
Пиротехник изделие — талап ителгән яныу (шартлау) эффектын булдырыу өсөн тәғәйенләнгән пиротехник составлы изделие.
Пиротехник состав - тирә-яҡ мөхит ҡатнашлығында йәки үҙ аллы яныуға һәләтле компоненттар ҡатнашмаһы, яныу процесында газ һәм конденсациаланған продукттар, йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм механик энергия тыуҙырыусы һәм төрлө оптик, электр, бари һәм башҡа махсус эффекттар барлыҡҡа килтереүсе состав[1].
Пиротехника хәрби (сигнал ракетницалары, яҡтылыҡ тауышы махсус саралары, төтөн шашкалары), махсуслаштырылған (кино төшөрөү махсус эффекттары, граждандар ҡулланыуы өсөн сигнал саралары, пироболттар, тимер юл петардалары) һәм күңел аса торған (башлыса фейерверк изделиелары — петардалар, бенгаль шәмдәре, хлопушкалар, ракеталар, фонтандар, салюттар) техникаларға бүленә. Пиротехникаға шулай уҡ шырпылар һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәре өсөн махсус пиропатрондар инә.
Көнкүрештә пиротехник изделияларҙың ҡулланыу инструкцияһына ярашлы булғандары, кешеләрҙең һәм тирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндәре ҡулланыла. Көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән пиротехника изделиеларының хәүеф класы III класстан юғарыраҡ булырға тейеш түгел[1][1].
Махсус белем һәм ҡулайламалар (ҡоролмалар) талап ителгән пиротехник изделиелар ғына техник тәғәйенләнештә ҡулланыла[1]
Сығанаҡ компоненттар: окислитель, яныусан матдәләр, цементаторҙар һәм флегматизаторҙар.
Окислителдәр — юғары температурала кислород бүлеп сығара алған матдәләр: хлорат, перхлорат, селитра, сульфаттар, перманганаттар, хроматтар, пероксидтар һәм металл оксидтары.
Яныусы матдәләр — билдәле бер шарттарҙа һауа кислородынан, йәки окисланыусы агент биргән кислородтан окисланырға һәләтле матдәләр. Органик булмаған — металл чиптары (Al, Mg, Zr, Si, Fe, Sb, Zn, һәм Al-Mg, Al-Si һ. б.), көкөрт, күмер, фосфор, көкөрт фосфоры, сульфидтар. Органик — ағас сыралары, ыҫмалалар (идитол, бакелит, шеллак, канифоль, гуммиарабик,, росин тоҙҙары), майҙар (йомшаҡ май, кастор майы), углеводородтар (нафталин, антрацен, нефть, парафин, тау балауыҙы йәки озокерит, май, кәрәсин), углеводтар (виноград, ҡамыш шәкәре, крахмал, декстрин, целлюлоза))[2].
Төрлө төҫтәр өсөн төрлө металдар тоҙҙары ҡулланыла (барий — йәшел, стронций — ҡыҙыл, натрий — һары, баҡыр — зәңгәр, кальций — ҡыҙғылт-һары). Төп композицияһы — дары. Продукция корпусы хәүефле фрагменттар бирмәгән еңел материалдарҙан: картондан, пластиктан — эшләнә.
Фейерверк изделиелары:
Махсуслаштырылған/хәрбиҙәр өсөн изделиелар:
транспортында ҡулланыла;
өсөн;
эштә (төрлө зарядтар, мәҫәлән, ГШяд-23 пушкаһын ҡабаттан зарядлау өсөн ҡулланыла;