Пицунда

Пицунда
абх. Пицунда
груз. ბიჭვინთა
Рәсем
Рәсми атамаһы Пицунда һәм ბიჭვინთა
Рәсми тел абхазский язык[d] һәм Грузин теле
Дәүләт  Грузия
 Автономная Республика Абхазия[d]
Административ-территориаль берәмек Гагрский муниципалитет[d] һәм Абхазская Автономная Советская Социалистическая Республика[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 4107 кеше (2019)[1]
Туғандаш ҡала Дмитров[d] һәм Курск[2]
Алыштырған Pityus[d]
Урынлашыу картаһы
Номер тамғаһы коды ABH
Карта
 Пицунда Викимилектә

Пицунда (абх. Пицунда, груз. ბიჭვინთაБичвинт) — Абхазиялағы ҡала (2007 йылдың 10 июненән, алдараҡ — ҡала тибындағы ҡасаба)[3][4], өлөшләтә танылған Абхазия Республикаһының Гагра районында урынлашҡан, Грузияның административ бүленешенә ярашлы — Абхаз Автономиялы Республикаһының Гагра муниципалитетындағы ҡасаба[5], Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры буйындағы шул уҡ исемле моронда диңгеҙ буйы, Гагранан көньяҡҡа ҡарай 25 км алыҫлыҡта ята.

Пицундала беренсе ауылдар беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.

Телсе О. Н. Трубачевтың белгестәр менән тап килмәгән версияһы буйынса[6], ҡала атамаһы боронғо һинд ария теленә *pitunda — ҡарағай барып тоташа[7].

Һуңынан гректар тарафынан моронда боронғо ҡала һәм Питиунт портына нигеҙ һалына (бор. Πιτυοῦς, Ҡарағай). Беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағында — I быуат башында, ул эллин Понтик батшалығына инә.

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Пицундала рим ҡәлғәһе урынлаша, , ә IV быуат урталарында бында Кавказ христиан диненең үҙәгенә нигеҙ һалына. 407 йылда Пицундала Изге Иоанн Златоуст, Константинополь архиепискобы вафат була. Пицунда соборының алтары аҫтында уға кәшәнә ҡоролған, унда изгенең мәйетенең өлөштәре һаҡлана.

780 йылдарҙа Питиунт Абхаз батшалығы составына, ә X быуаттан— берләшкән Абхаз-Грузин дәүләте составына инә. XI быуаттан Пицунда Бичвинта исеме аҫтында грузин сығанаҡтарында телгә алына.

XIV—[XV быуат]]тарҙа бында Пецонда генуя факторияһы урынлаша (итал. Pezonda).

XVII—[XVIII быуат]]тарҙа ҡала Ғосман империяһы власы аҫтында була, ә XIX быуат башынан Абхазия менән бергә Рәсәй Империяһы составына инә.

1950 йылдарҙағы археологик ҡаҙылмалар ғибәҙәтханаларҙың ҡалдыҡтарын (шул иҫәптән мозаикалыиҙәндәре менән IV—V быуаттар базиликаһын), ҡәлғә һәм тораҡ ҡоролмаларын, мунсаларҙы таба.

1990 йылдар башында Пицунда грузин-абхаз конфликты үҙәктәренең береһе була.

Ҡала Ҡара диңгеҙҙең Пицунда бухтаһы яры буйында шул уҡ исемле моронда урынлашҡан.

Йылғалары һәм күлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бзыбь йылғаһы
  • Инкит күле
  • Пицунда күле
  • Анышхцара күле

Пицундала климат дымлы урта диңгеҙ субтропик, Гагра климатына оҡшаш. Йәй йылы (августа температура +29 °C), ҡыш йомшаҡ, ғинуарҙа яҡынса температура +11 °C, уртаса йыллыҡ температура +16,5 °C.

Яуым-төшөм (яҡынса 1400 мм/йыл) бөтә йыл буйына була, башлыса ямғыр булараҡ яуа.

1959 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пицундала 911 кеше йәшәй, күпселеген урыҫтар тәшкил иткән[8][9].

1989 йылда Пицундалы 10146 кеше йәшәгән[10], улар араһында урыҫтар өҫтөнлөк иткән (41 %), грузиндар (23 %), абхаздар (16 %), әрмәндәр (5 %) һ. б. (5 %) тәшкил иткән[11][12].

1990 йылда хәрби хәрәкәттәр башланғандан һуң, грузин һәм рус халҡы ҡырҡа кәмей. 2003 йылда Абхазия Республикаһы властары үткәргән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡаланың халҡы 3842 кеше тәшкил итә[13].

СССР тарҡалғандан һуң курорттарының популярлығы кәмей, шуға ҡарамаҫтан, ҡалаға Рәсәй туристары әүҙем йөрөй.

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пицунда ҡалаһы халҡы 4198 кеше тәшкил иткән, уларҙан 2465 кеше — абхаздар (58,7 %), 1144 кеше — урыҫтар (27,3 %), 180 кеше — әрмәндәр (4,3 %), 135 кеше — грузиндар (3,2 %), 93 кеше — украиндар (2,2 %), 181 кеше — башҡа милләт кешеләре (4,3 %)[14]

Һауыҡтырыу һәм ял итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала һәм уның тирә-яҡтарында ял итеү ныҡ үҫешкән, шәхси ҡунаҡ йорттары һәм бәләкәй ҡунаҡханалар туристарҙы ҡабул итә.

Пицунда яры буйында ҡунаҡханалар, пансионаттар урынлашҡан.

Пансионаттарҙың берләшмәһә «Пицунда» курорты диңгеҙ яр буйында реликт ҡарағайы ҡулҡыһы уратып алған Пицунда мороно янында урынлашҡан, был ете 14 ҡатлы корпустар: «Маяҡ», «Амзара», «Амра», «Колхида», «Золотое руно», «Бзыбь», «Апсны».

Башҡа пансионаттар:

  • «Ҡарағай урманы»
  • «Самшит урманы»
  • «Питиус» ял йорто (элекке «Правда» гәзитенең ял йорто)
  • «Литфонд» пансионаты (Д.Гулиа исемендәге элекке СССР яҙыусылары ижады йорто)
  • «Пицунда» Грузияның кинематографистар союзы һәм журналистар союзы ижады йорто
  • «Ирен» пансионаты

Пицунда пляждары ҡомло-ҡырсынлы, диңгеҙ янында ҡырсынташ һыҙаты, ҡарағайҙар янында ҡом һыҙаты. Пляждары киң.

Совет осоронда Пицундала рәсми булмаған нудистар пляжы булған. Уны сит ил туристары (башлыса Германиянан), шулай уҡ ирекле ҡарашлы ҡайһы бер совет сәнғәт эшмәкәрҙәре ойошторған. Ваҡыт үтеү менән пляжда ябай совет граждандары ла ял итә башлай.

Пицундаға сәғәт һайын Гагранан һәм кирегә автобус йөрөй. 5-се һанлы маршрутты (Гагра ҡалаһы, Гагарин — Лдзаа, Рыбзавод) Гагра ПАТП хеҙмәтләндерә. «Богдан» А092 һәм Мерседес-Benz O325 Türk автобустары ҡулланыла. Шәхси маршрут таксиҙары ла эшләй.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Пицунда» пансионаттары янындағы яр буйы урамдары үҙәге
  • «Диңгеҙ» скульптура композицияһы. Авторы Очиаури Ираклий. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа «Һыу инеүселәр», «Устрица тотоусылар» йәки «Сумыусылар» булараҡ телгә алына. Шәрә ҡыҙ һәм егет һыуға сума, һыу төбөндә ҙур устрица ята, ә тирә-яҡта диңгеҙ хайуандары төрҙәре: дельфиндар, йыланбалыҡтар, балыҡтар.
  • Пицунда маяғы. Яр һыҙатында, күп ҡатлы пансионаттар менән йәнәш урынлашҡан. Был тимер башня, металл каркастар менән уратып алынған. Хәҙер иҫтәлекле урын. Яңы маяҡ ун биш ҡатлы «Маяҡ» пансионаты корпусы ҡыйығында ҡуйылған.
  • «Таш ҡыҙ» һәйкәле.
  • Медея скульптураһы. Авторы Грузияның халыҡ рәссамы Мераб Бердзенишвили
  • Пицунда реликт сауҡалыҡтағы. Сауҡалыҡ яр буйлап 4 км һуҙылған, яҡынса 200 га майҙанды биләй, айырым ағастарҙың йәше 200 йәшкә етә. Ылыҫ еҫе менән шифалы диңгеҙ һауаһы йыл һайын бында меңләгән ял итергә теләүселәрҙе ылыҡтыра.
  • Изге апостол Андрей хөрмәтенә арналған X быуат соборы (музей составына инә). Ғибәҙәтханала орган менән 350 урынлыҡ концерт залы йыһазландырылған. Нартексында — XVI быуат фрескалары
  • Мозаика стилендә үтәлгән фигуралы автобус туҡталышы. Авторы Зураб Церетели.
  • Реликт самшит урманы. Күбәләктәр (Cydalima perspectalis) һөжүменән һуң киҫкен хәлдә .
  • Боронғо Питиунт ҡалаһы ҡалдыҡтары (беҙҙең эраға тиклем II быуат).
  • Ҡалҡыулыҡта иҫке һыу ҡыуҙырғыс башня.

Пицунда ҡалаһында төшөрөлгән фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Алые паруса» (1961)
  • «Начало» (1970)
  • «Инспектор уголовного розыска» (1971)
  • «Когда зацвёл миндаль» (1972)
  • «Старые стены» (1973)
  • «Младшая сестра» (1978)
  • «Гостья из будущего» (1984)
  • «Дама с попугаем» (1988)
  • «Когда опаздывают в ЗАГС» (1991)
  • «Серые волки» (1993)
  • Кавказ ҡара диңгеҙ яры
  • Пачулиа В. П. Пицунда. — Тб., 1962.
  • Инадзе М. П. Причерноморские города древней Колхиды. — Тб., 1968.
  • Чиквиладзе П. Курорт Пицунда. — Тб., 1971.
  • Мархолиа И. Пицунда. — Сухуми : Алашара, 1976.
  • Тория Ю. Пицунда. — М. : Планета, 1970.
  • Пицунда. Голубое лукоморье. / под ред. Шакая Ш. — М. : Планета, 1981.