Пол Боффа | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Мальта |
Тыуған көнө | 30 июнь 1890 |
Тыуған урыны | Биргу[d], Port Region (Port)[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d] |
Вафат булған көнө | 6 июль 1962 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Паола[d], Port Region (Port)[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Мальта Вәкилдәр палатаһы ағзаһы[d] һәм Абела Роберт[d] |
Уҡыу йорто | Мальта университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Лейборист партияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Пол Боффа Викимилектә |
Сэр Пол Боффа (мальт. Paul Boffa; 30 июнь 1890 йыл, Биргу, Мальта колонияһы — 6 июль 1962 йыл, Паола, Мальта колонияһы — Мальта дәүләт эшмәкәре, Мальта премьер-министры (1947—1950).
1912 йылда Мальта Король университетының медицина факультетын тамамлай, медицина докторы дәрәжәһен ала. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Мальтала Король медицина корпусында, Салоника ҡалаһында һәм санитар судноларҙа хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Паолела дөйөм практика табибы булып эшләй.
1921 йылда лейбористар партияһы сафына инә, ә 1924 йылда Закондар сығарыу йыйылышына һайлана. 1927 йылда лейбористар партияһы рәйесе итеп һайлана. 1936—1939 йылдарҙа Башҡарма совет ағзаһы була. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында табип булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуңғы тәүге һайлауҙарҙа (1945) йәнә ил парламентына һайлана.
1947—1950 йылдарҙа Британия колонияһы булған Мальтаның премьер-министры. Боффа хөкүмәте утрауҙарҙа, башланғыс белем биреү һәм пенсия тәьминәте системаһын яҡшыртып, социаль система булдыра башлай. Әммә пробритан Боффа менән милли Минтофф араһындағы фекер айырымлыҡтары 1949 йылда партияны тарҡатыуға алып килә. Һөҙөмтәлә Боффа үҙе яҡлылар менән Мальта эшсе партияһы ойоштора. Был партия 1950-1955 йылдарҙа консерватив милләтселәр менән оҙаҡҡа һуҙылмаған хөкүмәт булдыра. 1950 йылда парламент һайлауҙарында еңелеп, отставкаға китә.
1951—1955 йылдарҙа — Оливер Джордж кабинетында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр министры.
1955 йылда һаулыҡ торошо буйынса сәйәсәттән китә. 1956 йылда рыцарь дәрәжәһе батша Елизавета II тарафынан бирелә.