Пол Маккартни

Пол Маккартни
ингл. Paul McCartney
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. James Paul McCartney
Псевдоним Percy "Thrills" Thrillington, Paul Ramon һәм Apollo C. Vermouth
Ҡыҫҡаса атамаһы Пол Маккартни
Тыуған көнө 18 июнь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][3][4][…] (82 йәш)
Тыуған урыны Больница Уолтона[d], Ливерпуль[d], Бөйөк Британия[5]
Атаһы Джим Маккартни[d]
Әсәһе Мэри Маккартни[d]
Бер туғандары Майк МакГир[d]
Хәләл ефете Линда Маккартни[d] һәм Хизер Миллс[d]
Балалары Стелла Маккартни[d], Хизер Маккартни[d], Мэри Маккартни[d], Джеймс Маккартни[d] һәм Беатрис Маккартни[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө гитарасы, автор-исполнитель, рәссам, пианист, кинокомпозитор, бас-гитарист, поэт-песенник, студийный музыкант, актёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, барабанщик, йырсы, композитор, музыкант, кино актёры, телевидение актёры, кинорежиссёр, телережиссёр
Эш урыны Liverpool Institute for Performing Arts[d]
Уҡыу йорто Liverpool Institute High School for Boys[d]
Liverpool Institute for Performing Arts[d]
West Kirby Grammar School[d]
Кемдә уҡыған Донован[d]
Йәшәү рәүеше вегетарианлыҡ[d]
Рабочая рука леворукость[d]
Партнёр в спорте или профессии Джон Леннон һәм Линда Маккартни[d]
Ҡатнашыусы Live Aid[d]
Йырсы тауышы тенор[d]
Музыка ҡоралы бас-гитара[d], гитара, фортепиано, Мандолина, укулеле[d], контрабас[d], блокфлейта[d], мелодическая гармоника[d], виолончель[d], скрипка, ситар[d], Торба, клавишные[d] һәм ударный музыкальный инструмент[d]
Дискография Дискография Пола Маккартни[d]
Ойошма ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], The Beatles[1][6], Wings[d][7], The Quarrymen[d], The Beat Brothers[d] һәм Rockestra[d]
Милке MPL Communications[d]
Жанр Рок, арт-рок[d], психоделический рок[d], поп-рок[d], классик музыка, бит[d] һәм рок-н-ролл[d][8][9]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Apple Records[d], Capitol Records[d], Parlophone[d], Columbia Records[d] һәм Hear Music[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт paulmccartney.com
Изображение геральдического щита
Изображается на Paul McCartney ('Mike's Brother')[d]
Защитник авторских прав PRS for Music[d][10]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][11]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 4 280 836 һәм 1 270 000 ± 9999[12]
Рәсми форум maccaboard.paulmccartney.com
 Пол Маккартни Викимилектә

Сэр Джеймс Пол Макка́ртни (ингл. James Paul McCartney; 1942 йылдың 18 июне, Ливерпуль, Мерсисайд, Англия, Бөйөк Британия) — британ музыканты, мультиинструменталист, яҙыусы һәм продюсеры. The Beatles төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе , 16-тапҡыр «Грэмми» премияһын яулаған, рыцарь-бакалавр һәм Британия империяһы ордены (MBE) кавалеры (1965).

2011 йылда Rolling Stone журналы үткәргән һорауламаһына ярашлы, бар замандың иң яҡшы бас-гитарасыһы тип танылған[13]. Уның тауыш диапазоны дүрт октаванан да уҙып китә .

Леннон — Маккартни дуэты хәҙерге заман музыкаһында иң уңышлы һәм абруйлы союздарҙың береһе. Пол Маккартни бер нисә тапҡыр пол Гиннестың рекордтар китабына индерелгән[14].

Пол Маккартни 1942 йылдың 18 июнендә Бөйөк Британияның Ливерпуль ҡалаһында тыуған. Музыка менән башланғыс мәктәптә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан мәленән үк мауыға башлай. Буласаҡ музыкант Джозеф Уильямс башланғыс мәктәбен тамамлай, шунан һуң Ливерпуль институты студенты була.

1956 йылда ул ҡот осҡос ҡайғы кисерә — әсәһе күкрәк яман шешенән тиҙ арала вафат була.

1957 йылда Джон Леннон менән таныша һәм The Quarrymen төркөмө составына инә[15].

1959 йылда The Quarrymen төркөмө бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртеп, Silver Beetles фирмаһына әйләнә, ә бер ни тиклем һуңғараҡ ҡыҫҡарып The Beatles тип тороп ҡала.

1962 йылдың көҙөндә Пол «Love Me Do» композицияһын яҙа, тап шул композицияһы The Beatles төркөмөн бөтә донъяға таныта ла инде[16].

Уларҙың дебют альбомы «The Beatles Please Please Me» тип аталған. Яҙҙырыу ваҡытында Пол тауыш операторы Джефф Эмерикты осрата, был музыкант һуңғараҡ уның ижадына ҙур өлөш индерә. Дөйөм алғанда, барлыҡ композицияларҙың авторҙары Джон Леннон һәм Пол Маккартни була.

1963 йылдың ноябрендә The Beatles икенсе альбом сығара. Шул ваҡытта инде уларҙың концерттарына миллиондарса халыҡ йыйыла.

1968 йылдың августында Пол Маккартни "Hey Jude"композицияһын яҙа. 1970 йылдың май айында үҙенең төркөмө өсөн һуңғы «Let It Be» альбомын сығара[17]..

Легендар төркөм тарҡалғандан һуң музыкант ғаиләһе менән Шотландияның көнбайыш яр буйына күсенә. Бушлыҡ хисе уны оҙаҡ ташлап китмәй, ләкин ҡатыны Линда ярҙамында Пол Маккартни депрессияны еңеп сыға.

1970 йылдың апрелендә ул үҙенең беренсе соло альбомын сығара, ул ике тапҡыр платина һанына етә. Бер йылдан һуң ул Wings төркөмөнә нигеҙ һала. Ғөмүмән алғанда, Wings төркөмө ете альбом сығара, ә Пол Маккартни 1970 йылдар аҙағында 60 алтын диск эйәһе булараҡ Гиннестың рекордтар китабына ингән.

1981 йылдың яҙында Wings төркөмө тарҡала. Уның беренсе соло йыйынтығы 1980 йылдың май айында сығарылған «McCartney II» була.

1982 йылдың яҙында Маккартниҙың "Tug of War"альбомы сыға. «Here Today» тип аталған синглдарҙың береһе Джон Леннонға арналған. Музыкант актив рәүештә соло ижад менән шөғөлләнә, Майкл Джексон менән хеҙмәттәшлек итә һәм 1987 йылда үҙенең « All the Best!» дискыһын сығара.

Ун йылдан һуң ул «Flaming Pie» дискыһын тәҡдим итә, ул "Грэмми"премияһына номинациялана.

2002 йылда ул үҙенең икенсе ҡатыны Хэзер Миллеға «Driving Rain» һәм «A Garland for Linda» альбомдарын бағышлай.Пластинканы һатҡан аҡса тулыһынса рак менән ауырыусыларға ярҙам иткән «The Garland Appeal» хәйриә ойошмаһына китә [18]..

Ике йылдан һуң ул бөтә донъя буйлап турнеға сығып китә. 2008 йылдың ҡышында Пол Маккартни музыка тарихи үҫешенә бик ҙур өлөш индергән өсөн BRIT Award бүләге менән билдәләнә.

Ул өс тапҡыр өйләнгән һәм биш бала атаһы.

Ижтимағи һәм хәйриә эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маккартни хайуандар хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм вегетарианлыҡ тарафдары булараҡ киң билдәле. Шулай уҡ ул генетик яҡтан модификацияланған продукттарға, пехотаға ҡаршы миналар ҡулланыуға ҡаршы, һунарсылыҡты тыйыу, медицинаға һәм башҡа файҙалы маҡсаттарға ярҙам итеү буйынса күп кенә хәйриә концерттарын ойоштороусы булараҡ танылды.

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118575708 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Paul McCartney (нидерл.)
  4. Paul McCartney // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Demolition work begins at Sir Paul McCartney's birthplace Walton Hospital (ингл.) — 2011. — ISSN 1367-7217
  6. https://data.bnf.fr/fr/13901884/the_beatles/
  7. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  8. https://books.google.ru/books?id=XxU-BAAAQBAJ&printsec=frontcover&hl=ru#v=onepage&q=Paul%20McCartney%20tenor&f=false
  9. http://www.concerthotels.com/worlds-greatest-vocal-ranges
  10. (unspecified title) (ингл.)
  11. https://data.performing-arts.ch/a/6b080c71-33f7-47be-9d13-c8a3b6695f39 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  12. Интерфейс программирования приложения YouTube
  13. Читатели Rolling Stone выбрали лучшего басиста всех времён (рус.)
  14. Vallely P.[en] Paul McCartney: When I'm 64 (инг.) // The Independent : газета. — L., UK: Independent Print Limited, 2006. — ISSN 0951-9467. (Тикшерелеү көнө: 2 август 2009)
  15. Биография Пола Маккартни
  16. 1962
  17. 1962
  18. www.jpgr.co.uk A Garland for Linda