Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы | |
---|---|
белор. Палескі дзяржаўны радыяцыйна-экалагічны запаведнік | |
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 2162 км2 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 февраль 1988 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Чернобыль АЭС-ндағы һәләкәт эҙемтәләре мәсьәләләре буйынса комитет (2006 йылға тиклем) Беларусь Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Министерствоһы (2006 йылдан башлап) |
Урынлашыуы | |
51°39′ с. ш. 29°59′ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Брагин |
zapovednik.by | |
Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы Викимилектә |
Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы (бел. Палескі дзяржаўны радыяцыйна-экалагічны запаведнік) (ПГРЭЗ) — Белоруссиялағы иң ҙур (215 мең гектарҙан күберәк) заповедник. Ҡурсаулыҡ 1988 йылдың 18 июлендә алыҫлаштырыу зонаһының Белоруссия өлөшөндә, Гомель өлкәһенең авариянан иң ныҡ зыян күргән өс районы — Брагин, Наровлян һәм Хойникск райондары территорияһында төҙөлә. Территорияһында аварияға тиклем 22 меңдән артыҡ кеше йәшәгән 96 ташландыҡ торама пункты урынлашҡан. ПГРЭЗ администрацияһы Хойники ҡалаһында урынлашҡан.[1] Ҡурсаулыҡ радиобиологик һәм экологик тикшеренеүҙәр маҡсатында төҙөлһә лә, ул биологтар өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Кешенең ҡатнашлығы бик әҙ, Белоруссия шарттарында кеше аяғы баҫмаған тәбиғәттең үҫешен күҙәтергә мөмкинлек тыуа. «Кешенең тәбиғәткә тәьҫирен алып ташлау (антропоген йөкләнеш) һәм үҫемлек донъяһының байлығы менән бәйле, асылда, хайуандар донъяһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн идеаль шарттар тыуҙы», — тип әйтелә Белоруссия министрҙар Советы янындағы Чернобыль АЭС-ндағы һәләкәт эҙемтәләре мәсьәләләре буйынса Комитет докладында.[2] Шулай уҡ ҡайһы бер төрҙәр, шул иҫәптән ҡыр үгеҙҙәре ситтән индерелә. Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығында 1251 үҫемлек төрө иҫәпкә алынған, был илдең флораһының өстән ике өлөшөнән күберәк[3], шуларҙың 18-е Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа һәм Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Фауна 54 төр һөтимәрҙәрҙе, 25 төр балыҡты, 280 төр ҡошто үҙ эсенә ала. 40 төрҙән күберәк хайуан һирәк һәм юғалып барыусы төргә ҡарай.[4] Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең штаты 700 кеше тәшкил итә, шуларҙың 40-ы — ғилми дәрәжәле. Йыллыҡ сығымдар яҡынса 4 миллион АҠШ доллары тәшкил итә.[5] Ҡурсаулыҡтан төньяҡ-көнбайыштараҡ Припять милли паркы урынлашҡан.
Чернобыль АЭС-ндағы катастрофа һөҙөмтәһендә радиацион бысраныу сәбәпле Брагиндан таҙа урындарға 1 651 ғаилә күсерелә (4 892 кеше). Брагин районының бөтә территорияһы радиоактив зарарланыуға дусар була. 53 торама пункт күсерелә, шуларҙың 9-ы күмелә.
Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы Викимилектә |