Полиана Окимото | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Ҡушамат | Poli[2] |
Тыуған көнө | 8 март 1983 (41 йәш) |
Тыуған урыны | Сан-Паулу, Бразилия |
Һөнәр төрө | йөҙөүсе |
Масса | 52 килограмм |
Спорт төрө | йөҙөү[3] |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Плавание на летних Олимпийских играх 2016[d] |
Бейеклеге/буйы | 1,65 метр |
![]() | |
![]() |
Полиана Окимото (порт.-браз. Poliana Okimoto; 8 март 1983 (41 йәш), Сан-Паулу) — Бразилия йөҙөүсеһе, асыҡ һыуҙа һәм оҙон дистанцияға йөҙөү буйынса шөғөлләнә[4][5]. Донъя чемпионы, Олимпия уйындарының бронза призёры.
Полиана Окимото 2002 йылда Мәскәүҙә ҡыҫҡа дистанцияла донъя чемпионтаында ҡатнаша, унда ирекле стиль менән 800 метрға 18-се урын ала[6].
2005 йылда Travessia dos Fortes еңә[7].
Окимото 2007 йылда Рио-де-Жанейрола Панамерика уйындарында ҡатнаша, был марафон йөҙөүҙә беренсе тапҡыр сығыш яһай. Ул 10 километрға көмөш миҙал яулай, был Бразилия өсөн турнирҙа беренсе миҙал була[8][7].
2008 йылғы Уйындарҙа тарихта беренсе йөҙөү буйынса Олимпия марафонында етенсе булып килә[9][7].
2008 йылда донъя чемпионатында Севильела ул шулай уҡ асыҡ һыуҙа ҡатнаша[10].
Окимото 2009 йылда 9-11-се этаптарҙа еңеп сығып, Донъя кубогын яулай. Ул Донъя серияһында еңеүсе беренсе Бразилия ҡыҙы була[7].
2009 йылда Римда һыу спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионатында Полиана Окимото бронза миҙал яулай. Бразилия 15 йыл эсендә беренсе тапҡыр донъя чемпионаттарында миҙал яулай, ә Окимото донъя чемпионатында миҙал яулаған беренсе Бразилия ҡатын-ҡыҙы була[11]. Época журналы 2009 йылда уның иң абруйлы 100 Бразилия ҡатын-ҡыҙҙарының береһе тип атай[12].
2010 йылда ул Ирвайнда Тымыҡ океан бассейны чемпионатында ҡатнаша, бында ирекле стиль менән 400 метрға йөҙөүҙә 20-се урынды биләй[13].
2010 йылда 800 метрға ирекле стилдә йөҙөүҙә (8.27,77)[14] һәм 1500 метрға ирекле стилдә (16.09,04)[15] йөҙөүҙә Бразилия рекордын ҡуя.
2011 йылғы Панамерикан уйындарында Гвадалахарҙа Окимото 2007 йылғы һөҙөмтәһен ҡабатлай һәм ҡабаттан көмөш яулай[16].
Лондонда 2012 йылғы Йәйге олимпия уйындарында Окимото ярышты тамамлай алмай[9]. Бынан һуң килгән күңел төшөнкөлөгө Окимотоны депрессияға һәм спортты ташлау тураһында уйҙарға алып килә. Әммә ире, тренер Рикардо Синтра уны карьераһын дауам итергә өгөтләй[17].
Һыу спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионаты Барселонала 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың 5 км уҙышында Полиана көмөш миҙал яулай[18] ә бер нисә көндән һуң 10 км ярышта донъя чемпионы була[19]. Финишта команда зачетында Бразилия командаһы Самуэль де Бон һәм Аллан ду Карму менән бергә бронза миҙал яулай[20][21].
2013 йылдың 12 авгусында Окимото 1500 метрға ирекле стилдә ярышып 16.26,90 һөҙөмтә менән Бразилия рекордын ҡуя[22].
Ҡазанда донъя чемпионатында Окимото 10 км марафонда алтынсы була[23][24].
Башта Окимото Бразилияла 2016 йылғы йөҙөү буйынса Олимпия уйындарында 10 км уҙышта дүртенсе була. Икенсе урынды биләгән Орель Мюллер финишта ҡағиҙәләрҙе боҙоп дисквалификацияланғандан һуң Окимото бронза призеры булырға мөмкинлек бирә. Йөҙөүҙә Олимпия миҙалын яулаған Бразилияның беренсе ҡатын-ҡыҙы була[25][26].
Киләһе йылда 10 километрға милли квалификациялы ярышта өсөнсө урынды яулап, Окимото 2017 йылғы донъя чемпионатына эләкмәй[27][28].