Порт-Саид

Порт-Саид
ғәр. بورسعيد
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1859
Рәсем
Рәсми атамаһы بورسعيد
Кем хөрмәтенә аталған Мухаммед Саид-паша[d]
Дәүләт  Мысыр
Административ үҙәге Порт-Саид[d]
Административ-территориаль берәмек Порт-Саид[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 524 433 кеше (2010)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 6 ± 1 метр[2]
Туғандаш ҡала Волгоград[3] һәм Бизерта[d]
Майҙан 1351 км²
Рәсми сайт portsaid.gov.eg/default.…
Урынлашыу картаһы
Карта
 Порт-Саид Викимилектә

Порт-Саид[4] (ғәр. بورسعيد‎, Буп-Саид[5]) — Мысырҙың төньяҡ — көнсығышында урынлашҡан ҡала. Суэц каналының төньяҡ осонда Урта диңгеҙ порты. Порт-Саид губернаторствоһының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 529 684 кеше (2004). Балыҡсылыҡты үҫтереү, химия, аҙыҡ — түлек һәм тәмәке сәнәғәттәре үҫешкән. Порты аша Мысыр мамыҡ һәм дөгө оҙата. Суэц каналын хеҙмәтләндереү, үткән карабтарға яғыулыҡ ҡойоу. Диңгеҙ курорты.

1859 йылда Урта диңгеҙҙе һәм тоҙло яр буйындағы Манзал күлен айырған ҡомло моронда ҡалаға нигеҙ һалына. Тәүҙә каналдың инфраструктура өлөшө булараҡ төҙөлә. Ирекле (duty-free) порт һымаҡ тиҙ үҫешә.

XIX быуатта төҙөлгән өйҙәр ҡалала күп һаҡланғандар.

АҠШ — ла урынлашҡан, әлее ваҡытта уның символы булып торған Азатлыҡ статуяһы, алдан ул Азия Яҡтылығы (Light Of The Asia) исеме аҫтында Порт -Саидта ҡуйылырға уйланыла, әммә ул саҡтағы ил хөкүмәте ҡарары буйынса, Франциянан конструкцияны алып килеүе һәм урынына ҡуйыу бик ҡиммәтле тип һанаған.

1956 йылда, Суэц һуғышы ваҡытында, Порт-Саид бер көн дауамында инглиз — француз дингеҙ десантының һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында дан ҡаҙана; быға бәйле, ҡаланы ҡайһы берҙә «Мысыр Сталинграды» тип атайҙар[6][7]. 1962 йылда Порт — Саид һәм Волгоград туғандаш ҡалалар булалар.

Порт-Саид панорамаһы, һул яҡтан — Суэц каналы хакимиәте бинаһы
  • Парфений III (1919—1996), Александрия һәм бөтә Африка Патриархы
  • Скаленакис Георгиос (1926—2014) — билдәле чех һәм грек кинорежиссеры.
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 17,4 17,9 19,4 22,5 25,1 28,2 30,0 30,3 28,8 26,7 23,0 19,4 24,1
Уртаса температура, °C 14,4 15,1 16,7 19,6 22,4 25,3 27,2 27,3 26,3 24,1 20,4 16,5 19,1
Уртаса минимум, °C 11,1 11,7 13,4 16,3 18,8 22,1 23,7 24,2 23,3 21,3 17,5 12,8 18,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18 12 10 5 4 0 0 0 3 8 7 16 83
  • Порт — Саид стадиондағы ҡан ҡойош.
  1. http://portsaid.gov.eg/areas/Lists/23/DispForm.aspx?ID=1
  2. http://www.geonames.org/358619
  3. http://www.volgadmin.ru/d/about/TwinCities
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 288.
  5. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 26.
  6. Героическое кино в городе-герое 2008 йыл 26 март архивланған.
  7. СТАЛИНГРАД НА СУЭЦЕ 2010 йыл 7 сентябрь архивланған.