Порта | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Истанбул |
Порта Викимилектә |
Порта (шулай уҡ Оттоман Портаһы, Сағыу Порта, Бейек Порта) — Ғосман империяһы хөкүмәтенең (бөйөк вәзир канцелярияһы һәм диван) дипломатия һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тарихында ҡабул ителгән атамаһы.
Термин ғосм. باب عالی — Bâb-ı Âliباب عالی — Bâb-Âli ı — «бейек ҡапҡа» төшөнсәһенең франц. porte, итал. porta — «ишек», «ҡапҡа» мәғәнәһендәге калькаһынан яһалған.
Бейек Порта Истанбул үҙәгендә солтан резиденцияһынан — Топҡапы һарай комплексынан урамдың икенсе яғында урынлашҡан бөйөк вәзир (төр. Bâb-i Âli, Баб-и Али) ихатаһына илткән ҡапҡа буйынса аталған
Атама XV быуаттан (Ғосман империяһының бөйөклөгө танылғандан һуң) ҡулланылған
Бейек Порта — төрөк чиновниктары телендә төрөк солтанының резиденцияһы, шулай уҡ Төркиә хөкүмәте һәм, ниһайәт, төрөк монархияһы урынлашҡан урын. Бейек Порта тигән атаманы европалылар ҙа ҡабул иткән. Сағыу (Блистательная) Порта тигән һүҙбәйләнеш тә шул уҡ әһәмиәткә эйә.[3]