Посио | |
фин. Posio[1] | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1926 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Posion kunta |
Рәсми тел | Фин теле[2][3] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Лапландия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Восточная Лапландия[d][4] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Lapland[d] |
Закондар сығарыу органы | Posio municipal council[d] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | община Финляндии[d][5] |
Халыҡ һаны | 2923 кеше (31 декабрь 2023)[6] |
Туғандаш ҡала | Оленегорск[d] |
Сиктәш | Рованиеми[d][7], Куусамо[d][7], Пудасъярви[d][7], Рануа[d][7], Тайвалкоски[d][7], Кемиярви[7] һәм Салла[7] |
Майҙан | 3039,68 км² (1 ғинуар 2023)[8] |
Рәсми сайт |
posio.fi posio.fi/en/ |
Классификация климата Кёппена | субарктический континентальный климат (Dfc)[d] |
Citizen's initiatives URL |
kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[9] kuntalaisaloite.fi/sv/so…[9] |
Посио Викимилектә |
Посио (фин.Posio) — Финляндияның Лапландия провинцияһындағы община
Майҙаны 3545 км². Община Куусамонан 59 км, Рованиеминан 132 км, Оулунан 220 км, һәм Хельсинкинан 863 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Посио территорияһының яҡынса 14 процентын күлдәр биләй.
Төп эш биреүселәр булып Посиола ҙур Pentik керамика һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе булараҡ община үҙе тора ( башлыса һөт). Иҡтисадтың мөһим өлөшө булып шулай уҡ туризм тора. Общинаның төньяҡ-көнсығыш өлөшө аша E63 Европа маршруты үтә.
Община 1926 йылда Куусамо төньяҡ райондарынан уны айырыу юлы менән барлыҡҡа килгән. Общинаның иҫтәлекле урындары араһында Короуома каньонын билдәләп китергә мөмкин (оҙонлоғо яҡынса 30 км.), уның биләмәһе ҡурсаулыҡ булып тора. Шулай уҡ Халыҡ-ара ҡәһүә сынаяҡтары музейы ҡыҙыҡлы, унда 80-дән ашыу илдән 2000 ашыу экспонат бар. Община территорияһында Рийситунтури милли паркы урынлашҡан, ул 77 км² майҙанды биләй, шулай уҡ Сюете милли паркының бер өлөшө бар.
2012 йылғы мәғлүмәттәре буйынса халҡы — 3812 кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы 1,25 кеше/км². Община халҡының 99,5 % өсөн туған теле-фин теле, 0,1 % — швед теле һәм 0,4 % — башҡа телдәр. 15 йәшкә тиклем кеше 12,5 % тәшкил итә; 65 йәштән өлкән кешеләр өлөшө — 24,3 %.
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
6317 | 6118 | 5950 | 5906 | 5478 | 5260 | 4938 | 4602 | 4458 | 4319 | 4200 | 4020-һе | 3911 | 3858 |