Прайс-Марс Жан | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Гаити Республикаһы |
Тыуған көнө | 15 октябрь 1876[3][4][5] |
Тыуған урыны | Гран-Ривьер-дю-Нор[d], Гран-Ривьер-дю-Нор[d], Северный департамент Гаити[d], Гаити Республикаһы |
Вафат булған көнө | 1 март 1969[2][3][5] (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Петьонвиль[d], Порт-о-Пренс[d], Западный департамент[d], Гаити Республикаһы |
Һөнәр төрө | антрополог, дипломат, яҙыусы, этнолог, этнограф, сәйәсмән, тарихсы |
Биләгән вазифаһы | министр иностранных дел Гаити[d] |
Ойошма ағзаһы | Академия наук заморских территорий[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Жан Прайс-Марс (франц. Jean Price-Mars; 15 октябрь 1876 йыл, Гранд-Ривьер-дю-Норд — 2 март 1969 йыл, Петьонвиль) — Гаити яҙыусыһы, табип, этнограф, педагог, философ, публицист, дәүләт, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре, дипломат. Гаити Республикаһының сит ил эштәре, милли мәғариф һәм культ буйынса дәүләт комитеты секретары (1946—1947, 1956—1957), Гаитиҙың сит ил эштәре министры (1946).
Жан Прайс-Марс 1876 йылдың 15 октябрендә Гаитиҙың Төньяҡ департаментында тыуған. Әсәһе бик иртә үлгәндән һуң атаһы һәм өләсәһе тарафынан дини мөхиттә тәрбиәләнә. Бала сағында атаһы уны Гаити фольклоры менән таныштырып, малайға урындағы мәҙәниәткә ихтирам һәм һөйөү уята. Кап-Аитьенда урта мәктәпте һәм Порт-о-Пренста Петион лицейын тамамлағандан һуң 1899 йылда Парижда уҡыу өсөн грант ала, унда медицинаны өйрәнә. Сорбоннала, Коллеж де Франста һәм Трокадеро Этнография музейында гуманитар һәм социаль фәндәр буйынса лекция тыңлай.
Һуңғараҡ Annales de médecine haïtienne мөхәррире була.
Гаитиға ҡайтып, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Европа илдәрендә илдең мәнфәғәттәрен яҡлап, дипломатик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Берлинда илселек секретары булып эшләй, 1904 йылда Сент-Луиста Бөтә донъя күргәҙмәһендә Гаити вәкиле була, Вашингтонда эштәр буйынса ышаныслы кеше була (1908—1911), Парижда тулы хоҡуҡлы министры (1915—1916), Санто-Домингола һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында илсе була.
1946 йылда Гаитиҙың сит ил эштәре министры вазифаһын биләй.
1905 йылдан 1908 йылға тиклем — Гаити милли йыйылышы депутаты, сенаторы (1930—1935 һәм 1941—1946). 1912 йылдан алып 1915 йылға тиклем Йәмәғәт мәғарифының генераль инспекторы.
Жан Прайс-Марс күренекле Гаити этноантропологтарының береһе, ул Гаитиҙа гуманитар һәм социаль фәндәрҙең үҫешендә төп роль уйнай. 1941 йылда булдырылған Этнология институты уның төп ҡаҙаныштарының береһе була, сөнки тикшеренеү үҙәге бик күп Гаити антропологтарын әҙерләп сығара һәм «антропологик белемдәрҙе колониаль ҡоллоҡтан ҡотҡарыуҙы» күрһәтә. Жан Прайс-Марс Африка элитаһы өсөн илһам сығанағы һәм диаспораның тиңлеккә һәм либералләштереүгә ынтылышында өлгө булып тора.
«Вудуның» яҡлаусыһы булараҡ, уның Гаити мәҙәниәтенең нигеҙе һәм дине сифатында уны таныу өсөн сығыш яһай. Ул шулай уҡ дөйөм белем өсөн әүҙем көрәшә, сөнки мәғариф — цивилизацияға берҙән-бер юл тип иҫәпләй. Мәҙәни-фәлсәфәүи һәм идея-сәйәси доктрина Негритюд үҫешендә ҙур роль уйнай, уның теоретик базаһын негроид расаһының үҙенсәлекле, үҙҡиммәтле һәм үҙ-үҙен тәьмин итә алыу концепциялары тәшкил итә, был Африка мәҙәни милләтселегенең яңырыуына булышлыҡ итә.
1956 йылда ул бер тауыштан Ҡара тәнле яҙыусылар һәм рәссамдарҙың Беренсе конгресының президенты итеп һайлана.
Прайс-Марс емешле яҙыусы булараҡ билдәле, ул антропология, тарих, педагогика, сәйәсәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә йөҙҙән ашыу китап, мәҡәләләр һәм сығыштар авторы. Уның үҙенсәлекле «Так говорил дядя» эше бер нисә телгә тәржемә ителгән һәм баҫылып сыҡҡан. Был китапта «Гаити мәҙәниәте фольклорын, шулай уҡ тарихы нигеҙҙәрен» тикшерә. Был китап Америка оккупацияһы ваҡытында (1915—1934) оккупанттарға ҡаршы «Гаити мәҙәни милләтселегенә» ярҙам итеү маҡсатында яҙылған.
Ул Гаити дәүләт университетының деканы була, һуңынан университет уның исеме менән атала.