Прапорщик | |
Нигеҙләү датаһы | 1649 |
---|---|
Дәүләт |
Русское государство[d] Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Юғарыраҡ дәрәжә | младший лейтенант[d] һәм старший прапорщик[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | старшина[d] |
Алыштырған | констапель[d] |
Прапорщик Викимилектә |
Прапорщик (церк.-слав. пра́поръ «знамя») — Ҡораллы көстәрҙә һәм ҡайһы бер дәүләттәрҙең «көс» структураларында хәрби званиеһы.
Прапорщиктар — СССР һәм Рәсәй Федерацияһының закондары менән СССР һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендё, башҡа ғәскәрҙәрҙә, формированиеларҙа һәм органдарҙағы хәрби хеҙмәткәрҙәр составы.
Кесе звание: Фельдфебель, Вахмистр |
Подпрапорщик шулай уҡ Портупей-прапорщик Эстандарт-юнкер (кавалерияла) Подхорунжий (казак ғәскәрҙәрендә) |
Зауряд-прапорщик (чин мобилизация ваҡытында ғына бирелә) |
Прапорщик | Өлкән чин: Подпоручик (пехотала) Корнет (кавалерияла), Хорунжий (казак ғәскәрҙәрендә) |
Урыҫ армияһында батша Алексей Михайловичтың указы буйынса 1649 йылда тәүге тапҡыр прапорщиктар тип байраҡслар атала, улар иң батыр, физик яҡтан көслө һәм алыштарҙа һыналған яугирҙарҙар араһынан тәғәйенләгәндәр.
Регуляр армияны булдырған саҡта Пётр I 1712 йылда пехотала һәм кавалерияла обер-офицер составындағы беренсе (кесе) чины булараҡ прапорщик хәрби чинын индерә[2].
Урыҫ армияһында 1712 йылдан алып 1796 йылға тиклем «Прапорщик» хәрби чинына артиллериялағы штык-юнкер чины тап килә[3].
1884 йылда хәрби училищеларҙы тамамлаусылар өсөн подпоручик (кавалерияла корнет) беренсе офицер подпоручик чины бирелә, әммә тәүге офицер чины кавказ милицияларында һәм хәрби ваҡыт осоронда һаҡланып ҡала;[4] шулай уҡ запастағы прапорщиктар өсөн[5]. Бынан тыш, прапорщик чины хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн офицер дәрәжәһе бирелгән түбәнге чиндарға бирелә.
1874 йылғы Хәрби Уставҡа ярашлы өҫтөнлөктәре булған түбәнге чиндар прапорщик чинына ирекле экзамен биреү мөмкинлеге була. ң Артабан 4886 йылғы Ваҡытлы положение башҡа ҡорал төрҙәренә лә тарала. Прапорщик чинына экзамен тапшырғандар 12 йыл дауамында замаста торалар һәм алты айлыҡ хәрби сборҙар үтергә тейеш булалар, улар 1893 йылдан йыл һайын үткәрелә. Хәрби ведомство буйынса 1895 йылғы 171-се һанлы бойороҡҡа ярашлы әлеге имтихан бөтә 1-се разрядлы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн мотлаҡ булып һанала.
1905 йылда запастағы түбәнге чиндар тәүге тапҡыр ике айлыҡ хәрби сборҙарға саҡырыла[6].
Император Николай II 1912 йылдың 8 октябрендә паж Ғәли йәнәптәре корпусы тамамлаусыларының тиҙләтелгән курстары тураһында Положениеға ҡул ҡуя, уға ярашлы хәрби осорҙа офицерҙарҙы әҙерләү сроктары 8 айға тиклем ҡыҫҡартыла, бындай кунрстарҙы тамамлаусылар прапорщик чинын алалар.
1914 йылдағы мобилизацияға тиклем армияла һәм флотта йәки запаста йәки отставкала булған офицерҙарҙан башҡа, запастағы прапорщиктар ҙа була[7]. Беренсе донъя һуғышы башланғанда һуң төрлө сәбәптәр арҡаһында хәрби училищеларҙан, һуңынан прапорщиктар мәктәптәренәндә ашығыс сығарылыштар талап ителә[8].
1917 йылға тиклем прапорщик офицер чины хәрби училищеларҙың йәки прапорщиктар мәктәбен билдәле бер программа буйынса имтихандар тапшырған һәм тиҙләтелгән хәрби курстарҙы тамамлаусыларға бирелә. Һуғыш ваҡытында шулай уҡ хәрби ҡаһарманлыҡтар өсөн (имтиханһыҙ) юғары һәм урта белемгә эйә булған унтер-офицерҙарға бирелә. Ғәҙәттә, прапорщиктар взвод командирҙары һәм уға тейешле вазифаларға тәғәйенләнә.
1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһынан һуң ҡайһы бер аҡ армияларҙа «прапорщик» чины бөтөрөлә, әммә армиялағы прапорщиктары подпоручик званиеһы бирелгәнгә тиклем бер ни тиклем ваҡыт праорщик званиеһында ҡалалар.
Ҡайһы бер аҡ армияларҙа, киреһенсә. прапорщик чины ҡалдырыла (Комуч һәм Себер армияһы), әммә уны индереү өсөн бөтөнләй башҡа айырма ең билдәләре индерелә.
1917—1946 йылда Ҡыҙыл, һуңынан 1972 йылға Совет армияһында прапорщик званиеһы йәки уға оҡшаш звание булмай.
СССР Ҡораллы көстәре прапорщик званиеһы 1972 йылдың 1 ғинуарынан индерелә (мичман званиеһы менән бергә, 1971 йылдың 18 ноябренәндәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы).
1981 йылдың 12 ғинуарында Совет армияһында, ВМФ авиацияһынаһәм яр частарында, СССР Ҡораллы көстәренең сик буйы һәм эске ғәскәрҙәрендә өлкән прапорщик званиеһы индерелә (өлкән мичман званиеһы менән бергә).
Мотоуҡсылар ғәскәрҙәре Ҡоро ер ғәскәрҙәренең дөйөм ғәскәри погондары |
Техник, инженер, танк, артиллерия, ракета (шул иҫәптән Рәсәй Ҡораллы Ҡоро ер ғәскәрҙәре стратегик, зенит-ракета), автомобиль, төҙөлөш формированиелары |
Хәрби-һауа көстәре Һауа-десант ғәскәрҙәре |
ФСИН Рәсәй МЧС-ы Полиция |
Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
парад кейеменә (тегеп беркетелгән) |
Көндәлек кейемгә (тегеп беркетелә һәм алына торған) | |||||||||
1971 йылдан с 1991 |
Файл:Rank insignia of өлкән прапорщик of the Soviet Army.svg | Файл:Rank insignia of өлкән мичман of the Soviet Navy.svg | Файл:Rank insignia of өлкән прапорщик of the Soviet Air Force.svg | Файл:Прапорщик ВВ.gif | Файл:Өлкән прапорщик ВВ.gif | |||||
Прапорщик (1971—1994) |
Өлкән прапорщик (1981—1994) |
Прапорщик (1971—1994) |
Өлкән прапорщик (1981—1994) |
Прапорщик (1971—1994) |
Өлкән прапорщик (1981—1994) |
Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик BB (1995 ⇒ …) |
Өлкән прапорщик BB (1995 ⇒ …) |
Өлкән прапорщик/ прапорщик (парад кейеменә һул еңгә һәм көндәлек кителгә һәм шинелгә) выслуга өсөн билдәләр | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Ең билдәһе |
||||||
10 йылдан күберәк | 5-се 9-се йыл | 4-се йыл | 3-сө йыл | 2-се йыл | 1-се йыл |
кесе звание: Старшина |
Прапорщик |
өлкән звание: Старший прапорщик |
---|
Хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә революцияға тиклемге прапорщик чинына Кесе лейтенант званиеһы тап килә.
Хәҙерге Рәсәй прапорщиктары (һәм мичмандар) айырым хәрби хеҙмәткәрҙре категорияһын тәшкил итәләр. Үҙенең хеҙмәт хәле, бурыстары һәм хоҡуҡтары буйынса улар кесе офицерҙарға яҡын урын биләйҙәр, һалдаттарҙың (матростар) һәм сержанттарҙың (старшиналар) иң яҡын ярҙамсылары һәм начальниктары булып торалар.
2009 йыл башынан Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә прапорщиктар һәм мичмандар институты яйлап бөтөрөлә башлана. Прапорщиктарҙы профессиональ сержант-контрктсылар алмаштырырға тейеш була, уларҙы әҙерләү буйынса федераль маҡсатлы программа раҫланған инде[9].
«Армияла прапорщиктар институты бөтөрөлдө, уларҙың һаны 142 мең кеше тәшкил итә», — тип Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генштабы начальнигы армия генералы Николай Макаров белдерә[10][11]
2013 йылдың 27 февралендә Рәсәй оборона министрлығының киңәйтелгән коллегияһында Рәсәй оборона министры С. Шойгутарафынан Рәсәй Ҡораллы көстәренә прапорщиктар һәм мичмандар институты кире ҡайтарыла, тип белдерҙе[12]
1 июлдән Оборона министрлығы ғәмәлгә яңы штат расписаниеһын индерә, унда һуңғы биш йыл эсендә прапорщиктар һәм мичмандар өсөн тәүге тапҡыр махсус вазифалар булдыра. Дөйөм алғанда, был вазифалар командирҙар (хеҙмәтләндереү взводы командиры, бер төркөм хәрби командирҙар, хәрби төркөм, хәрби машина, хәрби пост командиры) һәм техник (рота технигы, радиостанция начальнигы, электрик, фельдшер, ремонт оҫтаханаһы начальнигы, техник узелы етәксеһе һәм башҡалар) вазифаларына бүленә. 2008 йылдың 1 декабренән әлеге вазифалар сержант вазифалары тип һанала. Оборона минстрлығы статс-секретары Николай Панков, прапорщиктар вазифалары махсус белем талап итәләр, әммә офицер вазифаларынан түбәнерәк[13]
1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең погондары:
Көндәлек кейем формаһына | Ялан кейем формаһына | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡоро ер ғәскәрҙәре | Рәсәй Һауа-диңгеҙ көстәре | Ҡоро ер ғәскәрҙәре авиацияһы, Хәрби-космос көстәре, Космос ғәскәрҙәре, Һауа-космос оборонаһы ғәскәрҙәре, Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре |
Рәсәй Федерацияһының Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Һауа-десант ғәскәрҙәре, Рәсәй Федерацияһының стратегик тәғәйенешле ракета ғәскәрҙәре, Хәрби-космос көстәре, Космос ғәскәрҙәре, Һауа-космос оборонаһы ғәскәрҙәренең диңгеҙ пехотаһы, яр буйы ғәскәрҙәре, Рәсәй Һауа-диңгеҙ көстәре авиацияһы, Рәсәй Федерацияһының Эске ғәскәрҙәре, Эске эштәр министрлығы, ә шулай уҡ медицина хеҙмәте званиеһы бирелгән ФОИВ эске хеҙмәт званиеларына | |||||
1994−2010 | (тегелгән һәм сиселә торған) | (тегелгән) | ||||||
Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик | Өлкән прапорщик | |
с 2010 | (беркетелгән) | (ысҡындырыла торған) | ||||||
Файл:2010 йылдан ВВС прапорщигы погоны.png | Файл:2010 йылдан ВВС өлкән прапорщигы погоны.png | |||||||
Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик | Өлкән прапорщик | Прапорщик | Өлкән прапорщик |