Прогрессив һалым тигәндә һалым һалына торған базаның үҫеүенә бәйле һалымдың һөҙөмтәле ставкаһын арттырыуҙы аңлайҙар [1]. Прогрессив һалым башлыса физик шәхестәргә һалым һалғанда ҡулланыла (килем һалымы).
Прогрессив һалым беренсе тапҡыр Бөйөк Британияла премьер-министр Уильям Кесе Питт тарафынан 1798 йылда индерелә. Ул 60 фунттан артып киткән килемгә һәр фунтҡа (1/120) 2 пенс иҫәбенән башлана һәм 200 фунттан артҡан килемгә фунтҡа (1/10) 2 шиллинглыҡ максималь дәүмәлгә етә.[2]
1893 йылдың 14 июлендә Пруссияла һалым реформаһы була. Яңы прогрессив килем һалымы 0,62 проценттан башлана (900 ÷ 1050 марка йыллыҡ килемгә) һәм 4 процентҡа тиклем арта (100 000 марканан ашҡан йыллыҡ килемгә)[3].
Рәсәйҙә тәүләп прогрессив килем һалымы индерергә тырышыу 1810 йылда була. Наполеон менән һуғыш дәүләт ҡаҙнаһын бөлдөргәс һәм ҡағыҙ аҡсаның курсы төшкәс, алпауыттарға 500 һумлыҡ килемдән башлап һалым һалына. Ул прогрессив рәүештә саф килемдең 10 процентына етә. Наполеон менән һуғыш тамамланғандан һуң, 1820 йылда һалым да бөтөрөлә.[4]
ХХ быуат башына прогрессив килем һалымы был Европалағы күп илдәрҙә индерелә. Америка Ҡушма Штаттарында прогрессив һалым 1913 йылда индерелә.[5]
Рәсәйҙә килем һалымы батша хөкүмәте тарафынан 1916 йылдың 6 апрелендә булдырыла һәм 1917 йылда көсөнә инергә тейеш була. Ләкин Февраль революцияһы, унан һуң Октябрь революцияһы килем һалымын индереүгә аяҡ сала. 1922 йылдың 23 ноябрендәге Декрет менән һалым һалыуға реформа үткәрелә.[6]
Ил | Прогрессия (һалым һалыу моделе) |
Һалым һалынмай торған йыллыҡ минимум |
Һалым ставкалары | Макс. ставка когда ҡулланыла торған йыллыҡ килем |
---|---|---|---|---|
Австралия (2014)[7] | 4 баҫҡыслы | 18.200 AUD0 | 19; 32,5; 37; 45 %0 | 180.000 AUD 0 |
Австрия (2014)[8] | 3 баҫҡыслы | 11.000 €0 | 36,5; 43,2; 50 %0 | 60.000 € 0 |
Бельгия (2014)[9] | 5 баҫҡыслы | 8.680 €0 | 25; 30; 40; 45; 50 %0 | 37.750 € 0 |
Бөйөк Британия[10] | 3 баҫҡыслы | 10.600 £0 | 20, 40, 45 %0 | 150.000 £ 0 |
Германия (2014)[11] | ҡатнаш 5 зона |
8.354 €0 | 14÷24; 24÷42; 42; 45 %0 + 5,5 % бергә түләнә торған0 |
250.730 € 0 |
Греция (2014)[12] | 8 баҫҡыслы | 12.000 €0 | 18; 24; 26; 32; 36; 38; 40; 45 %0 | 100.000 € 0 |
Израиль (2014)[13] | 7 баҫҡыслы | 0 NIS0 | 10; 14; 21; 31; 34; 48; 52 %0 | 811.560 NIS 0 |
Испания (2014)[14] | 7 баҫҡыслы | 0 €0 | Федераль + төбәктеке ≈ 24; 29; 39; 47; 49; 51; 52 %0 |
300.000 € 0 |
Италия (2014)[15] | 5 баҫҡыслы | 0 €0 | 23; 27; 38; 41; 43 %0 | 75.000 € 0 |
Канада (2014)[16] | 4 баҫҡыслы | 0 $0 | Федерал.: 15; 22; 26; 29 %0 + региональные от 5 до 21 %0 |
136.270 $ 0 |
Ҡытай (2014)[17] | 7 баҫҡыслы (эш хаҡына) 5 баҫҡыслы (шәхси эшмәкәрлеккә) |
0 ¥0 0 ¥0 |
3; 10; 20; 25; 30; 35; 45 %0 5; 10; 20; 30; 35 %0 |
960.000 ¥0 1.200.000 ¥0 |
Люксембург (2014)[18] | 18 баҫҡыслы | 11.265 €0 | 8 % ÷ 40 %0 | 100.000 € 0 |
Нидерланд (2014)[19] | 4 баҫҡыслы | 0 €0 | 5,1; 10,85; 42; 52 %0 | 56.532 € 0 |
Яңы Зеландия(2013)[20] | 5 баҫҡыслы | 0 $0 | 10,5; 17,5; 30; 33; 45 %0 | 70.000 $ 0 |
Польша (2014)[21] | 2 баҫҡыслы | 0 €0 | 18; 32 %0 | 85.528 PLN (19.906 €) 0 |
Словакия (2013)[22] | 2 баҫҡыслы | 0 €0 | 19; 25 %0 | 34.402 € 0 |
Кипр (2014)[23] | 4 баҫҡыслы | 19.500 €0 | 20; 25; 30; 35 %0 | 60.000 € 0 |
Финляндия | 4 баҫҡыслы | 13.099 €0 | 25,6, ?, ?, 49,1 %0 | 64.500 € 0 |
Франция (2014)[24] | 7 баҫҡыслы | 6.011 €0 | 5,5; 14; 30; 41; 45; 48; 49 %0 | 500.000 € 0 |
АҠШ (2014) | 7 баҫҡыслы | 0 $0 | федераль: 0 10; 15; 25; 28; 33; 35; 39,6 %0 |
яңғыҙға — 406.751 $ ирле-ҡатынлыға — 457.601 $ |
Швейцария (2014)[25] | 10 баҫҡыслы (яңғыҙға) 14 баҫҡыслы (ирле-ҡатынлыға) |
14.500 CHF0 28.300 CHF0 |
0,77 0,88 2,64 2,97…11,50 %0 1; 2; 3; 4; 5; 6; 7; 8 …11,50 %0 |
755.200 CHF 0 895.900 CHF 0 |
КАР (2013)[26] | 6 баҫҡыслы | 0 ZAR0 | 18; 25; 30; 35; 38; 40 %0 | 617.000 ZAR 0 |