Вики-мәктәп — Википедия һәм уның туғандаш проекттарына яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү, уларҙы Википедия мәҡәләлерен яҙырға һәм үҙгәртергә өйрәтеү, Википедия төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың оҫталығын даими камиллаштырыу өсөн Башҡортостан викимедиасылары төркөмө тарафынан ойошторолған проект. Проектҡа һәр кем ярҙам итә һәм үҙ өлөшөн индерә ала.
Һәр кем үҙ оҫталығын башҡаларға таратһын. Ҡушылығыҙ, дуҫтар!