Псков Кромы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Псков |
Архитектура стиле | Псковская архитектурная школа[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Псков Кромы Викимилектә |
Псков Кром (Кремле) — Псковтың тарихи-архитектура үҙәге, Псков ҡәлғәһенең төп өлөшө. Пскова йылғаһының Бөйөк йылғаға ҡойған урындағы бейек һәм тар моронда урынлашҡан. 3 гектар майҙанды биләй.
Ҡаласыҡтың морон өлөшөндә башланғыс ултыраҡ беренсе мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. X—XII быуаттарҙа бында тупраҡ, ә бәлки, таш нығытмалар һәм ағас Троицкий соборы булған. Псков республикаһы (XIV — XVI быуат башы) осоронда Кремь үҙенең соборы, йыйылыу майҙаны һәм келәттәре менән псков еренең рухи, юридик һәм административ үҙәге булған
Кремль биләмәһе бейеклеге 6-8 м һәм ҡалынлығы 2,5 м алып 6,0 м тиклем (Кромдың алғы (көньяҡ) ағас ҡыйыҡ менән ҡапланған таш ҡәлғә диуарҙары менән уратып алынған. Кремлдең көнсығыш стенаһының оҙонлоғо — 435 м; көнбайыш стенаһы — 345. м. Көньяҡ стенаның оҙонлоғо 88 м тәшкил итә.
2013 йылда Псков Кромы (Кремле) "Рәсәй-10" медиаконкурсында еңеп, "Рәсәй символдары" унлығына инә.
2010 йылдың 27 апрелендәге янғын ваҡытында Власьевский һәм Рыбницкий манараларының сатырҙары янып юҡҡа сыға[1]