Пума Пунку | |
Исем | Puma Punku |
---|---|
Дәүләт | Боливия |
Оҙонлоҡ | 116,7 метр |
Киңлек | 167,36 метр |
Пума Пунку Викимилектә |
Пума Пунку (кечуа Puma Punku — «Пума ҡапҡаһы»)[1] — ҡоролмаларҙың мегалитик ритуал комплексы, унан билдәлерәк мегалитик комплекс Боливияла Титикака күленең көнсығыш яры буйындағы Ла-Пастан 72 км алыҫлыҡта ятҡан Тиуанако эргәһендә урынлашҡан.
Документаль сығанаҡтарҙа комплекс беренсе тапҡыр испан конкистадоры Педро Сьеса де Леон тарафынан 1549 йылда телгә алына[2]. Пума Пунку беҙҙең эраның VI быуатында төҙөлә. Инкалар өсөн был ҡала донъя яралыуының мөһим урыны булып иҫәпләнгән[3].
Пума Пунку асылған мәлдән алып комплекстың йәшен билдәләү иң мөһим тикшеренеү предметы булып ҡала. Бының менән, башлыса, Анд мәҙәниәте тикшеренеүселәре Бингемтон университетынан Уильям Х.Исбел[4] һәм А. Вранич[5] шөғөлләнә. Пума Пункуның аҫҡы ҡатламы өйөмөнөң радиоуглерод анализы өс төҙөлөш этаптарының беренсеһендә эш башланышы б.э. 536—600 йылдарында була. Әйткәндәй, был ҡатлам Плейстонцен ҡатламдарына һалынған. Вранич ҡаҙыныуҙары Тихуанако/Пумпунку районында инкалар алдынан килгән башҡа мәҙәниәттең юҡлығына күрһәтә[6].
Пума емереклектәре Апакананы хәтерләткән ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, һәм, бәлки, яһалма өйөлгән. Уба түбәһендә — соҡор, уны Артур Познанский ҡасандыр яһалма һыу ятҡылығы булған тип һанай[7].
Комплекс мегалитик блоктар менән көпләнгән балсыҡ өйөмдән ғибәрәт. Уның күләме төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 167,36 м, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай 116,7 м тәшкил итә. Төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш мөйөштәрендә киңлеге 27,6 метр һәм оҙонлоғо 20 м булған тура мөйөшлө өҫтәмә күләмдәр бар. Өйөмдән түбәндә тура мөйөшлө эске ихата бар, стеналары һәм өҫтө шулай уҡ мегалиттарҙан тора[8][9].
Пума Пункуның көнсығыш ситендә «Литица платформаһы» тип аталған терраса урынлашҡан. Уның күләме — 6,75 метрға 38,72 м. Платформа составына Пума Пунку һәм Тиуанакоҙа табылған иң ҙур таш блок инә. Ҡыҙыл ҡомташтан монолит плитаның күләме 7,81 м оҙонлоҡта, 5,17 метр киңлектә, һәм уртаса, 1,07 метр ҡалынлыҡта. Ауырлығы — 131 тонна самаһы[10].
Пума Пунку өйөмө башлыса балсыҡтан тора, ә ситтәре йылға ҡомо һәм һуйырташтар менән тултырылған. Археологик тикшеренеүҙәр комплекстың өс этапта төҙөлөүен билдәләй[8][9][10][11][12].
Пума Пунку үҫеш осоронда һоҡландырғыс мөғжизә булған тип иҫәпләйҙәр[8]. Әммә был комплекстың башланғыс әһәмиәте һәм роле бер яҡтан тарихи яҙма сығанаҡтарҙың булмауы һәм ваҡыт үтеү менән емерелеүе арҡаһында, икенсе яҡтан юлдар төҙөлөшөндә ваҡ таш етештереү өсөн таш блоктарҙы вәхшиҙәрсә емереү арҡаһында яҡынса[13] [14].
Шулай уҡ XX быуаттың 50-се йылдарында Пума Пунку тирә-яғындағы ҡаҙыныуҙарҙа шундай Урынһыҙ артефакт, шумер һырҙауына оҡшаш яҙыу менән керамик туҫтаҡ кеүек— Фуэнте Магна (исп. Fuente Magna) табыла. Хәҙерге ваҡытта ул Ла-Паста (Боливия) Аҫыл металдар музейында һаҡлана (исп. Museo de Metales Preciosos)
Магнитометрия, электр үткәреүсәнлек һәм сейсмик разведка ысулдарын ҡулланыуҙар комплекстан бер километр радиуста ер аҫтында йәшеренгән төрлө ҡоролмаларҙың, күперҙәрҙең һәм хатта һыу үткәргестәрҙең ҡалдыҡтары барлығын билдәләргә мөмкинлек бирә[15][16].
Юғарыла күрһәтелгәнсә, Пума Пункуның иң ҙур таш монолиты булып ҡыҙыл ҡомташ блок тора, уның ауырлығы яҡынса 131 тонна һәм күләме 7,81 м х 5,17 м х 1,07 м. Күләме буйынса икенсе блоктың ауырлығы 85,2 тонна һәм күләме 7,9 м х 2,5 м х 1,86 м. Ике монолит та «Литица платформаһы» составына инә[10]. Пума Пунку таш һалыуҙары һәм таштарҙың тирә-яҡ сығанаҡтары өлгөһөнөң ентекле петрографик һәм химик тикшеренеүҙәр ҡыҙыл блоктар 10 км алыҫлыҡтағы карьерҙан, ә бәләкәйерәк андезит блоктар яҡынса 90 км алыҫлыҡтан килтерелгән тип билдәләй[8][17]. Таштарҙың карьерҙарҙан килтерелеүе тасуирлаған бер нисә рәт теориялар бар, әммә уларҙың береһе лә киң танылған тип һаналмай. Иң ныҡлы теорияларҙың береһендә күп кешеләрҙең барлығы һәм яһалма ауыш яҫылыҡтар менән берлектә лама тиреһенән арҡандар ҡулланылыуы тураһында фаразлана[18].
Комплекстың таш блоктары цемент иретмәһен ҡулланмайынса ғына формаһы һәм сифаты буйынса өҫ яғы үҙ-ара ялғарлыҡ итеп эшкәртелә[19], ул үҙенә күрә Лего элементтары була.
Бәйләнешеүҙең теүәл башҡарылыуы һыҙма геометрия өлөшөндә едти белемде һәм таш эшкәртеүҙә хәҙер юғалған технологияларға эйә булыуҙы раҫлай[12]. Күп блоктарҙың ярығына хатта ҡырыныу лезвиеһы ла инмәй[20].
Пума Пунку блоктары араһында бер-береһен алмаштырыусы төр элементтарҙың байтаҡ һаны бар. Был, күрәһең, уларҙың күпләп етешетереү эҙемтәһе була һәм технология яғынан урындағы халыҡты күп быуаттар уҙып китә[18]. Беҙҙең ваҡытта ҡаҙып алынған һәм Пума Пункуның рәт булып урынлашҡан блоктары хәҙерге заводтарҙың тимер-бетон конструкцияларының әҙер продукция келәттәрен ныҡ хәтерләтә. Тик заводта изделиеларҙы бетондан ҡоялар, ә Пума Пунку таштарын ҡаты хәлдә эшкәрткәндәр һәм хатта уларҙа ҡатмарлы формалағы төпкөл тишек башҡарғандар.
Пума Пунку комплексының ышаныслы нигеҙен төҙөү өсөн төҙөүселәр котловандар ҡаҙған, уны ҡом һәм ваҡ таш ҡатламдары менән тултырған[18]. Бындай ҡатламдар мегалитик ҡоролманың идеаль нигеҙе булып тора[21][22]. Комплексты төҙөүселәр шулай уҡ иригацион системаһының эшмәкәрлеген һәм йыуынты һыуҙарҙы түгеү мәсьәләләрен эффектлы хәл итә.
Бронза, никель һәм мышаяҡтың уникаль берләшмәһенән эшләнгән ][-рәүешле тарттырғыстарҙы ҡулланыуҙы билдәләргә кәрәк. Улар таш блоктарҙы өҫтәмә үҙ-ара беркетеү өсөн ҡулланылған. Күрәһең, шундай тарттырғыстар ныҡлыҡты арттырыу өсөн сүкеү ысулы менән эшләнгән[23][24].
Комплекс төҙөлөшө ваҡытындағы яҙма сығанаҡтар булмағанлыҡтан, уның баштағы мәҙәни һәм рухи әһәмиәте тураһында тик тойорға ғына мөмкин. Ошо юҫыҡта, Пума Пунку һәм Тиуанако өлкәһе анд донъяһының үҙенә күрә хаж ҡылыусыларҙы йәлеп иткән дини үҙәге булған[25][26]. Пума Пунку һәм Тиуанаконы уратып алған урындағы ҡаҙыныуҙар был урында бер ниндәй ҙә мәҙәни ҡатламдың булмауын раҫлай. Йәғни бында даими ултыраҡтың эҙҙәре табылмай[8].