Пусан (кор. 부산?, 釜山?) — Корея Республикаһындағы ҡала. - Ҡала-метрополия (1995 йылға тиклем — тура буйһоноу ҡарамағындағы ҡала).
Ҙурлығы буйынса Сеулдан һуң илдең икенсе ҡалаһы. Илдең эре порты, «Корея Республикаһының диңгеҙ баш ҡалаһы» булараҡ билдәле. Ҡаланың рәсми исеме Пусан ҡала-метрополиһы (кор. 부산광역시?, 釜山廣域市? Пуск-кванъекси). Пусан Корея ярымутрауының көньяҡ-көнсығыш осонда Корея боғаҙы ярында урынлашҡан. Иң тығыҙ ултырған райондары Нактонган һәм Суёнган йылғаларының үҙәндәре араһында ята, тауҙар ҡайһы бер ҡала райондарының тәбиғи сиктәре булып тора.
2002 йылда Пусанда Азия уйындары һәм футбол буйынса донъя чемпионаты World Cup FIFA үтә, ә 2005 йылда ҡала Азия -Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге форумының баш ҡалаһы була. 2005 йылдың 14 ноябрендә Пусан Ульсан менән бергә 2028 йылда Олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүә итеүсе тип иғлан ителә.
Пусан — Азияның иң заманса ҡалаларының береһе. Ҡала үҙенең ныҡ бейек йорттары һәм башҡа иҫтәлекле урындары менән билдәле. Бында донъялағы иң ҙур универмаг — «Синсеге Сентум Сити» урынлашҡан. Ҡалала шулай уҡ башҡа ҙур ҡоролмалар — бейек йорт «Сентум Лидерс Марк» һәм илдең иң юғары «Пусан халыҡ-ара финанс үҙәге» офисы урынлашҡан.
Пусан дымлы субтропик климат зонаһында урынлашҡан (Кёппен климаттар классификацияһы буйынса Cfa). Ныҡ юғары һәм ныҡ түбән температура бик һирәк теркәлгән. Май айынан алып июлгә тиклем, һуң яҙҙа һәм иртә йәйҙә океан эффекты арҡаһында ҡалала ярымутрауҙың эске өлкәләренә ҡарағанда ғәҙәттә һалҡыныраҡ. Йәй аҙағында һәм көҙ башында, августан алып сентябргә тиклем эҫе, тынсыу һауа торошо була, был ваҡытта ҡалаға тайфундар ябырылыуы мөмкин. 1959 йылдың 15 сентябрендә Сара тайфуны ҡаланың яры буйлап үтеп, ҡот осҡос зыян килтерә. 2003 йылдың 12 сентябрендә Мэми көслө тайфуны шулай уҡ караптарға һәм биналарға байтаҡ зыян килтерә, 48 кеше һәләк була.
Октябрь һәм ноябрь —Пусанда асыҡ һауа һәм һәйбәт температура менән иң уңай ваҡыт. Ҡыш ҡоро һәм көслө елдәр менән һалҡын, әммә Кореяның башҡа өлөштәренә ҡарағанда, Чеджудо һәм бер нисә көньяҡ яр буйҙарын иҫәпкә алмағанда, күпкә йомшаҡ. Пусан һәм уға йәнәшә территорияларҙа бүтән төбәктәргә ҡарағанда ҡар әҙ. Ҡар йылына уртаса 6 көн самаһы яуа. Хатта күп булмаған ҡар өйөмдәре лә был ҡалаға урындың таулы булыуы арҡаһында зыян килтереүе мөмкин, сөнки урындағы автомобиль йөрөтөүселәрҙең ҡар буйлап йөрөү өсөн күнекмәләре юҡ.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 7,6 | 9,1 | 13,0 | 17,8 | 21,5 | 24,0 | 27,3 | 29,2 | 26,1 | 22,1 | 16,1 | 10,3 | 18,7 |
Уртаса температура, °C | 3 | 4,3 | 8,3 | 13,4 | 17,4 | 20,5 | 24,2 | 25,7 | 22,1 | 17,3 | 11,3 | 5,6 | 14,4 |
Уртаса минимум, °C | −0,7 | 0,5 | 4,6 | 9,7 | 14,0 | 17,7 | 21,9 | 23,2 | 19,2 | 13,7 | 7,6 | 1,8 | 11,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 38 | 45 | 86 | 136 | 154 | 223 | 259 | 238 | 167 | 62 | 60 | 24 | 1492 |
Сығанаҡ: Korea Meteorological Administration |
Пусандың административ сиктәренә 15 муниципаль район инә, улар 209 кварталдан, 1 һәм өйәҙҙән тора.
Исеме | Хангыль | Майҙаны, км² | Халҡы, кеше | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Муниципаль райондары | ||||||||
Пукку | 북구 | 39.44 | 313,553 | |||||
Пусанджингу | 부산진구 | 29.69 | 398,174 | |||||
Тонгау | 동구 | 9.78 | 102,859 | |||||
Тоннэгу | 동래구 | 16.63 | 283,636 | |||||
Кансогу | 강서구 | 180.24 | 66,269 | |||||
Кымджонгу | 금정구 | 65.17 | 257,662 | |||||
Хэундэгу | 해운대구 | 51.46 | 429,477 | |||||
Чунгу | 중구 | 2.82 | 50,555 | |||||
Намга | 남구 | 26.77 | 301,904 | |||||
Сахагу | 사하구 | 40.96 | 362,697 | |||||
Сасангу | 사상구 | 36.06 | 261,673 | |||||
Согому | 서구 | 13.88 | 127,068 | |||||
Суенгу | 수영구 | 10.20 | 179,208 | |||||
Йондогу | 영도구 | 14.13-сө | 148,431 | |||||
Йонджегу | 연제구 | 12.08 | 213,453 | |||||
Өйәҙ | ||||||||
Киджан | 기장군 | 218.04 | 103,762 |
«Самгук сага» буйынса ҡала Кочхильсангук (йәки Кочхильсангун), Тонногук, йәки Чансангук Нэсангук исеме аҫтында беҙҙең эраның башында барлыҡҡа килә, ә яңы Кончхильсангун — Тоннэ исемен 757 йылда ала[11]. Пусан исеме беренсе тапҡыр Чосон дәүерендә «Синджын тонгук ёджи сыннам» географик тасуирламаһында телгә алына[11]. «Синджын тонгук ёджи сыннаму» буйынса Пусан һүҙе Тоннэ округы ҡалаһының көньяғындағы порттың һәм балыҡсылар ауылының исеме була, ә ул ауыл эргәһендәге тау формаһы буйынса «көршәк-тау» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан[11]. Порт был ауылда Пусанпхо тип аталған.
XV быуат башынан алып 1592 йылға тиклем Тоннэлағы Пусанпхо илдең төп сауҙа порты була. Элек унан аша Япония менән сауҙа бәйләнештәре булған. 1592 йылда Тоётоми Хидэеси етәкселегенәде япон ғәскәрҙәре баҫып ингәндән һуң Имдин һуғышы башлана. 1598 йылдан алып 1876 йылға тиклем Пусан тышҡы сауҙа өсөн ябыла, һуңынан беренсе булып уның өсөн сауҙаны кире аса, әммә Япония менән 1883 йылға тиклем генә һатыу итә. Порт асылғандан һуң японлылар Пусанда үҙҙәренең урамдарын, һуңынан кварталдарын булдыра. 1910 йылдан Япония протекторатына күсә һәм япон кварталы биләмәһе, Пусан исеме аҫтында бойондороҡһоҙ ҡала булып, Тоннэнан айырыла, ә Тоннэ түбән статусты ала - өйәҙ булып ҡала.
Пусан ҙур сауҙа һәм сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Ул япон ҡалаһы Симоносеки менән тимер юлы паромы менән бәйле. 1925 йылдан Пусан — Кёнсан-Намдо провинцияһының административ үҙәге[12]. 1950—53 йылдарҙағы Корея һуғышы ваҡытында Корея Республикаһының ваҡытлыса баш ҡалаһы булып тора, сөнки КХДР сигенән иң алыҫ нөктәһендә ята, шулай уҡ Корея территорияһында АҠШ-тың һәм уның союздаштарының төп хәрби базаһы була. 1950 йылдың 4 авгусынан алып 18 сентябренә тиклем Пусан периметры Көньяҡ Корея оборонаһының һуңғы һыҙығы була. Һуғыштан һуң 1963 йылға тиклем ҡала провинцияның үҙәге, артабан Тоннэның күп территорияларын берләштереп, тура буйһоноуҙағы ҡала була, ә 1995 йылдың ғинуарынан — ҡала-метрополия була[13].
Киджан өйәҙендә Көнсығыш Азияла иң ҙур «Кори» атом электр станцияһы урынлашҡан. Көнбайыш Пусанда Renault. Samsung Motors компаниһының заводы урынлашҡан.
Пусанда Корея биржаһы һәм Пусан халыҡ-ара финанс үҙәге урынлашҡан.
Пусан порты— Корея Республикаһында иң ҙур порт, оҙонлоғо 330 метрлыҡ һәм 12,5 м батым менән 50 мең тонна ауырлыҡтағы караптар үтә ала[14].
Шулай уҡ пассажирҙар өсөн һыу «трамвайы», тимер юл үҙәге, үҫешкән автобустар һәм такси системаһы бар. Пусанда Көньяҡ Кореяның иң оҙон Кванан күпере бар. Понённо ҡалала һәм илдә беренсе автомобиль магистрале, төньяҡтан көньяҡҡа үтә.
Ҡаланың көнбайышында халыҡ-ара Кимхэ аэропорты урынлашҡан. Пусан Рәсәй ҡалаһы Владивосток менән туранан-тура авиабәйләнеш менән бәйле. Пусанда метрополитен эшләй.
Пусан театр исемлеге:
Пусанда йыл һайын күп фестивалдәр үтә. Уларҙың ҡайһы берҙәре:
Ҡалала үҫешкән туристик инфраструктура бар. Пусан пляждары корея һәм сит ил туристарын йәлеп итә.
Пусан Кореяның йәйге баш ҡалаһы тип атайҙар, уның данлыҡлы алты пляжы бөтә илдән туристарҙы йәлеп итә. Хэундэ матур ҡунаҡханалары, ял итеү өсөн үткәрелгән яр буйындағы таҡта түшәмәләре, карнавалдары менән билдәле. Иҫтәлекле урындарына Кваналли яры буйындағы Кванан күпере инә.
Төньяҡта, Пусан милли университеты янында студент театры, кафе, ресторандар, шулай уҡ ял көндәрендә концерттар һәм башҡа мәҙәни саралар үткәреү өсөн асыҡ майҙансыҡтар бар. Пугён Милли университеты һәм Кенсон Университетыянында шулай уҡ күп кафелар, ресторандар һәм барҙар бар. Порт районында, «Сит ил кешеләре өсөн магазин урамдары» булараҡ билдәле (уны йыш ҡына «Street Texas», ә СССР-ҙан килгән урыҫ диңгеҙселәре һәм корейҙар-репатрианттар ҡыҫҡаса «Техас» тип кенә атайҙар), сит ил һәм урындағы урыҫ телле халыҡ караптарының экипаждарын хеҙмәтләндереүсе күп предприятиелар бар. Тәүҙә район тик ҡытайҙарҙың йәшәү урыны булған, унда хәҙер ҡытай мәктәптәре урынлашҡан. Тап ҡытай диаспораһы арҡаһында 1940—50 йылдарҙа район, тәү сиратта, америка һалдаттары өсөн сауҙа һәм күңел асыу үҙәге була. Бөгөн «Техас» элекке СССР-ҙан килгән кешеләрҙең бәләкәй бизнес: кибеттәр, кафе, алмаштырыу пункттары урыны. Ул яйлап рус телле районы исемен ала
Төньяҡта Кымджонсан тауы — урындағы әүҙем ял итергә яратыусылар араһында популяр урын. Был тауҙа Кымджонсансон, Корея ярымутаруында иң ҙур ҡәлғә һәм Помоса, илдә иң боронғо һәм иң ҙур будда ғибәҙәтханаларҙың береһе урынлашҡан.
Кванан-тэгё | Йондо-тэгё, илдә беренсе һәм берҙән-бер күтәрелә торған күпер | Пусанхан-тэгё | Пусан-тэгё |
Пусандың 1984 йылдың 15 июнендә рәсми муниципаль гимнына һүҙҙәрен Юн Пхёнвон, музыкаһын Ли Бомхи яҙа.
Тәүләп йырсы Юн Синэ башҡара [16] (윤시내). 25 сентябрҙән муниципаль хөкүмәт тарафынан әүҙем тарала, киң мәғлүмәт саралары тапшыра, төрлө спорт сараларында һ.б. башҡарыла[16]
Пусан университеты | Пусан сит ил телдәре университеты | Пуген универсиитеты |
2002 йылда Пусан XIV йәйге Азия уйындарының баш ҡалаһы һәм футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү урындарының береһе була.