Петер Симон Паллас | |
нем. Peter Simon Pallas | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
8 сентябрь 1811 (69 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | Пруссия короллеге |
Ғилми даирәһе |
зоология, ботаника, география, геология, этнография, филология |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Уҡыусылары |
Зуев Василий Фёдорович, Соколов Никита Петрович |
Ниндәй өлкәлә танылған |
энциклопедедиясы, тәбиғәтте өйрәнеүсе, сәйәхәтсе, географ |
Автограф | |
Пе́тер Симо́н (Пётр-Симо́н) Палла́с (нем. Peter Simon Pallas; 22 сентябрь 1741 йыл — 8 сентябрь 1811 йыл) — Германия һәм Рәсәй империяһының энциклопедист ғалимы, XVIII—XIX быуаттарҙың тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, географ һәм сәйәхәтсе. 1767—1810 йылдарҙа Рәсәйҙә йәшәй. Илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен тикшереү буйынса Академик экспедициялар етәксеһе.
Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы (1767).[1] XVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй территорияһында үткән фәнни экспедициялар менән танылыу ала, донъя һәм Рәсәй биология, география, геология, филология һәм этнография фәненә ҙур өлөш индерә.
Германияла, Голландияла һәм Англияла белем ала. 1767 йылда хөкүмәт саҡырыуы буйынса Рәсәйгә килә. 1768—1774 йылдарҙа Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрендәге төйәктәрҙе өйрәнеү буйынса Академик экспедицияларға етәкселек итә. 1769 йылда Ырымбурға, унан һуң Өфөгә, артабан төньяҡ-көнсығышҡа — Иҫәт провинцияһына йүнәлә. Урал минералдары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, башҡорттарҙың хужалығы, кәсебе, көнкүреше тураһында мәғлүмәттәр йыя. Ботаника, геология, география, шулай уҡ Урал һәм Себер халыҡтарының тарихы, этнографияһы буйынса күп хеҙмәттәр авторы.[1] Үҙенең 1822 йылда Санкт-Петербургта сыҡҡан «1767—1771 йй. Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт» исемле китабында Башҡортостандың ҡайһы бер археологик ҡомартҡылары, Шайтан ҡаласығына, Чесноковка ауылы янындағы ҡурғандарға ҡыҫҡаса характеристика бирә.
Паллас Янғантау тураһындағы тәүге мәғлүмәттәрҙе яҙып ҡалдырған.[2]
Паллас, Петер Симон Викимилектә |
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |