Пётркув-Трыбунальски | |
пол. Piotrków Trybunalski | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1217 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Piotrków Trybunalski |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Пётркувский повет[d] һәм Piotrków Voivodeship[d] |
Административ-территориаль берәмек | Лодзинское воеводство[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 68 978 кеше (31 март 2021)[2] |
Ир-егеттәр | 32 268[3] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 36 710[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 200 метр |
Туғандаш ҡала | Эсслинген-на-Неккаре[d][5], Вьен[d][6], Мошонмадьяровар[d][7], Веленье[d][8], Нит-Порт-Толбот[d], Удине[d][9], Ровно[10][11], Жагубица[d][12], Петриня[d][13], Нес-Циона[d][14], Мариямполе[d][15], Молодечно[16] һәм Кострома[17] |
Сиктәш | Пётркувский повет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 67,27 км² |
Почта индексы | 97-300–97-312 |
Рәсми сайт | piotrkow.pl |
![]() | |
Номер тамғаһы коды | EP |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q9638376? |
![]() |
Пётркув-Трыбуна́льски[18] (пол. Piotrków Trybunalski; 1950-се йылдар уртаһына тиклем рус телендәге атамаһы — Петрок, шулай уҡ Пиотркув) — Польшаның Лодзь воеводствоһындағы повят хоҡуҡлы ҡалаһы, Страва йылғаһы буйында урынлашҡан.
2010 йылдың 31 декабрендә Петркув-Трыбунальски ҡалаһында — 77 383 кеше йәшәгән. Майҙаны — 67,27 квадрат километр.
Ягеллондар заманында был ҡалала Польша королдәрен һайлау өсөн сеймдарға йыйылғандар.
Рәсәй империяһы составында 1867 йылдан алып Польша батшалығының Петроковский губернаһы (Привислинский крайы) булып торған.
XХ быуат башында ҡалала 30 824 кеше (1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) йәшәгән, бында 3000-гә тиклем бина, 7 костел, православие һәм 2 диндәш сиркәүе, синагогалар; завод һәм фабрикаларҙа 604 эшсе булған, ҡала йыл һайын 1062000 һумлыҡ табыш алған. Ҡаланың эре предприятиелары — 2 быяла заводы, 3 банк бүлексәһе. 1900 йылды ҡалала 292 никах килешеүе төҙөлгән, 1472 бала тыуған, 801 кеше вафат булған. Ҡалала 47 койкалыҡ ике дауахана булған. Богадельня, приют, 2 хәйриә йәмғиәте, 60 уҡыу йорттары, уларҙа 2617 бала уҡыған (1682 малай, 935 ҡыҙ), ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, ҡала училищелары, 10 башланғыс мәктәп, 2 йәкшәмбе мәктәбе, 2 йәһүд училищеһы, 43 хедер, 2 китапхана, 2 китап магазины, типография, 2 периодик баҫма булған. Ҡала килеме — 71 884 һум (1900 йыл). Варшава- Вена тимер юлының станцияһы булған.
1913 йылда ҡалала 36000 кеше, 13 дауахана, 15 башланғыс һәм 2 урта мәктәп, 8 сәнәғәт предприятиеһында 830 эшсе, 5 банк ғәмәлдә була.
1952 йылда ҡалала 44000 кеше, ҙур кизе-мамыҡ комбинаты, быяла һәм ағас эшкәртеү предприятиеһы була.
2010 йылдың 31 декабрендә ҡалала 77 383 кеше йәшәгән.
Түбәндә Петркув-Трыбунальский ҡалаһының туғандаш ҡалалары һәм ҡала-партнерҙары исемлеге бирелгән[19]: