Рамана Махарши | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Һиндостан Британ Һиндостаны Һиндостан берлеге[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | там. இரமண மகரிசி |
Тыуған көнө | 30 декабрь 1879[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Tiruchuli Assembly constituency[d], Тамилнад[d], Һиндостан |
Вафат булған көнө | 14 апрель 1950[2][3][4][…] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Sri Ramana Ashram[d], Тируваннамалай[d], Тамилнад[d], Һиндостан |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Туған тел | Тамил теле |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе, яҙыусы |
Уҡыусылар | Kapali Sastry[d] |
Надето | kaupinam[d] |
Сәләмәтлек торошо | Быума |
Сәнғәт йүнәлеше | Неоиндуизм[d] |
Йоғонто яһаусы | Перия-пуранам[d], шиваизм[d], Шива-рахасья-пурана[d] һәм Dakshinamurti Stotra[d] |
Рамана Махарши Викимилектә |
Шри Рамана Махарши (тыуғанда Венкатараман Айяр; 30 декабрь 1879 йыл — 14 апрель 1950 йыл) — һиндостандың бөйөк аҡыл эйәһе, дини уҡытыусы, бик иртә йәштән үк мәғрифәткә өлгәшә (үҙеңдең ысын, юғары Минлегеңде танып белеү). Уның тәғлимәте адвайт-ведантҡа ҡарай, ләкин шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнгән.
Шри Рамана Махарши 1879 йылдың 30 декабрендә Тиручули ауылында (хәҙер көньяҡ Һиндостандың Тамилнад штатында)[5] брамин ғаиләһендә тыуған. 16 йәшендә колледжда уҡығанда, үлем кисереүе аша үтеп, уның тән түгел, ә үлемһеҙ рух икәнлеген аңлай башлай. Был уны тулыһынса үҙгәртә. Шулай итеп джяни (аҡыл эйәһе) булып, ул өйөнән сығып китә һәм, Шива йәки Абсолют кәүҙәләнеше тип иҫәпләнгән изге Аруначале тауына китә, башта Тируваннамалай ҡалаһында Аруначалешвара ҡорамында төпләнә, ә һуңынан 1950 йылдың 14 апрелендә үҙенең физик үлеменә тиклем тауҙа йәшәй. Ҡалған аҡсаһын һәм донъялағы кейемдәрен ташлап, янбаш бәйләмесе кейеп, оҙаҡ ваҡыт ғибәҙәт ҡылыусыларҙың күстәнәстәренә йәшәй. Оҙаҡ ваҡыт мауна (өндәшмәү) һаҡлай, шуға күрә уға тәүге уҡыусылары килгәс, өлөшләтә телмәрҙе тергеҙергә тура килә. 1907 йылда Бхагаван Шри Раман Махарши (Махарша-санскрит (сандхины иҫәпкә алып) «Махариши» һүҙенең әйтелеше, «бөйөк аҡыл эйәһе» тигәнде аңлата, ә Рамандың исеме — Венкатарамандан ҡыҫҡартылыу) — мөбәрәк Рамана Раббы, бөйөк аҡыл эйәһе. Уның тирәләй ашрам үҫеп сыға, кешенең тәбиғи, баштағы торошо — азатлыҡ, уны үҙ-үҙен тикшереү юлы менән «Кем мин?» һорауына яуаптар һәм кисерештәр эҙләү аша алырға мөмкин тигән тәғлимәт тарала. Шри Рамана Махаршиның туранан-тура билдәле уҡыусылары араһында — Пападжи, Аннамалай Свами, Шри Муруганар, К. Лакшман Шарма («Кто» псевдонимы аҫтында билдәле), Роберт Адамс, Йоги Рамсураткумар, Папа Рамдас, А.Девараджа Мудальяр, Свами Бхаратананда[6] һәм башҡа күптәр. Рамана Махаршиның эйәрсендәре - Аруначала Рамана, Цезарь Теруэль һәм башҡалар.
Рамана Махаршиның фекерҙәре билдәле Америка философы һәм яҙыусыһы Кен Уилбергҡа йоғонто яһай.
Махаршины неоадвайта вәкилдәренә индерәләр. Уның төп ысулы — «Кем ул мин?» һорауы аша медитатив үҙ-үҙеңде тикшереү. Рамана, тирә-яҡ донъяны танып белергә тырышырҙан алда үҙеңде танып белергә кәрәк, тип раҫлай. Махарши ысулына эйәреп һәм «Кем ул „мин“ ?» тигән һорау менән, эҙләүсе килеп сығышын, тәбиғәтен һәм сығанағын, «мин» тигән хис-тойғоларҙы тикшерә. Ул, «мин» ғәмәлдә түгел, ә тик күренеүсәнлек булып тора, тип аңлата. Һөҙөмтәлә ул үҙенең ысын тәбиғәтен таба — был берҙән-бер Ысынбарлыҡ булып абсолют тыныслыҡ, тулҡынланыу татып ҡарамаған юғары МИН тора; берҙәм-бер-икенсеһеҙ, уның тәбиғәте сат-чит-ананда (йәшәйеш-аң-ләззәт).
Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙән: «Мин кем?» — тип һорайһығыҙҙыр һәм бөтә иғтибарығыҙҙы ошо һорауға яуап алыуға йүнәлтергә тырышаһығыҙҙыр. Дөрөҫ, күңелегеҙҙә төрлө уйҙар барлыҡҡа килер һәм иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтергә тырышыр. Әммә бөтә был ҡараштар өсөн «мин» тигән фекер — сығанаҡ һәм аҙыҡ. Шуға күрә, теге йәки был фекер барлыҡҡа килһә, уның үҫешенә юл ҡуймағыҙ һәм «Был фекерҙе кем аңлай?» — тип һорағыҙ. Яуап буласаҡ: «мин». Шул саҡта үҙегеҙҙән һорағыҙ: "Кем был 'мин' һәм ҡайҙан?"; шул уҡ ваҡытта килеп тыуған фекерҙе тынысландырыу бара. Фекер барлыҡҡа килеү менән уларҙы, «Мин кем?» тигән үҙ - үҙеңде тикшереүҙе ҡулланып, емерергә кәрәк. Бөтә уй — фекерҙәр юҡҡа сыҡһа, үҙәк йәки төп фекер — «мин», аҡыл йәки эго — шулай уҡ йәшәүҙән туҡтаясаҡ, һәм ысын тәбиғәт, ысын «Мин», тын ғына, үҙенән-үҙе, тасуирлап биргеһеҙ, аҡыл (йәғни фекерҙәр) йәшәүҙән туҡтағандан һуң ғына ниндәйҙер бер нимә балҡып торор. Үҙ тәбиғәтеңдә булыу (санскр. Атман), эго, «Мин ул тән» тигән фекер, океан менән берҙәм булған йылға кеүек ҡалдыҡһыҙ тулыһынса юҡҡа сыға, — быны аҡыл эйәләре Азат булыу (мокша-мукти) тип атайҙар.