Регги

Регги
Йүнәлеше:

Регги

Сығышы:

Ритм-энд-блюз (Ритм-н-блюз) Джаз, Менто, Калипсо, Ска, Рокстеди

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

Ямайка Ямайка, айырыуса Кингстон, 1960-сы йылдар

Таралған йылдары:

Ямайка Ямайка, Бөйөк Британия Бөйөк Британия 1969—1972

Эсендәге жанрҙар:

Даб, Рагга, Дансхолл, Скинхэд-регги

Туғандаш жанрҙар:

Реггетон, 2 Tone Евро-регги

Сығарылма жанрҙар:

Трип-хоп, Драм-энд-бэйс

(аудио)
(аудио)
Crooked Cop
noicon
Lance Sitton
Помощь по воспроизведению

Регги (рэгги, реггей[1][2]; ингл. reggae) — заманса музыка йүнәлеше, 1960-сы йылдарҙа Ямайкала барлыҡҡа килә, 1970-се йылдарҙан киң тарала[1].

Африка мәҙәниәтенә ярашлы, ритм, бейеү, музыка хәл һәм ваҡиғалар менән йәнәш килә. Шуға күрә регги бер үк ваҡытта бейеү, тыныс һәм ҡаршылыҡты белдереү музыкаһы була ала[1].

Ҡулланылған музыка ҡоралдары — электрогитара, бас-гитара, һуҡма, электроорган, ҡайһы саҡ — музыка ҡоралдары. Реггиҙың төп үҙенсәлеге — ритмлы элементтарҙың әйҙәүсе роль уйнауы. Бында тәүге урында бас-гитара тора, һәм ул ритм йәһәтенән дә, көй яғынан да композицияның нигеҙен тәшкил итә. Башҡа төр музыҡа ҡоралдарҙың партиялары бас партияһы тирәһендә ойошоп бара. Реггиға шулай уҡ уртаса йәки талғын темп хас, ул шәберәк булған хәлдә лә яуҙаусан (агрессив) кимәлгә етергә тейеш түгел, музыкаль дәүмәл — 4/4-кә тигеҙ була, ҡушылып уйнауҙағы (аккомпанементағы) акценттар 2-се һәм 4-се өлөштәргә төшә, брейктар юғары ьондарҙы йәки бер яҡлы барабан — тимбалдарҙа башҡарыла[3].

Танылған регги короле булып йырсы һәм йырҙар авторы Боб Марли һанала.[3]

2018 йылда регги ЮНЕСКО-ның кешелектең тел һәм мәҙәни Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[4][5].

«Реггей» терминының килеп сығышын төрлөсә аңлаталар. Беренсенән, инглиз һүҙбәйләнеше «рэггид-ритм» (ингл. regged rhythm — йыртыҡ, таушалған ритм), икенсеһе — Кингстонда (Ямайканың баш ҡалаһы) урам ҡатынының жаргон исеменән — «стреггей» (streggae). Шулай уҡ «регга» (regga) һүҙгә алына — Танганьикала банту телендә һөйләшкән негр ырыуы. Музыка телмәрендә тәү тапҡыр «реггей» һүҙе 1968 йылда, «Maytals» төркөмөнөң «Do the Reggae»[3] дискы сыҡҡанда, барлыҡҡа килә.

XX быуаттың икенсе яртыһында Ямайкалағы таралған музыка жанры менто (mento) булған. Ул йырҙарҙы берәҙәк йырсылар башҡарыр булған, йырҙар эсенә дини гимн спиричуэлс, эшселәр йырҙары, калипсо стиле һ.б. ингән. Менто халыҡ йыры булған, америка ауыл блюзына тиң[1].

Икенсе донъя һуғышынан һуң утрауға күбеһенсә Американан яңы музыка төрҙәре үтеп инә. Был ағым радиоалғыстың киң таралыуына бәйле. Ямайка кешеләренә ритм-н-блюз стилендә — Бо Дидли (Bo Didley), Фэтс Домино, Луис Джордан (Louis Jordan), Джеймс Браун, һуңынан рок-н-ролл (rock-n-roll) башҡарыусылар — Чак Берри, Литтл Ричард (Little Richard) һ.б. яҡын була[1].

1950-се йылдарҙа «Ямайка саунд системаһы» феномены килеп сыға. Күпселек халыҡтың ярлы булыу сәбәпле, ҡайһы бер зирәк ямайкалар көслө тауыш системаһы төҙөп, уны арбаға ҡуйып, ҡала, ауыл урамдары буйлап алып йөрөй, үҙенсәлекле дискотека ойоштора[1]

1950-се йылдар аҙағында ҡайһы бер эшҡыуарҙар шәхси музыка студияһын асып, урындағы йырсыларҙың пластинкаларын сығара. Ошо ваҡыттан алып Ямайка музыка индустрияһы баш ҡалаһы Кингстонда үҫешә. Тәүге пластинкаларҙа ритм-н-блюз йондоҙҙары: Деррик Морган (Derrick Morgan), Оуэн Грэй (Owen Gray), Джеки Эдвардс (Jackie Edwards) һ.б. тауыштары яҙыла[1].

Американ ритм-н-блюз стилен кариб ритмикаһына яҡынлатыр өсөн, ямайка музыканттары яңы стиль уйлап таба. Ска (ska) тип аталған стилгә бәүелеү хас, һуңынан был сифат реггига күсә. Көй йүнәлешен тынлы инструменттар алып бара. Иң билдәле төркөмдәр: «Скаталайтс» (Skatalites), «Ска Кингс» (Ska Kings) һәм «Соул Вендорз» (Soul Vendors). Шулай уҡ («Соулеттс»/Soulettes, «Блу Бастерз»/Blue Busters) вокал төркөмдәре иғтибар яулай. 1960-сы йылдар уртаһында «Скаталайтс» төркөмө менән бер нисә яҙманы Боб Марли эшләй.

Дискотекаларҙа ска-йырҙарҙы уйнатҡанда, «тауыш системаһы» хужалары уға үҙ аңлатмаһын өҫтәй (ул яңғыраған көй өҫтөнән әйтелә). Шулай итеп тостинг (toasting) жанры килеп сыға, үҙ сиратында ул хип-хоп формалашыуына өлөш индерә[1].

АҠШ-та ҡара халыҡтың үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеүҙең киҫкенләшеүе, «Ҡара инҡилап», «Ҡара власть» (Black Power) ағымының үҫеше Ямайка музыкаһына йоғонто яһай. Ул ваҡытта яҙылған йырҙар тамырҙарға әйләнеп ҡайтырға, ҡара кешене иҙгән системаға ҡаршы торорға саҡыра. Регги йырҙары зыянһыҙ хистәрҙән Библия образдары һәм сюжеттары менән алмашына[1].

Боб Марли

1960—1970-се йылдарҙа «Апсеттерз» (The Upsetters), «Бёрнин Спиир» (Burning Spear), «Уэйлерз» (The Wailers) һәм «Эбиссинианс» (The Abyssinians)[1] регги-төркөмдәре билдәлелек яулай.

1970-се йылдар башында тәү планға Боба Марлиҙың «The Wailers» төркөмө сыға, уның өсөнсө студия альбомы донъяны шаҡ ҡатыра[1].

1970-се йылдарҙың утраһынан регги бар донъяға билдәле була, Боб Марли — стилдең символына әйләнә. Регги төрлө музыка стилдәре араһына үтеп инә, уның ритмикаһы тыңлаусыларҙы йәлеп итә.[1].

  • «Reggae» (1970) — документаль
  • «Шыраулы юл» (ингл. The Harder They Come) (1972) — нәфис
  • «Рокер» (ингл. Rockers) (1978) — нәфис
  • «Вавилон» (ингл. Babylon) (1980) — нәфис
  • «Кантримэн» (ингл. Countryman) (1982) — нәфис
  • «Reggae — The Story of Jamaican Music» (2002) — документаль
  • «Йәйғор» (2005) — документаль
  • «Made in Jamaica» (2006) — документаль
  • «Roots Time» (2006) — нәфис
  • «Марли» (2012) — документаль
Урыҫ телендә
  • Горбут А. В. Ямайский креольский язык (Ямайский Патуа) и сила языка в музыке Регги //Сумма философии. Вып. 7. — 2007.
  • Рахманина М. Популярные молодежные субкультуры конца XX-начала XXI вв //Редколлегия. — С. 128.
  • Сосновский Н. Хайле Селассие, песенки рэгги и мифы исторического сознания //Иностранная литература. — 1992. — №. 8-9. — С. 281—288.
Башҡа телдәрҙә
  • Stephen Davis and Peter Simon, Reggae International (1982)
  • Stephen Davis and Peter Simon, Reggae Bloodlines, rev. ed. (1979, reissued 1992)
  • Malika Lee Whitney and Dermott Hussey, Bob Marley: Reggae King of the World, 2nd ed. (1994)
  • Kevin O’Brien Chang and Wayne Chen, Reggae Routes (1998)
  • Chuck Foster, Roots, Rock, Reggae: An Oral History of Reggae Music from Ska to Dancehall (1999)
  • Lloyd Bradley, Prince Buster. This Is Reggae Music: The Story of Jamaica’s Music. Grove Press (2001)
  • Steve Barrow, Peter Dalton. The Rough Guide to Reggae. Rough Guides; 2nd edition (2001)
  • Dave Thompson, Reggae & Caribbean Music (2002)
  • Jonathan Runge. Rum & Reggae’s French Caribbean. (Rum & Reggae series). Rum & Reggae Guidebooks Inc (2003)
  • Lou Gooden. Reggae Heritage: Jamaica’s Music History, Culture & Politic. 1stBooks Library (2003)
  • Steve Barrow and Peter Dalton, The Rough Guide to Reggae, 3rd ed., rev. and expanded (2004)
  • Peter Manuel with Kenneth Bilby and Michael Largey, Caribbean Currents: Caribbean Music from Rumba to Reggae, rev. and expanded (2006)
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Зайцев Александр. Рэгги. Кругосвет. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 31 май 2012 года.
  2. Русский орфографический словарь Российской академии наук. Отв. ред. В. В. Лопатин.
  3. 3,0 3,1 3,2 Рэггей. Краткий энциклопедический словарь джаза, рок- и поп-музыки. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 31 май 2012 года. 2014 йыл 8 апрель архивланған.
  4. Регги внесли в список культурного наследия ЮНЕСКО  (рус.), euronews (29 ноябрь 2018). 30 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  5. Reggae music of Jamaica - intangible heritage - Culture Sector - UNESCO (ингл.). ich.unesco.org. Дата обращения: 30 ноябрь 2018.