Рейксмюсеум Rijksmuseum Amsterdam | |
---|---|
Логотип | |
Асылған ваҡыты | 1808 |
Күрергә килеүселәр | 2 700 000 кеше (2019)
625 000 кеше (2021) |
Директор | Wim Pijbes (2008 йылдан) |
Сайт | www.rijksmuseum.nl |
Рейксмюсеум Викимилектә |
Ре́йксмюсеум[1] (ҡайһы саҡта Рейксмузеум; нидерл. Rijksmuseum, МФА: [ˈrɛi̯ksmyˌzeːjʏm]) — Амстердамда (Нидерланд) сәнғәт музейы. Кешеләр иң күп йөрөгән донъяның егерме сәнғәт музейы исемлегенә инә[2].
Музей 1800 йылда Гаага ҡалаһында Наполеон Беренсенең ҡустыһы Голландия короле Людовик I Бонапарт тарафынан нигеҙләнә. 1808 йылда музей Амстердам ҡалаһына күсерелә һәм башта Король һарайында, ә һуңынан Триппенхюс һарайында һәм башҡа биналарҙа урынлаша. Конкурста еңгән архитектор Питер Кёйперс тарафынан 1877—1885 йылдарҙа яңы бина төҙөлә. Музей йәмғәтселек өсөн 1885 йылда асыла.
1890 йылда төп бинанан көньяҡ-көнбайышҡа табан, Рейксмюсеумға тағы бер корпус өҫтәлә. Ул емерелгән тарихи йорттарҙың фрагменттарынан төҙөлгән һәм Голландия архитектураһы тарихын (хәҙер бинаның Филипп өлөшө) күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биргән.
Экспозицияла төп урын Рембрандттың «Төнгө дозор» картинаһына бүленгән (был картина — Амстердам ҡалаһының милке, музейҙа ваҡытлыса һаҡлана). 1906 йылда ошо картинаны урынлаштырыу маҡсатында айырым зал үҙгәртеп ҡорола.
1920 һәм 1950 йылдар араһында интерьерҙа үҙгәрештәр була — төрлө төҫтәрҙә биҙәлгән залдарҙың күбеһе яңынан буялған. 1960-сы йылдарҙа ике эске ихатаға индерелеп, экспозиция залдары һәм бер нисә ҡат үҙгәртеп ҡоролған. 1984, 1995, 1996 һәм 2000 йылдарҙа музей бинаһы реставрациялана һәм ремонтлана.
2003—2013 йылдарҙа музей реконструкциялана. Испания архитекторҙары Антонио Круз (Antonio Cruz) һәм Антонио Ортис (Antonio Ortiz) проекттарын бойомға ашырыу өсөн 500 милилон евро бүленгән. Экспозиция 10 йылға ябыла, был ваҡытта коллекциянан картиналар башҡа майҙансыҡтарҙа күрһәтелә. 2013 йылдың 13 апрелендә музей йәнә үҙ ишектәрен аса.
2017 йылда музей үҙенең 10 миллионынсы ҡунағын ҡабул итә. Ул голланд уҡытыусыһы булып сыға, был ваҡиға уңайынан уға «Төнгө дозор» залында киске аш табынын ойошторолар һәм шедевр ҡаршыһында йоҡлау өсөн карауат тәҡдим итәләр.
XV—XIX быуаттың голланд оҫталарының, айырым әйткәндә, «Алтын» XVII быуатының билдәле рәссамдары, тәү сиратта Рембрандт, Ян Лёйкен, Ян Вермеер һәм Франс Халс, шулай уҡ Питер де Хох, Ян Стен, Якоб ван Рёйсдал, Бартоломеус ван дер Хелст, Ян ван Скорел, Антонис ван Дейк һәм башҡаларҙың бихисап эштәре художестволы коллекцияның нигеҙен тәшкил итә.
Картиналарҙан тыш художестволы коллекцияға скульптуралар һәм ғәмәли-биҙәү сәнғәте, Азия илдәре сәнғәте, шулай уҡ тарихи коллекция (археологик артефакттар, картиналар, скульптуралар, кейем-һалым) һәм рәсемдәр, грваюралар һәм фотографиялар йыйылмаһы инә
2019 йылда музейҙа All Rembrandts тигән исем аҫтында Рембрандттың экспозицияһы күрһәтелә.