Николай Рерих | |||||||
![]() Николай Рерих (1940-сы йылдар) | |||||||
Тыуған: | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||||
Үлгән: | |||||||
Үлгән урыны: | |||||||
Ил: | |||||||
Уҡыған урыны: |
Император сәнғәт академияһы, Санкт-Петербург университеты | ||||||
Наградалары: |
| ||||||
Исемдәре: |
Император сәнғәт академияһы Академигы | ||||||
Сайт: | |||||||
Имза: | |||||||
![]() |
Никола́й Константи́нович Ре́рих (Рёрих) (27 сентябрь (9 октябрь) 1874 йыл, Санкт-Петербург — 13 декабрь 1947 йыл, Һиндостандың Химачал-Прадеш штаты Наггар ауылы[5]) — рус рәссамы, сәхнә биҙәүсе (сценограф)[6], философ-мистик[7], яҙыусы, сәйәхәтсе, археолог[8], йәмәғәт эшмәкәре[9].
Ғүмере буйы 7000-гә яҡын картина ижад иткән, уларың күптәре донъяның билдәле галереяларында һаҡлана. 30 томға яҡын әҙәби хеҙмәте бар, шуларҙың икәүһе — шиғри йыйынтыҡ [10]. «Рерих пакты»ның идея авторы һәм инициаторы, «Мир через культуру» һәм «Знамя Мира» исемле халыҡ-ара мәҙәни хәрәкәттәргә нигеҙ һалыусы[11]. Рәсәй Империяһының һәм сит илдәрҙең бер нисә наградаһына лайыҡ булған[⇨].
Рәсәйҙәге тормошо һәм ижады осоронда археология һәм коллекция йыйыу менән шөғөләнә, рәссам булараҡ, уңышлы күргәҙмәләр ойоштора, сиркәүҙәр проектлауҙа һәм уларҙы биҙәүҙә ҡатнаша[12], «Императорҙың сәнғәтте дәртләндереү йәмғиәте»нә ҡараған мәктәптә директор булып эшләй, «Сәнғәт дорнъяһы» («Мир искусства») тип аталған һынлы сәнғәт берләшмәһен етәкләй, театр сәхнәләрен биҙәү бурыстарын тейешле кимәлдә башҡара, боронғо рус милли ҡомартҡыларын һаҡлау һәм тергеҙеү проекттарында, хәйриә ойошмалары эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.
1917 йылдан эмиграцияла йәшәй. Үҙәк Азияға һәм Манчжурияға экспедициялар менән бара, күп сәйәхәт итә. «Урусвати» исеме аҫтында Гималайҙы тикшереү институтын һәм төрлө илдәрҙә тиҫтәнән артыҡ мәҙәни һәм белем биреү учреждениелары һәм йәмғиәттәре ойоштора. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, төрлө сәйәси һәм иҡтисади проекттарҙа ҡатнаша, большевиктар һәм масонлыҡ хәрәкәте (масонство) менән бәйләнеш тота. Күп төрлө ойошмаларҙа ағза булып тора[⇨].
Ҡатыны — Рерих (ҡыҙ фамилияһы Шапошникова) Елена Ивановна (1879—1955) рус дини философы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. Улдары: Рерих Юрий Николаевич (1902—1960), шәрҡиәтсе, телсе, сәнғәт белгесе, этнограф, филология фәндәре докторы, профессор; һәм Рерих Святослав Николаевич (1904—1993), рус һәм һинд рәссамы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (1978).
![]() |
Был рәссам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |