Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ризыҡланыу әҙәбе — табында үҙеңде тотоу, аш-һыу ҡабул итеү ҡағиҙәләре. Башҡорттар, мосолман булараҡ, был йәһәттән Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә таянған.
Башҡорттар борон иҙәнгә йәки һикегә (урындыҡҡа) аяҡ бөкләп ултырып, ризыҡ ҡабул иткән. Өҫтәлгә ҡуйып ашау ҙа рөхсәт ителгән, әммә ул башлыса 20-се быуатта ҡулланышҡа ингән.
Табынға бирелгән ризыҡ хәләл булырға тейеш (ҡара — Харам һәм хәләл ризыҡ).
Табынға ҡулды йыуып ултырғандар, ҡунаҡ саҡырғанда бының өсөн хужалар уларҙың ҡулына ҡомғандан һыу ҡойоп торғандар. Ашап бөткәндән һуң шулай уҡ ҡул йыуҙыртҡандар.
Ризыҡ ҡабул итеү «Бисмиллаһ» һүҙе менән башланырға тейеш. Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисендә: «Кем дә кем ашарға йыйына икән, мотлаҡ Аллаһ исемен әйтеп, „бисмиллаһ“ тип башлаһын, әгәр быны әйтергә онотҡан булһа, иҫенә төшөү менән: „Бисмиллаһ ғәләәүүәлиһи үә ахириһи“ тип әйтһен», — тигән[1].
Ашап бөткәндән һуң «Әлхәмдүлиллаһ» тип, шунан башҡортса, йә ниндәй булһа ла туған телдә Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйтергә ҡушыла.
Уң ҡул менән генә ашау талап ителә. Һул менән ярҙам итергә мөмкин, әммә ризыҡ ауыҙға мотлаҡ уң ҡул менән һалынырға тейеш. Был осраҡта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең: «Ашарға йыйынған кеше уң ҡулы менән ашаһын . Эскәндә лә һауытын уң ҡул менән тотһон. Шайтан ғына һул ҡул менән ашай-эсә», — тигән хәҙисе ҡағиҙә булып тора[2].
Шулай уҡ Пәйғәмбәрҙең ошондай хәҙисе лә бар: « Кеше тултыра торған иң насар һауыт — ул ашҡаҙаны. Хәл инерлек кенә ашарға кәрәк. Ашҡаҙандың өстән бер өлөшө — ризыҡҡа, йәнә өстән бере — һыуға, ҡалған өлөшө — тын алырға ҡалһын»[3]
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡ туйғансы ашау ҙа тыйылмай.
Һауытҡа ризыҡты ашай алыр күләмдә генә һалып алырға кәрәк, аш ҡалдырыу ғәйепләнә, бәрәкәт китә тип һанала. Башҡорт халҡында «Ямандан ярты ҡашыҡ аш ҡалыр» тигән әйтем дә бар[4].
Ҡайһы бер мосолман халыҡтарҙа йылҡы итен ашамайҙар, ул мәкруһ (харамға яҡын) һанала. Әммә Әл-Бохари һәм Мөслим хәҙистәрендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ишәк итен тыйыуы, әммә йылҡы итен ашарға рөхсәт итеүе әйтелгән[5]. Башҡорт халҡы йылҡы итен киң ҡулланған һәм әле лә ҡуллана.
Башҡорттар мосолман булараҡ, хәрәм һаналған ризыҡтан, иҫерткес эсемлектәрҙен тыйылыу менән бер рәттән милли аш-һыуҙа өҫтәмә тыйыуҙар ҙа индергән, мәҫәлән, йөрәктең ҡапҡасын, туң майҙың биҙен алып ташларға ҡушылған:
Самалап ашау — етешһеҙ тормоштан ғына түгел, милләтебеҙҙә ул күркәм холоҡтарҙан, тәрбиәлелек билдәһе, сәләмәтлек нигеҙе лә:
Аш-һыу тән һәм йән сәләмәтлегенә бик ҙур йоғонто яһаусы фактор: